27 апр. 2012 г.

Рәсми бүлек

Район Советы ултырышы үтте
Кисә халыҡ ижады үҙәгендә муниципаль район Советының 42-се ултырышы булды. Уны Совет рәйесе Д.Ю. Сәйғәфәрова алып барҙы. Ултырышта муниципаль район хакимиәте башлығы И.Х. Ситдыҡов ҡатнашты.
Иң тәүҙә муниципаль район хакимиәте башлығының ауыл хужалығы буйынса урынбаҫары Рәил Әбүбәкиров районда шәхси ярҙамсы хужалыҡтарҙың үҫеше, уларға дәүләт ярҙамы, ошо тәңгәлдәге республика программаларын районыбыҙҙа тормошҡа ашырыу барышы тураһында һөйләне. Район буйынса дөйөм ауыл хужалығы продукцияһының 62 проценты шәхси хужалыҡтар һәм крәҫтиән-фермер хужалыҡтары тарафынан етештерелә. Дөйөм һөрөнтө ерҙәрҙең 22 проценты крәҫтиән-фермер хужалыҡтары ҡулында.
Рәил Риф улы райондағы мал һаны  тураһында ла мәғлүмәт бирҙе. Төбәкте комплекслы үҫтереү программаһы буйынса алып барылған эштәр, шәхси ярҙамсы хужалыҡтарҙы артабан үҫтереүгә булышлыҡ итеү тураһында муниципаль район хакимиәте башлығының иҡтисад буйынса урынбаҫары З.Т. Ушанов сығыш яһаны. Шәхси хужалыҡтарҙы үҫтереү халыҡтың ситкә китеүен кәметеүгә, халыҡтың килемен арттырыуға, ерҙәрҙе рациональ файҙаланыуға һ.б. туранан-тура булышлыҡ итә. Ҡырыҫ тәбиғәт шарттары, етештерелгән продукцияны һатыу мөмкинлегенең сикләнгән булыуы, ауыл хужалығы продукцияһын эшкәртеү мәсьәләләре шәхси хужалыҡ һәм крәҫтиән-фермер хужалығы менән шөғөлләнеүселәрҙең эшмәкәрлегенә аяҡ сала. Был тәңгәлдә дәүләт ярҙамының роле баһалап бөткөһөҙ. Шулай уҡ халыҡтан ауыл хужалығы тауарҙарын йыйыуҙы ойоштороу, “Баймаҡ” ҡулланыусылар йәмғиәте менән берлектә йыйыу пункттары асыу мотлаҡ. Был мәсьәлә буйынса фекер алышыуҙа ҡулланыусылар йәмғиәте етәксеһе Ф.Күсеева, Таулыҡай ауыл биләмәһе башлығы М.Сәғәҙәтова ҡатнашты.
Йәйге осорҙа балаларҙың ялын ойоштороу, һауыҡтырыу, эш менән тәьмин итеү мәсьәләһе буйынса мәғариф бүлеге начальнигы Р.Ф. Ильясов телмәр тотто. Ул башҡарылған эштәр, киләсәккә бурыстар һәм хәл итәһе мәсьәләләр тураһында һөйләне. Был темаға ҡағылышлы һорауҙар буйынса халыҡты эш менән тәьмин итеү үҙәге директоры В.Хисмәтуллин, йәштәр эштәре буйынса сектор мөдире З.Яҡшығолова, “Граф күле” турбазаһы директоры Ф.Бикчәнтәев, Кәрешкә мәктәбе директоры Б.Һунаршин һ.б. сығыш яһаны.
Аҙаҡтан муниципаль район хакимиәте башлығы И.Х. Ситдыҡов көнүҙәк мәсьәләләргә туҡталып үтте. Ул сәсеү эштәрен һөҙөмтәле атҡарып сығыуға, биләмәләрҙе төҙөкләндереүгә, Еңеү көнөн тейешле кимәлдә уҙғарыуға етди иғтибар бирергә ҡушты.

Сәлимә Кейекбирҙина.

Комментариев нет:

Отправить комментарий

Примечание. Отправлять комментарии могут только участники этого блога.