13 апр. 2012 г.

Яңылыҡтар

Депутат ҡабул итә
19 апрелдә иртәнге сәғәт 10-дан төшкө 1-гә  тиклем муниципаль район хакимиәте бинаһында (301-се бүлмә)  Федераль Йыйылыш Дәүләт Думаһы депутаты Сәлиә Шәрифйән ҡыҙы Мырҙабаева граждандарҙы шәхси һорауҙары буйынса  ҡабул итә.
Шулай уҡ БР буйынса Йәш эшҡыуарҙар ассоциацияһы юрисы бушлай консультация бирәсәк.
Белешмәләр өсөн телефон: 3-10-07.
 
Яңы үҙәк эш башланы
Сибай ҡалаһында “Урал аръяғының эшлекле донъяһы” бизнес үҙәге базаһында республикабыҙҙың көньяҡ-көнсығыш төбәгенең бәләкәй һәм урта бизнес вәкилдәре өсөн беренсе мәғлүмәт-консультация үҙәге асылды.
Бында эшҡыуарҙар һалым түләү, бухгалтер иҫәбе, кредит юллау, предприятиены хоҡуҡи яҡлау һәм үҫтереү, бизнесты планлаштырыу, квалификацияны күтәреү һәм эшмәкәрлектең башҡа мәсьәләләре буйынса консультация ала аласаҡ.
Мәғлүмәт-консультация үҙәгенә һәр кесе йома 14.00 сәғәттән 16 сәғәткә тиклем мөрәжәғәт итергә була. Адресы: Сибай ҡалаһы, Индустриаль шоссе урамы, 32.
 
“Уңған килен, сабыр ҡәйнә – тормош нигеҙе”
Ошо исем аҫтында Мерәҫ китапханаһында бәйге үткәрелде. Унда ауылдың иң уңған килендәре һәм ҡәйнәләре көс һынашты. Программала визитка, аш-һыуҙы рекламалау, концерт номерҙары, ҡул эштәре күрһәтелде. Барлыҡ һынауҙарҙы уңышлы үткән Зәйтүнә Зиннур ҡыҙы һәм Розалия Миңлебай ҡыҙы Нәҙербаевалар еңеүсе тип табылды. Улар тиҙҙән зона ярышында ауыл намыҫын яҡлаясаҡ. Ойоштороусылар сараның бағыусыһы -Мерәҫ ауыл биләмәһенә ҙур рәхмәтен белдерә.                                                                          
Д. Яхина, китапханасы.
 
Келәмдә – көрәшселәр
Иртәгә ҡаланың “Баһадир” физкультура-һауыҡтырыу комплексында республика кимәлендә милли көрәш буйынса “ХХ Ауыл спорт уйындары” сиктәрендә ярыш башланасаҡ. Унда бығаса ҡатнашмаған Балтас, Нуриман, Күгәрсен һ.б. райондар спортсылары ла килеүе көтөлә. Ярыш 2 көн дауам итәсәк.
 
Эфирҙа — еңеү һалдаттары
Һуғыш йылдары алыҫлашҡан һайын уның хәтирәләре тоноҡлана бара. Ләкин илебеҙҙең күгенә тыныслыҡ алып килгән Еңеү һалдатын оноторға хаҡыбыҙ юҡ. Баймаҡ телерадиотапшырыуҙар студияһы Бөйөк Ватан һуғышы ветерандарына бағышланған өр-яңы рубрика тәҡдим итә. Унда ҡала һәм райондың һуғыш һәм тыл ҡаһармандары үҙ иҫтәлектәре менән уртаҡлашасаҡ. Ике телдә әҙерләнгән “Еңеү һалдаттары” программаһы кесаҙнанан эфирға сыға башлай.
В. Әбйәлилова, БДУСИ студенты.

Комментариев нет:

Отправить комментарий

Примечание. Отправлять комментарии могут только участники этого блога.