27 апр. 2012 г.

Имен бала саҡ һәм ғаилә ҡиммәттәрен нығытыу йылы

Йылы усаҡ ҡабыҙған төҙөүселәр
Тыуған төйәгебеҙҙе матур кешеләр һәм, әлбиттә, уларҙың фиҙаҡәр хеҙмәте биҙәй. 1937 йылда Икенсе Этҡол ауыл советының Ҡуяндар ауылында донъяға килгән Бибинур Кәлимулла ҡыҙы Ғарипованың тормошо ла районыбыҙға, уны үҫтереүгә бәйле. Һәр тиҫтеренә эләккән тормоштоң әсе нужаһын уға ла етерлек татырға тура килә. Бәләкәй саҡтан әсәһенә фермала һыйыр һауырға ярҙам итә. Эшһөйәр ҡыҙ нимәгә тотонһа ла, ҡулынан осҡондар сәсеүе менән кешеләрҙе һоҡландыра. 


1955 йылда Бибинур Кәлимулла ҡыҙы үҙенең мәңгелек мөхәббәте—Нәзиф Ғариф улы Ғариповты осрата. Йәштәр күп тә үтмәй өйләнешеп, бәхетле ғаилә ҡора. Икеһе лә төҙөүсе булып эшләй. Бибинур инәй ул йылдарҙы һағыш менән хәтеренә ала. Ысынлап та, өйҙә лә, эштә лә гел бергә булған, бер-береһен өҙөлөп яратҡан парҙарҙы хәҙерге ваҡытта бик һирәк осратырһың. Оҙаҡ йылдар төҙөүсе булып эшләгән осорҙа Н.Ғ. Ғарипов районды урап сыға, социаль-мәҙәни әһәмиәткә эйә булған объекттар һала, мал ҡуралары һәм торлаҡ йорттар төҙөй. Баймаҡ ҡалаһында һәм ауылдарҙа Бибинур Кәлимулла ҡыҙы менән Нәзиф Ғариф улының алтын ҡулдары менән тиҫтәләгән объект, өйҙәр ҡалҡып сыға.
Ғариповтарҙың татыу ғаиләһендә Наил, Фәнил, Фәнис (үкенескә ҡаршы, ул хәҙер гүр эйәһе инде), Флюр, Айҙар, Айгөл исемле аҡыллы, уңған алты бала үҫә. Уларҙың һәр береһе был тормошта үҙ урынын табып, бынамын итеп тормош көтә, балалар үҫтерә. Ата-әсәһе биргән тәрбиә уларға тик яҡшылыҡ эшләү, мохтаждарға ярҙам ҡулы һуҙыуҙы йәшәү рәүеше иткән. Бибинур инәйҙең килендәре Әлфиә һәм Фәйрүзә апайҙар ҙа ҡәйнәһе өсөн өҙөлөп тора. Улар төҙөүсе ҡайны-ҡәйнәһе аманат итеп тапшырған ғаилә йолаларын һаҡларға, үҫтерергә ынтыла, балаларында олоһона ла, кесеһенә лә ихтирам тойғолары тәрбиәләй.
Бибинур Кәлимулла ҡыҙы бер йыл инде мәңгелек донъяға күскән тормош иптәше менән янып эшләгән, гөрләтеп йәшәгән ғүмер миҙгелен иң ҡәҙерле хәтирәләре итеп һаҡлап, балаларының ҡәҙер-хөрмәтендә йәшәй, ейәндәрен генә түгел, бүләләрен дә һөйөп кинәнә. Ошо көндәрҙә хөрмәтле төҙөүсе 75 йәшен дә туйлаясаҡ икән. Уға ысын күңелдән тик бәхеттәр һәм ныҡлы һаулыҡ теләгебеҙ килә. 
Районыбыҙҙың үҫеше өсөн күп көсөн һалған, тырышып эшләгән Бибинур Кәлимулла ҡыҙы, яҡты хәтирәһе яҡташтары күңелендә һаҡланған билдәле төҙөүсе Нәзиф Ғариф улының тормошо беҙҙең өсөн үрнәк булып тора. Йылы ғаилә усағы тоҡандырып, уның яҡтыһын үҙҙәренә генә түгел, ә балаларының балаларына еткергән ошондай ғаиләләр күберәк булһа, көнитмешебеҙ тағы ла яҡтыраҡ, мөхәббәтлерәк булыр ине.

Гүзәл ИҪӘНГИЛДИНА.

Комментариев нет:

Отправить комментарий

Примечание. Отправлять комментарии могут только участники этого блога.