20 апр. 2012 г.

Сифат һәм хәүефһеҙлек

Страховкалау ирекле булырға тейеш

Гәзитебеҙҙә донъя күреп килгән “Сифат һәм хәүефһеҙлек” рубрикаһына күп һорауҙар менән мөрәжәғәт итәләр. Уларға Роспотребнадзорҙың Башҡортостан Республикаһы буйынса Сибай территориаль бүлеге белгесе Р.М. Әминева яуап бирә.
1-се һорау: Банк заемсының кредит бурыстары тураһындағы белешмә биргән өсөн түләүҙе кредит килешеүенә индерергә хаҡлымы?
Яуап: Юҡ, был ҡануниәтте һәм ҡулланыусының хоҡуғын боҙоу тигәнде аңлата. Кире осраҡта яҙма рәүештә банкка мөрәжәғәт итергә кәрәк.
2-се һорау: Кредит биреү ойошмалары заемсыларҙың ғүмерен һәм һаулығын (кредит алған көндән түләп бөткәнсә) мәжбүри рәүештә страховкаларға хаҡлымы?
Яуап: Юҡ, кредит ойошмаларының ундай хоҡуғы юҡ. Страховкалау ирекле рәүештә булырға тейеш. Әгәр ҙә кредит ойошмаһы мәжбүри страховкалай икән – судҡа мөрәжәғәт итә алаһығыҙ. 
3-сө һорау: Автомобилде автосервисҡа тапшырғанда ниндәй документтар тултырырға кәрәк?
Яуап: Ҡулланыусы менән яҙма рәүештә килешеү төҙөлөргә тейеш. Ғәҙәттә, ул заказ-наряд формуляры буйынса тултырыла. Килешеүҙә ҡаралған бөтә эштәр өсөн иҫәпләшеү ҡулланыусы алдында квитанциялар, жетондар, чектар менән нығытылырға тейеш.
Хеҙмәт күрһәтеү тураһындағы килешеүҙә түбәндәге мәғлүмәттәр булырға тейеш:
  • башҡарыусы ойошманың тулы юридик адресы: рәсми исеме һәм уның урынлашҡан урыны, шулай уҡ шәхси эшҡыуарҙың фамилияһы, исеме, атаһының исеме, дәүләт теркәүе тураһындағы мәғлүмәт;
  • ҡулланыусының фамилияһы, исеме, атаһының исеме, телефоны, адресы;
  • заказ алынған дата һәм уны башҡарыу срогы;
  • күрһәтелгән хеҙмәт өсөн түләү суммаһы, түләү тәртибе;
  • автотранспорттың маркаһы, моделе, дәүләт номеры, төп агрегаттарҙың һаны;
  • яҡтарҙың килешеүе буйынса автотранспорттың билдәләнгән хаҡы;
  • күрһәтелгән хеҙмәт төрө (башҡарыласаҡ эш), башҡарыусы тарафынан алынған запас частар һәм материалдарҙың исемлеге, уларҙың хаҡы һәм һаны;
  • башҡарылған эш өсөн гарантия ваҡыты.
Килешеү төҙөлгәс, унда заказды ҡабул итеүсенең (килешеү төҙөүсенең) исеме, фамилияһы, атаһының исеме күрһәтелә, уның һәм ҡулланыусының ҡултамғаһы булырға тейеш.
Әгәр ҙә ҡулланыусы автотранспортын техник хеҙмәтләндереү өсөн ҡалдырһа, башҡарыусы килешеү менән берлектә ҡабул итеп алыу-тапшырыу акты ла төҙөргә бурыслы. Унда автотранспорт сараһының торошо, комплект тулылығы, күренгән тышҡы етешһеҙлектәр һәм дефекттары, ҡулланыусының килтергән запас частары һәм материалдары (дөрөҫ исемдәре, торошо һәм хаҡы) яҙылырға тейеш.
Ҡабул итеп алыу-тапшырыу акты башҡарыусы яғынан яуаплы кешенең һәм ҡулланыусының ҡултамғалары менән нығытыла һәм башҡарыусының мисәте ҡуйыла.

Лилиә ТАКАЕВА әҙерләне.

Комментариев нет:

Отправить комментарий

Примечание. Отправлять комментарии могут только участники этого блога.