11 апр. 2012 г.

Төбәкте үҫтереү программаһы

Ауыл хужалығы ҡулланыусылар
кооперативы ойошторола

Уҙған аҙнала Ейәнсура районы үҙәге Иҫәнғолда 2011 – 2015 йылдарға Урал аръяғын иҡтисади үҫтереүҙең комплекслы программаһын тормошҡа ашырыу маҡсатында  “Ҡулланыусылар кооперацияһының әҙерләү эшмәкәрлеген үҫтереү. Ауыл хужалығы ҡулланыусылар кооперацияһын ойоштороу” темаһына арналған төбәк кәңәшмәһе үтте. Уны Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте Аппараты етәксеһе И.А. Тажетдинов алып барҙы. Сарала Баймаҡ муниципаль район хакимиәте башлығы И.Х. Ситдыҡов етәкселегендәге делегация ла булды.
Кәңәшмәлә ҡатнашыусылар тәүҙә 2011 йыл һөҙөмтәһе буйынса “Башпотребсоюз” системаһында әҙерләү эшмәкәрлегендә алдынғы урында килгән Ейәнсура районы ҡулланыусылар йәмғиәтенең матди-техник базаһы менән танышты. Предприятиела был тәңгәлдә эш бик яҡшы ойошторолған. Йыл әйләнәһенә даими рәүештә тире, ит, йөн, макулатура, һөт, ә йәй көндәре иһә дарыу үләндәре (мәтрүшкә, ҡомалаҡ, кесерткән һ.б.), ҡара ҡарағат, сейә, балан ҡабул итәләр. Кәңәшмәлә ҡатнашыусыларҙы иң ныҡ ғәжәпләндергәне — пластик шешәләр, пакеттар йыйыуҙы ойоштороу булғандыр. Сөнки, белеүебеҙсә, уларҙан беҙ бер нисек тә ҡотолоу әмәлен таба алмайбыҙ, сүп-сар түгеү урындары пластик һауыттар менән тулған. Ҡабул итеп алынғандан һуң улар преслана һәм артабан “Башпотребсоюз”ға оҙатыла. Предприятиеның теген, колбаса эшләү, кулинария цехтары бар. Уларҙа етештерелгән аҙыҡ ҡулланыусылар йәмғиәтенең һәр ауылда тиерлек эшләп килгән 66 сауҙа нөктәһенә һатыуға сығарыла.
Кәңәшмәнең пленар өлөшө Урал аръяғы райондары биләмәләрендә әҙерләү эшмәкәрлеген үҫтереү, ауыл хужалығы продукцияларын эшкәртеү һәм һатыу мәсьәләләренә арналды. Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте Аппараты етәксеһе И.А. Тажетдинов һәм “Башпотребсоюз” советы рәйесе М.Р. Абдуллин Ейәнсура һәм Учалынан башҡа ҡалған райондарҙағы ҡулланыусылар йәмғиәттәрендә әҙерләү эшмәкәрлегенең кимәле түбән, тип билдәләне. Был тәңгәлдә етди саралар күреү халыҡты эш менән тәьмин итергә мөмкинлек бирә, яңы эш урындары барлыҡҡа киләсәк. Кәңәшмәлә шулай уҡ “Фортуна” АХК-һы өлгөһөндә ауыл хужалығы ҡулланыусылар кооперативы ойоштороу мәсьәләһенә айырым иғтибар бирелде. Шәхси хужалыҡтар бергә тупланып эшләгәндә, дәүләттән ярҙамға ла өмөт итә ала. Ул сағында кооператив ағзалары индергән сумманың 50 проценты күләмендә субсидия биреләсәк.
И.А. Тажетдинов һәр  йүнәлеш буйынса айырым күрһәтмәләр бирҙе. Ҡаралған бөтә мәсьәләләр яҡын арала райондарға аныҡ саралар һәм программалар булып киләсәк. Был Урал аръяғын иҡтисади үҫтереүҙең комплекслы программаһының бер өлөшө булып иҫәпләнәсәк. Беҙҙең районда яңы программалар эшләй башлау менән өҫтәмә эш урындары барлыҡҡа киләсәк, был иһә халыҡтың йәшәү кимәлен күтәреүгә мөмкинлек бирәсәк.

К. Баязитов,
муниципаль район хакимиәтенең иҡтисад бүлеге начальнигы.

Комментариев нет:

Отправить комментарий

Примечание. Отправлять комментарии могут только участники этого блога.