4 апр. 2012 г.

Белгес кәңәше

Хеҙмәт бәхәсе комиссияһы тураһында
 
Рәсәй Федерацияһы Конституцияһының 2-се статьяһы кеше хоҡуғын һәм азатлығын яҡлай. 37-се статья – шәхси һәм коллектив хеҙмәт бәхәстәренә хоҡуҡтарҙы билдәләй, федераль законда ҡаралған сараларҙы, шул иҫәптән забастовкалар ойоштороуҙы ла хуплай.
Хеҙмәт бәхәсе беренсе сиратта Рәсәй Федерацияһының Хеҙмәт кодексында ҡарала. Уның XII бүлеге тулыһынса хеҙмәткә хоҡуҡ һәм азатлыҡ, хеҙмәт бәхәсе, хеҙмәт ҡануниәтен яҡлау, хеҙмәт нормаһын боҙоу кеүек һорауҙарҙы үҙ эсенә ала. Эш биреүсенең һәм ялланып эшләүсенең мәнфәғәттәре тап килмәүе лә ихтимал һәм был аңлашыла ла. Хеҙмәт бәхәсе төрлө осраҡтарҙа килеп тыуыуы мөмкин һәм уның тора бара ҙур проблема тыуҙырыуы ихтимал. Хеҙмәт ҡануниәтенә ярашлы уларҙы ыңғай хәл итергә була.
Рәсәй Федерацияһының Хеҙмәт кодексы ҡабул ителгәнгә тиклем рәсми рәүештә шәхси хеҙмәт бәхәсе тигән аңлатма бөтөнләй юҡ ине.  Хәҙер иһә ул Рәсәй Федерацияһы Хеҙмәт кодексының 381-се статьяһы менән нығытыла. Был һүҙҙең аңлатмаһы шунда: шәхси хеҙмәт бәхәсе ул – эш биреүсе һәм хеҙмәткәр араһында килеп тыуған аңлашылмаусанлыҡ. Эш биреүсе менән хеҙмәткәр араһында килеп тыуған был мәсьәлә үҙаллы һәм килешеп хәл ителмәһә, ул хеҙмәт бәхәсенә әйләнә.
Бындай аңлашылмаусанлыҡтар башлыса хеҙмәт ҡануниәте йәки башҡа норматив хоҡуҡи акттар, хеҙмәт хоҡуғы нормалары, хеҙмәт килешеүе, башҡа төр килешеүҙәр, локаль норматив акттар буйынса килеп тыуыуы ихтимал. Бөгөн Рәсәй Федерацияһы Хеҙмәт кодексы һәр кемгә ҡарата шәхси хеҙмәт шарттарын үҙгәртеү мәсьәләләрен дә ҡарай. Эшләп йөрөгәндәр генә түгел, ә быға тиклем хеҙмәт мөнәсәбәтендә булып эштән китеүселәр ҙә бәхәс сәбәбенә әйләнеүе ихтимал. Ул шулай уҡ эш биреүсе менән хеҙмәт мөнәсәбәте төҙөргә теләп тә унан кире ҡағыу алған граждан менән эш биреүсе араһында ла тыуыуы мөмкин.
Шәхси хеҙмәт бәхәсе хеҙмәт бәхәстәре буйынса комиссияла һәм суд тарафынан ҡарала. Тап улар хеҙмәт килешеүе бәхәсен ҡарарға хоҡуҡлы. Ҡайһы бер категория хеҙмәт килешеүҙәренең судҡа тиклем дә ҡаралыуы ихтимал. Хеҙмәт бәхәсе буйынса комиссияның эшмәкәрлеге дөйөм принциптарҙан ҡорола. Хеҙмәт бәхәстәре, ғәҙәттә, тәүҙә ойошмаларҙа ҡарала, был иһә уларҙы өйрәнеү срогын ҡыҫҡартырға, дәлилдәр тупларға мөмкинлек бирә. Әгәр ҙә яҡтар уртаҡ бер килешеүгә килмәһә, эш судҡа тапшырыла. Хеҙмәт бәхәсе буйынса комиссияның эш биреүсе йәиһә хеҙмәткәрҙәр инициативаһы менән дә төҙөлөүе ихтимал. Комиссия эш биреүселәр һәм хеҙмәткәрҙәрҙән торған тигеҙ составта төҙөлә. Законға ярашлы, яҡтар комиссия төҙөү тураһында яҙма рәүештә тәҡдим алғас та, ике яҡ та үҙҙәренең вәкилдәрен билдәләй. Бының өсөн 10 көн ваҡыт бирелә. Хеҙмәткәрҙәр үҙҙәренең вәкилдәрен дөйөм йыйылышта һайлай.
Комиссияға хеҙмәт ҡануниәте тураһындағы закон менән яҡындан таныш булған кешеләрҙе йәлеп итеү мөһим. Мәҫәлән, юрист, хеҙмәт буйынса иҡтисадсы, кадрҙар менән эшләүсе. Хеҙмәт бәхәсе буйынса комиссия составы приказ менән нығытыла.

Ә. Билалова,
Хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау
идаралығы бүлегенең әйҙәүсе белгесе.

Комментариев нет:

Отправить комментарий

Примечание. Отправлять комментарии могут только участники этого блога.