16 апр. 2012 г.

Тантаналар

ДОСААФ-ҡа хеҙмәт итәм!
20 мартта киң билдәле булған йәмәғәт ойошмаһы – ОСОАВИАХИМ – РОСТО – ДОСААФ-ҡа 85 йыл тулды. Армияға белгестәр әҙерләү, техник-спорт төрҙәрен үҫтереү, йәш быуында патриотик рух тәрбиәләү маҡсатын ҡуйып, Армияға, Авиацияға һәм Флотҡа ярҙам итеүсе ирекле ойошманың Баймаҡ районы бүлексәһе 11 апрелдә үҙенең юбилейын тантаналы шарттарҙа билдәләне.

Байрам сараһы 105-се һөнәрселек лицейында барҙы. Беренсе ҡаттағы фойела Баймаҡ бүлексәһе коллективының ҡаҙаныштарын иҫбатлаған Почет грамоталарынан, кубоктарынан, ҡул эштәренән торған бай күргәҙмә һәр кемдә ҙур ҡыҙыҡһыныу уятты. Ошонда уҡ эшләгән электрон тирҙа үҙенең мәргәнлеген һынап ҡараусылар ҙа күп булды.
Байрам тантаналы марш аҫтында ДОСААФ байрағын индереп, юғары ноталарҙа башланды. 
– 2004 йылдан алып Баймаҡ районы ДОСААФ-ының күрһәткестәре уның үҫеш динамикаһы тураһында һөйләй. Был бөтә коллективтың тынғыһыҙ эш һөҙөмтәһе, – тине уның рәйесе Р.Ш. Сәйетов. – Ауырлыҡтарға ҡарамай заман менән бергә атларға тырышабыҙ. Эшмәкәрлеккә яңы технологиялар, курсанттарға белем биреүҙең яңы алымдарын индерәбеҙ. Ҡыҫҡаһы, район өсөн техник белемле кадрҙар әҙерләү өсөн ҙур көс һалабыҙ.
Артабан Р.Сәйетов йыллыҡ эшмәкәрлек һөҙөмтәләренә туҡтап, мәғлүмәттәр бирҙе. “А”, “В”, “С”, “Д”, “Е”, категориялы водителдәр әҙерләүгә айырым иғтибар бирелә. Белеүебеҙсә, был бөтә өлкә производство өсөн киң талап ителгән һөнәр. Шулай уҡ Баймаҡ ҡалаһы һәм районы буйынса Халыҡты эш менән тәьмин итеү үҙәге менән тығыҙ бәйләнештә эшләй. Был эшһеҙлек кимәлен кәметеүгә булышлыҡ итә. 2011 йылда үҙәк аша яҡынса 100 кеше һөнәр үҙләштергән. Бының өсөн 881 мең һум аҡса бүленгән.
Һуңғы йылдарҙа ауыл биләмәләре хеҙмәткәрҙәренең белемен камиллаштырыуға айырым иғтибар бирелә. Бөгөн бөтә ауыл биләмәһе хакимиәттәрендә лә уҡыуҙар ойошторолған. Аҡморон, Әбделкәрим, Йомаш, Ишбирҙе, Беренсе Этҡол, Икенсе Этҡол, Бикеш, Таулыҡай, Ҡолсора, Темәс, Билал, Таһир, Байыш, Әхмәр ауыл биләмәләре менән тығыҙ бәйләнеш булдырылған. Ҡайһы бер ауылдарҙа даими төркөмдәр эшләй.
Хәрби комиссариат аша ВУС-837 белгестәрен әҙерләү ҙур әһәмиәткә эйә. Буласаҡ һалдаттарға хәрби әҙерлек курстары үткәрелә. Улар ташламалы хаҡ менән “С” категориялы водителгә уҡый.
Бөгөн скутерҙар өсөн айырым курс асыу мөһимлеге килеп тыуҙы. Уларҙа елеүсе күп кенә балаларҙың юл-транспорт фажиғәһенә эләгеүе күптән инде ҙур проблемаға әйләнгән. Юл ҡағиҙәһен белмәүҙән һәм күҙәтмәүҙән килеп сыҡҡан был көнүҙәк мәсьәләне кисекмәҫтән хәл итеү талап ителә.
20 ғинуарҙа Мәскәүҙә ДОСААФ ойошмаһының 85 йыллығына ҡарата уҙған тантанала Рәсәй Федерацияһы Президенты һәм Хөкүмәте Башҡортостан Республикаһы буйынса ойошманың эшен юғары баһалаған. Киләсәктә буласаҡ һалдаттарҙы әҙерләү өсөн ДОСААФ системаһы буйынса йәш яугирҙар курсы асыу планлаштырыла.
Баймаҡта 37 беренсел ойошма эшләй. Бигерәк тә йәш техниктар станцияһы, ҡалалағы бөтә мәктәптәр, 105-се һөнәрселек лицейы, Темәс, Этҡол, Бикеш, Мерәҫ, Урғаҙа һәм башҡа мәктәптәр яҡшы күрһәткестәргә өлгәшә.
Муниципаль район хакимиәтенең йәштәр эштәре буйынса секторы, балиғ булмағандар комиссияһы, йәш техниктар станцияһы менән берлектә ауыр ғаиләләрҙә тәрбиәләнеүсе балалар менән эш алып барыла.
Тантананы артабан муниципаль район хакимиәте башлығының беренсе урынбаҫары И.Ә. Зәйнуллин һәм Баймаҡ ҡала биләмәһе башлығы И.Ә. Бураншин дауам итеп,  йәштәрҙе үҫтереүҙә ҙур роль уйнаған, егеттәрҙе ысын ир-егет итеп тәрбиәләүгә тос өлөш индергән ойошма коллективын байрамдары менән ҡотлап, изге теләктәрен еткерҙе.
Тантана барышында фиҙаҡәр хеҙмәттәре өсөн Баймаҡ бүлексәһе рәйесе урынбаҫары Р.И. Бәхтиев, баш бухгалтеры Ә.И. Собханғолова, “Мәргән” клубы тренеры З.З. Юнысбаев Рәсәй ДОСААФ-ы үҙәк советының юбилей миҙалдары, ә инструктор А.Д. Рыжкин Рәхмәт хаты менән наградланды. Бикеш мәктәбенең беренсел ойошмаһы рәйесе С.А. Степанов Башҡортостан Республикаһы ДОСААФ-ы Почет грамотаһы менән бүләкләнде. Оборона-масса, спорт, патриотик эшкә, сәләмәт тормош алып барыуға ҙур өлөш индергәндәре өсөн муниципаль район хакимиәтенең мәғариф бүлеге начальнигы Р.Ф. Ильясов, муниципаль район хакимиәтенең спорт һәм туризм буйынса сектор рәйесе И.Н. Хәмитов, балалар һәм үҫмерҙәр спорт мәктәбе директоры А.А. Мочалина, Баймаҡ ҡалаһы, Баймаҡ һәм Йылайыр райондары буйынса хәрби комиссариат начальнигы Х.Х. Хәмитов, бүлек белгестәре А.Р. Кәримов һәм Л.П. Коробкова “Рәсәй ДОСААФ-ына 85 йыл” юбилей миҙалдары менән бүләкләнде. Ошондай уҡ миҙалдар Баймаҡ бүлексәһенең бөтә хеҙмәткәрҙәренә тапшырылды. Үҙҙәренең оло наградаларын улар “ДОСААФ-ҡа хеҙмәт итәм!” тип ҡабул итте.
Тантана йыр-моң менән бергә үрелеп барҙы. Өфөнән яҡташыбыҙ Зилиә Бәхтиева, Баймаҡ йырсылары Руслан Хисамиев, Руслан Тимербулатовтар үҙҙәренең дәртле йырҙары менән күңелдәрҙе күтәрҙе.
Лилиә ТАКАЕВА.
Автор фотоһы.

Комментариев нет:

Отправить комментарий

Примечание. Отправлять комментарии могут только участники этого блога.