16 апр. 2012 г.

Йүнселлек

80 йәштә лә егеттәрҙән уңғаныраҡ
Сәйғәфәрҙән З.Килдеғошов йәштәргә үрнәк күрһәтә
Был донъяла кешегә фәҡәт ныҡышмалы хеҙмәт кенә бәхет килтерә. Бары тир түгеп тырышҡанда ғына әҙәм балаһы ысын мәғәнәһендә ҡәҙер-хөрмәткә лайыҡ. Тормошобоҙҙо намыҫлы хеҙмәте менән биҙәгән кешеләр беҙҙең арала ла бихисап. Шулар иҫәбенә Сәйғәфәр ауылында йәшәүсе Килдеғошов Зиннур Ғилметдин улын да индерергә мөмкин.
Ошо көндәрҙә 80  йәшлек юбилейын билдәләгән Зиннур Ғилметдин улы 1932 йылдың 14 апрелендә Йомаш ауылында күп балалы ғаиләлә донъяға килә. Бала сағы ауыр замандарға тура килеү сәбәпле, хеҙмәт юлы бик иртә башлана уның. Үҙҙәрендә 3-сө класты тамамлағандан һуң, 11 йәшлек малай күрше Семеновск ауылындағы алтын сығарыу руднигына, 2-се баҫҡыста һыуҙы өҫкә ебәреү эшенә китергә мәжбүр була. 1949 йылда Комсомолға ҡайтып,  ауыл малын көтә башлай.  Үҫеп буй еткән егетте Совет Армияһына хеҙмәткә алалар. Төркмәнстандың Ҡыҙыл Арбат ҡалаһында 3 йыл да 4 ай хеҙмәт итеп, 1955 йылдың октябрь айында тыуған яҡтарына ҡайтып төшә.
Әрмелә сынығыу үтеп ҡайтҡан егет Һамар ҡалаһына киң профилле механизаторҙар әҙерләү курсына уҡырға китә. Уны тамамлағас эшкә тотона. Бар ғүмерен Зиннур Килдеғошов ауыл хужалығын үҫтереүгә арнай, хаҡлы ялға сыҡҡансы колхозда механизатор, комбайнсы, балта оҫтаһы була. Хәҙер ауыл кешеләре йәшәгән бик күп йорттар уның ҡулы менән һалынған.
Зиннур Ғилметдин улы намыҫлы хеҙмәте өсөн ВДНХ-ның көмөш, 1955-1957 йылдарҙа сиҙәм һәм ҡалдау ерҙәрҙе үҙләштереүҙә ҡатнашҡаны өсөн, В.И. Лениндың 100 йыллығына ҡарата “Намыҫлы хеҙмәте өсөн” юбилей миҙалдарына лайыҡ була. Наградалары араһында шулай уҡ “Социалистик ярышта еңеүсе” билдәһе,  “Хеҙмәт ветераны”, Бөйөк Ватан һуғышында еңеүҙең 50, 60, 65 йыллыҡ юбилей,  “1941-1945 йылдарҙа тырыш һәм намыҫлы хеҙмәте өсөн”миҙалдары, бик күп Маҡтау ҡағыҙҙары бар.
Эшендә юғары производство күрһәткестәренә өлгәшкәне өсөн З.Килдеғошов бер нисә тапҡыр ауыл, район Советтарына депутат итеп һайлана.
Зиннур Ғилметдин улы  Мәзүнә Сәйетбаттал ҡыҙы менән  матур ғаилә ҡороп, биш балаға ғүмер бүләк итәләр, уларға тейешле белем һәм тәрбиә биреп, оло тормош юлына аяҡ баҫтыралар. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, Мәзүнә инәй 63 кенә йәшендә был яҡты донъянан китеп бара.
Әле Зиннур олатай тормош иптәше Рәйсә инәй менән бик татыу ғүмер итә. Хаҡлы ялда булыуҙарына ҡарамаҫтан, 2 һыйыр, 20-ләп  һарыҡ, ихата тулы ҡош-ҡорт тәрбиәләйҙәр, йәй көнө баҡса тултырып йәшелсә-емеш үҫтерәләр. Әйткәндәй, Килдеғошовтарҙың йорто ауылдың күрке, тиһәк тә хата булмаҫ. Ғаилә “Өлгөлө йорт” исеменә күп тапҡыр лайыҡ булған.
– Элеккегә ҡарағанда, хәҙерге заманда йәшәүе күпкә еңелерәк, – ти Зиннур Ғилметдин улы. – Тырышып донъя көтөү өсөн бөгөн бөтә мөмкинлектәр ҙә бар.  Эшләйем тиһәң эше лә етерлек,  тик уны күрә белергә генә кәрәк. Йәшәйем тигән кеше ауылда ла яйын таба ул, тик хәҙер йәштәр ялҡауыраҡ, күптәр эш эҙләп ҡырға китеү яғын ҡарай. Тырышһындар, үҙ эштәрен асһындар, күпләп мал-тыуар аҫраһындар. Юҡҡа ғына, тырышҡан –  ташҡа ҡаҙаҡ ҡаҡҡан, тимәгәндәр бит...
Үҙенең һигеҙенсе тиҫтәһен ваҡлаған  ауыл аҡһаҡалы тормошҡа зарланырға яратмай. Кәрәк саҡта руль артына ултырып Сибай, Өфө тарафтарына ла сығып килә.
Егеттәрсә шәп, дәртле  ир уҙаманы менән танышып аралашыу  беҙгә, бигерәк тә йәш быуынға, өлгөлө һәм фәһемле булды. Үҙенең хеҙмәте менән хөрмәткә лайыҡ Зиннур олатай күңелдә һоҡланыу тойғоһо ғына уятты.

Венера Әбйәлилова, БДУСИ студенты.

Комментариев нет:

Отправить комментарий

Примечание. Отправлять комментарии могут только участники этого блога.