23 апр. 2012 г.

Халыҡ иғтибарына

Бәләкәй суднолар буйынса дәүләт инспекцияһы:
теркәү, техосмотр, талаптар һәм ҡағиҙәләрБилдәле булыуынса, бәләкәй суднолар буйынса дәүләт инспекцияһында дәүләт теркәүе үткәндән һуң ғына бәләкәй суднолар менән идара итергә була. Шулай уҡ судно билетында йыл һайын техник күҙәтеү үтеү тураһындағы билдә һәм техник талон булыуы ла мотлаҡ. Тимәк, моторлы кәмәләрҙе һәм катерҙарҙы тәүге сиратта бәләкәй суднолар буйынса дәүләт инспекцияһында теркәргә, уларҙың хужаларына имтихан бирергә һәм судно йөрөтөүсе танытмаһы алырға кәрәк.


Мотлаҡ теркәлергә тейеш:
  • двигателе 75 ат көсөнән күберәк ҡеүәтле диңгеҙ катерҙары;
  • стационар двигателе 75 ат көсөнән күберәк катерҙар;
  • ҡеүәтенә ҡарамаҫтан, аҫылмалы моторлы кәмәләр;
  • һыу мотоциклдары (гидроциклдар);
  • елкәнле-моторлы суднолар;
  • 100 кг һәм унан күберәк ауырлыҡҡа иҫәпләнгән ишкәкле кәмәләр;
  • ауырлығы 225кг һәм күберәк булған өрөп тултырмалы резина йәки ПВХ кәмәләр;
  • 150 кг һәм унан күберәк ауырлыҡҡа иҫәпләнгән байдаркалар.
Дәүләт теркәүе үткәндә Һеҙ судноны ғына түгел, ә үҙегеҙҙең уға булған хоҡуғығыҙҙы ла теркәйһегеҙ. Кәмә йәки мотор һатып алғанда һатыусы кәмә, катер һәм башҡа бәләкәй судноларҙы теркәү өсөн талап ителгән документтар - һатыу-һатып алыу тураһындағы килешеү, чек һәм эксплуатация буйынса инструкция бирә. Теркәү өсөн ҡулығыҙҙа кәмәгә һәм моторға техпаспорттарҙың булыуы ла мотлаҡ.
Беренсе тапҡыр теркәү судно хужаһының йәшәгән урыны буйынса үткәрелә. Йөҙөү сараһын инспекцияға алып килеү талап ителмәй, уға документтар булһа еткән. Бәләкәй суднолар буйынса дәүләт инспекцияһының теркәү бүлегендә карточка бланкы тултырыла, дәүләт пошлинаһы (теркәү өсөн – 100 һум, судно билеты – 100 һум, техосмотр өсөн – 60 һум) түләнә. Теркәү процедураһы 5-7 көн эсендә башҡарыла.
Теркәү өсөн кәрәкле документтар:

  • паспорт;
  • ИНН таныҡлығы күсермәһе;
  • һатыу-һатып алыу тураһындағы килешеү һәм магазин чегы;
  • судно параметрҙары күрһәтелгән кәмә паспорты;
  • двигатель параметрҙары күрһәтелгән двигатель паспорты;
  • кәмә йәки мотор сит илдә эшләнгән булһа, дәүләт таможня тикшереүе күсермәһе йәки таможня номеры күрһәтелгән накладной ҡағыҙы;
  • судноны теркәү һәм судно билеты өсөн дәүләт пошлинаһы түләү тураһында квитанция.
Техник тикшереү өсөн кәмәләге урындар һанынса ҡотҡарыу жилеты, ике ишкәк, канатлы якорь, фонарь, буксир канаты, ҡотҡарыу баллоны, медицина аптечкаһы, биҙрә менән сүмес, ут һүндергес, ремонт аптечкаһы, сигнал саралары кәрәк. Шулай уҡ бәләкәй судноларҙың рәсми теркәлгән тамғалары (атамаһы һәм номеры) булырға тейеш.
Бәләкәй суднолар менән идара итеүгә танытманы Сибай ҡалаһының автомәктәбендә алырға була (теория һәм практика буйынса ай ярым уҡыу ҡаралған). Ул ун йылға бирелә.
Бәләкәй суднолар буйынса дәүләт инспекцияһының инспектор участкаһы Сибай ҡалаһы, Пионерҙар урамы, 58/1 адресы буйынса урынлашҡан. Һорауҙар менән 8 (34775) 2-54-33 телефоны буйынса дәүләт инспекторы Маликов Азамат Ғөзәйер улына шылтырата алаһығыҙ. Шулай уҡ Баймаҡ ҡалаһы, Ленин урамы, 62 (“Баймаҡ ҡойоу-механика заводы” ААЙ-һы бинаһы) адресы буйынса бәләкәй суднолар буйынса штаттан тыш хеҙмәткәр Филина Елена Анатольевнаға (телефоны: 3-36-61, 8 961 042 66 18) мөрәжәғәт итергә мөмкин.

А. Маликов,
БР бәләкәй суднолар буйынса дәүләт инспекцияһы үҙәгенең Урал аръяғы инспектор участкаһы дәүләт инспекторы.

Комментариев нет:

Отправить комментарий

Примечание. Отправлять комментарии могут только участники этого блога.