20 апр. 2012 г.

Шаңдау

Сәсеүлектәрҙе  малдан тапатмайыҡ!

Күптән түгел “Һаҡмар” гәзитендә баҫылған Темәс ауыл биләмәһе хакимиәте башлығы вазифаһын башҡарыусы Р.Йәнсуриндың “Ат көтөүҙе тәртипкә һалыу – көнүҙәк мәсьәлә” тигән үткер фекерле сығышына мин дә үҙ фекеремде өҫтәйем. Был мәҡәлә шул тиклем көслө һәм дөрөҫ яҙылған. 


Мин 20 йыл фермер булып эшләйем. Был дәүерҙең һуңғы өс-дүрт йылында күргән үҙәккә үтерлек ауырлыҡты кисергән булманы. Өс йыл рәттән үҙемдең 146 гектар ерҙәге уңыш Темәс, Әмин, 3-сө ферма, Таһир, Муллаҡай ауылдары халҡының көтөүһеҙ йөрөгән йылҡы малы тарафынан юҡҡа сыҡты. Исмаһам, 2-3 тонна ла уңыш йыйып булманы.
Был ергә күпме көс, хеҙмәт китеүен һәр кем аңлайҙыр, моғайын. Сы-ғымдар кәм тигәндә 300 мең һум тәшкил итте. Әммә берәҙәк мал эйәләре тейешле язаһын күрмәне. Аттарын бикләп тә ҡаранылар, ләкин төнөн егеттәр һарайҙы емереп алып сыҡтылар. Уларҙың аҙаҡтан эсеп алып маҡтанып йөрөүҙәре беҙгә мәғлүм. Бындай кешеләр менән нисек көрәшергә? Бер генә юл бар: район етәкселәре, прокуратура, эске эштәр бүлеге, ауыл хакимиәттәре берҙәм булып эшләргә, һәр биләмә Советында ҡарар сығарылырға тейеш. Унан һуң бөтә ауылдарҙағы аттарҙы теркәргә һәм тамғаларға кәрәк. Бының өсөн тәүҙә йылҡыларҙың янбашына ауыл исеменең баш хәрефен, уның янында ат эйәһенең нисә баш малы булыуын һанап, баш хәреф янына һан ҡуйырға. Мәҫәлән, мин ауылымдың исемен “И” итһәм, янында “1” аны ҡуйырға кәрәк. Йылҡының күпме булыуына ҡарамаҫтан, һәр береһенә 1 һаны ҡуйырға мөмкин (был осраҡта кешенең нисә баш йылҡы булыуы асыҡлана һәм ғәйеплене табыуы ла еңел).
Тәҡдимем шулай: йылҡы малының игенлекте тапау факты асыҡланһа, уны бикләргә, янбаштарындағы тамғаларын фотоға төшөрөп алырға (мотлаҡ комиссия күҙәтеүе аҫтында), унан бөтә ауылға, районға, хоҡуҡ һаҡлау органдарына фашларға кәрәк. Бында инде кемдең, нисә аты эләккәнен әлеге тамғалар буйынса хакимиәттәге исемлектән табып, бар сығымдарҙы ҡаплатып алырға мөмкин буласаҡ. Тамға булмаһа, ул малдың эйәһе юҡ тигәнде аңлата. Был тәңгәлдә инде уны законлы рәүештә ит комбинатына оҙатырға мөмкин.
Ат эйәләре тағы ла шуны онотмаһын: хәҙер бар ерҙәр пай хужаларының шәхси милке булып һанала. Шуға күрә әгәр кешеләр малдарына хужа була алмай, улары пайсыларҙың ерҙәрендә көтөлә икән, бөтә яуаплылыҡ ат хужаларында буласаҡ, улар зыянды ҡапларға тейеш. Йылҡы эйәләренең көтөүсегә аҡса түләргә һаранланыуы бына ошондай эҙемтәгә килтереүе мөмкин.
Уйланырға әле ваҡыт бар. Көтөүсе тотоу иң файҙалы һәм кәрәклеһе тиергә була. Ишетеүемсә, былтыр мал тапаған өсөн, 8-9 фермер иген сәсеүҙән файҙа юҡ тип, унан бөтөнләй баш тартырға уйлай. Ә бүтәндәр был хәлде күреп, фермерлыҡҡа дәғүә лә итмәйәсәк. Был беҙҙең киләсәк өсөн ҡурҡыныс хәл.
Әлбиттә, мал көтөргә, уның файҙаһын күрергә кәрәк. Ауылдарҙа эш юҡ тип күптәр эсеп йөрөгәнсә, мал, ҡош-ҡорт тотоп, йәшелсә үҫтереп йәшәй ала. Әммә мал тотоуҙа тәртип булырға тейеш. Сәсеүлектәрҙе, тәбиғәтте берәҙәк малдан тапатыуға ҡаршы беҙ бөтә йәмәғәтселек менән көрәшергә бурыслыбыҙ. Ә бындай фактҡа юл ҡуйыусы мал эйәләре закон алдында яуап бирһен!

Б. Маннапов.
Түбәнге Иҙрис ауылы.

Комментариев нет:

Отправить комментарий

Примечание. Отправлять комментарии могут только участники этого блога.