6 апр. 2012 г.

Төбәкте үҫтереү программаһы

Районда эшҡыуарлыҡ үҫеш ала
 
Дәүләт ярҙамы яңы мөмкинлектәр аса

Билдәле булыуынса, бөгөн бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡты үҫтереүгә дәүләт тарафынан ҙур ярҙам күрһәтелә. Был тәбиғи ҙә, сөнки илебеҙҙең киләсәген был йүнәлештән тыш күҙ алдына ла килтереп булмай. Бәләкәй бизнестың үҫеүе иҡтисадтың рациональ структураһын булдырыу, эшһеҙлек проблемаһын көйләү, урта класты формалаштырыу, баҙарҙы тауарҙар һәм уңайлыҡтар менән байытыу, төбәк, урындағы бюджеттарҙы тулыландырыу кеүек мөһим мәсьәләләрҙе тормошҡа ашырыуға булышлыҡ итә.
Бөгөн Баймаҡ районында 1800-ҙән ашыу бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ субъекты бар. Бәләкәй һәм урта бизнеста 4 мең кеше эшләй, был иҡтисади әүҙем халыҡтың 6 процентын тәшкил итә. Дөйөм алғанда, эшҡыуарҙар етештергән продукция күләме 20 процентҡа етә.
Бизнестың үҫеше эшҡыуарҙың тырышлығы, өлгөрлөгөнә генә бәйләнмәгән, әлбиттә, был тәңгәлдә төрлө кимәлдәге дәүләт ярҙамы ла ҙур роль уйнай. Мәҫәлән, төрлө льготалар, субсидиялар бүлеү яңы эш башлаусы эшҡыуарҙарға ғына түгел, ә аяғында ныҡлы баҫып торған бизнесмендар өсөн дә этәргес ярҙам. Шуныһы ҡыуаныслы, һуңғы йылдарҙа дәүләт эшҡыуарлыҡҡа йөҙ менән боролдо, төрлө программалар уңышлы эшләй. Районда “Баймаҡ” мәғлүмәт-консультация үҙәгенә үҙ эшен асырға теләүсе һәр кем юридик һәм бухгалтерлыҡ мәсьәләләре буйынса мөрәжәғәт итә, бизнес планы төҙөтә, кәрәкле бөтә мәғлүмәт ала.
Былтыр урта һәм бәләкәй эшҡыуарлыҡ субъекттарына дәүләт тарафынан хәтһеҙ ярҙам күрһәтелгән. Әйтәйек, “Старт-ап” программаһы буйынса бөтәһе 10 эшҡыуар 1 млн һумлыҡ субсидия алған, муниципаль бюджеттан иһә 100 мең һум бүленгән. Атап үтелгән 10 йүнселдең 6-һы ауыл хужалығында эшләй. Шуларҙан Азамат Янышев (Ишмөхәмәт ауылынан) – трактор, Марат Килмөхәмәтов (Баймаҡ) – ит продукттарын ыҫлап киптереү термокамераһы, Станислав Артамонов (Урғаҙа)- балыҡ ыҫлап киптереү камераһы, Фәтих Әхмәров (Ҡыуат) – бейәләр, Альберт Йәрмуллин (Урал) ер эшкәртеү өсөн һабан һәм катоктар һатып алды. Икенсе Этҡолдан Гөлдәр менән Амур Әминевтар иһә 30 баш һыйыр малына иҫәпләнгән аҙбар төҙөп ултыртҡан. 


Гөлдәр һәм Амур Әминевтарҙың КФХ-һы бөгөн малсылыҡ йүнәлеше буйынса уңышлы эшләгән һәм яҡшы күрһәткестәргә өлгәшкән бәләкәй хужалыҡтарҙың береһе. Әле  уларҙа ике тиҫтәгә яҡын һыйыр малы, шул иҫәптән 5 һауын һыйыры, тиҫтәгә яҡын йылҡы аҫрала. Хужалыҡ ҡышты имен сығып килә, аҙыҡ базаһы ла ныҡлы ғына. Әминевтар быйыл тағы ла бер аҙбар төҙөп ултыртыу һәм малсылыҡ тармағын киңәйтеүҙе маҡсат итеп ҡуя. Һарыҡсылыҡ тармағын үҫтереүгә лә тотонмаҡсылар – ошо арала күпләп романов тоҡомло һарыҡтар һатып алырға йыйыналар. Ғөмүмән, был ғаиләнең тырышлығы күптәргә өлгө булырлыҡ. Әйткәндәй, былтырғы йыл йомғаҡтары буйынса Әминевтарҙың фермер хужалығы районда иң яҡшыларҙың береһе булараҡ билдәләнде.
                 Һүрәттә: А.Әминев.


Үткән йылда БР Ауыл хужалығы министрлығы линияһы буйынса райондың урта һәм бәләкәй эшҡыуарлыҡ субъекттарына 25 млн 820 мең һум дәүләт ярҙамы күрһәтелде. Был субсидиялар һөт һәм ит малсылығын, йылҡысылыҡты, умартасылыҡты, һарыҡсылыҡты үҫтереүгә, дизель яғыулығы, орлоҡ һ.б. һатып алыуға бирелде.
– Дәүләт ярҙамы районда бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡты артабан үҫтереүгә булышлыҡ итте, – тип билдәләне   ошо көндәрҙә район хакимиәтендә эшҡыуарҙар, мәғлүмәт-консультация үҙәге етәкселәре менән булған төбәк кәңәшмәһендә сығыш яһап район хакимиәте башлығы И.Х. Ситдыҡов. – Әгәр ҙә һуңғы 10 йыл эсендә фермер хужалыҡтары 56-нан 197-гә ҡәҙәр үҫһә, дәүләт ярҙамы арҡаһында былтыр ғына тағы ла 64 яңы КФХ теркәлде. Бөгөн фермер хужалыҡтары бөтә сәсеү майҙанының 25 процентын эшкәртә, райондағы һыйыр малының 12 һәм йылҡының 20 процентын аҫрай. Ауыл хужалығында уларҙың тулайым продукцияһы арта һәм йыл башына 13 процент тәшкил итте. Әйткәндәй, дәүләт ярҙамы быйыл да дауам итәсәк. Район бюджетынан ғына эшҡыуарлыҡҡа 500 мең һум ярҙам бүленәсәк.
Урта һәм бәләкәй эшҡыуарлыҡ субъекттары йылдан-йыл ауыл хужалығы эшмәкәрлегенең яңы йүнәлештәрен үҙләштерә, яңы эш урындары булдыра. Мәҫәлән, былтыр район буйынса бөтәһе 10 млн һумлыҡ ауыл хужалығы техникаһы һәм ҡоролмаһы һатып алынған, шуның 75 проценты фермер хужалыҡтарына һәм шәхси эшҡыуарҙарға тура килә. Колбаса, икмәк-булка изделиелары, ит ярымфабрикаттары сығарыу, быйма баҫыу, халыҡ кәсептәрен үҫтереү кеүек производстволар тап эшҡыуарҙар тарафынан асыла һәм уңышлы эшләй.
Урал аръяғын иҡтисади үҫтереүҙең уртаса сроклы комплекслы программаһына беҙҙең райондың эшҡыуарлыҡ субъекттары яңы проекттар менән инде. Әйтәйек, Баймаҡта ит комбинаты файҙаланыуға тапшырылды. Ғаилә һөтсөлөк фермаларын үҫтереү программаһында 12 кеше ҡатнашырға теләк белдерҙе. Шул уҡ ваҡытта ҡаҙ үрсетеү һәм ҡош һуйыу өсөн цех асыу (Баймаҡтан “Г.З. Байрамғолова” КФХ-һы), балыҡсылыҡты үҫтереү (Йомаш ауыл биләмәһенән “Б.Ф. Миңлебаев”КФХ-һы), бәләкәй фермалар төҙөү һәм кролик үрсетеү (Түбәнән шәхси эшҡыуар И.Ш. Йомағолов), йәшелсәселекте үҫтереү (Әбделкәримдән И.Н. Ямалетдинов һәм Иҫке Сибайҙан З.Һ. Хәйетова), күн сеймалы әҙерләү (Баймаҡтан Р.Ш. Сәмәрхәнов) һ.б. буйынса проекттар бар.
Күреүебеҙсә, бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ һуңғы осорҙа ныҡлы тамыр йәйә, уны үҫтереүгә республика, район етәкселеге тарафынан ҙур ярҙам күрһәтелә. Шулай уҡ төрлө дәүләт программалары эшләй. Быйыл да эшҡыуарҙарға, фермерҙарға, аграрийҙарға федераль һәм республика бюджеттарынан ярҙам буласаҡ.
 
Азамат Мөхәмәтшин.

Комментариев нет:

Отправить комментарий

Примечание. Отправлять комментарии могут только участники этого блога.