20 апр. 2012 г.

Афарин!

Уҡытыусы династияһын дауам итеүсе

Үткән аҙнала 10 көн буйы гөрләп барған “Йыл уҡытыусыһы-2012” республика конкурсы тамамланды. Унда 123 конкурсант көс һынашҡан. Улар араһында Баймаҡ лицей-интернатының рус теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Әлфидә Рәмова ла ҡатнашты. 


Уның әйтеүенсә, рус теле һәм әҙәбиәте секцияһында 38 уҡытыусы ярышҡан, финалға шуларҙың 15-е үткән. “Уларҙың береһе мин булдым. Шулай уҡ “Уҡытыусылар династияһын дауам иткән һәм һөнәри традицияларҙы үҫтергән өсөн” номинацияһында еңеүсе булыуым – минең өсөн иң ҙур бүләк. Сөнки минең әсәйем – Әминә Рәмова – Йылайыр районында 38 йыл рус теле һәм әҙәбиәтенән уҡытты. Уға ҡарап мин кескәйҙән рус теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы булам, тип үҫтем. 5 йыл уның янында эшләп тәжрибә туплағандан һуң, 10 йыл элек Баймаҡ лицей-интернатына эшкә килдем. Бында коллегаларым, мәктәп администрацияһы минең потенциалымды күреп, тәүге көндән үк ҙур өмөт бағлағанға күрә, үҙ-үҙемде үҫтерә алдым. Бөгөнгө еңеүемдә уларҙың ярҙамы тос булды. Шуға күрә хеҙмәттәштәремә рәхмәт.
Конкурста ҡатнашыуҙан, коллегаларым, баһалама төркөмө менән аралашыуҙан ҙур ҡәнәғәтлек алдым. Мәғариф бүлегенә, профсоюз ойошмаһына, минең менән конкурсҡа барған, минең өсөн ысын мәғәнәһендә “ауырыған” көйәр-мәндәрем – БЛИ-ның рус теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Миңдинур Атанғолова менән информатика уҡытыусыһы Наилә Ҡалмукашеваларға рәхмәтем сикһеҙ. Уларҙың терәк булыуын тойоу ҙа миңә күп көс бирҙе”, – тип ҡыуанысы менән бүлеште Әлфидә Дәүләткилде ҡыҙы.

Айгөл Иҙелбаева.
Автор фотоһы.

Комментариев нет:

Отправить комментарий

Примечание. Отправлять комментарии могут только участники этого блога.