16 апр. 2012 г.

Конкурстар

Бөйөк Еңеүгә дан йырланды
Ошо көндәрҙә Өфө яғыулыҡ-энергетика колледжының Баймаҡ филиалында «Бөйөк Еңеүгә дан» тип аталған конкурс булды. Ярыштың төп маҡсаттары булып патриотик рухтағы йырҙарҙы башҡарыусы йәш таланттарҙы билдәләү, уларҙы ошо йүнәлештә тәрбиәләү, рухи һәм ижади үҫешкә юл асыу торҙо. Бында 30 йәшкә тиклемге айырым вокал коллективтары һәм яңғыҙ башҡарыусылар сығыш яһаны. Конкурс шарттары буйынса ҡатнашыусыларҙың тәүге йыры һуғыш йылдарына, Тыуған илгә, еңеүгә бағышланһа, икенсеһе тыныслыҡ, әрме, Афған һуғышына арналған булыуы мотлаҡ ине.


Сараны 2010 йыл конкурсы еңеүселәре Руслан Хисамиев менән Руслан Тимербулатов асып ебәрҙе. Артабан һүҙ район хакимиәте башлығы урынбаҫары Илдус Әдиф улы Зәйнуллинға бирелде. Ул был конкурста бөтә райондың әүҙем ҡатнашыуын, шул уҡ ваҡытта бөгөнгө көндә патриотик-тәрбиәүи эштәрҙең етешмәүен билдәләне һәм ошондай темаларға арналған сараларҙың күберәк үткәрелеүен теләне. Һуңынан һүҙ район ветерандар советы рәйесе Төхвәт Бикҡоловҡа бирелде. Ул һуғыш һәм һуғыштан һуңғы осорға байҡау яһап, ҡатнашыусыларға совет ветерандары исеменән рәхмәт белдерҙе.
Ярышта ике тиҫтә самаһы яңғыҙ һәм вокал коллективтар ҡатнашты. Темәс, Өмөтбай, Кәрешкә, Аҡморон, Бикеш, Сосновка, Ҡуянтау,  Беренсе  һәм Икенсе Этҡол ауылдары йылдағыса сағыу сығыштары менән ҡыуандырҙы. «Любизар», «Тәфтиләү», «Һалдат йыры», «Катюша», «Батырҙар һәйкәле», «Ерән ҡашҡа», «Мәңгелек ут», «Алеша», «Ҡайтмаған һалдаттар», «Ерҙән һалдат атлай», «Баймағым» йырҙары тамашасы күңеленә хуш килде.
Урындар түбәндәгесә билдәләнде: Фәнүр Буранбаев (Ҡуянтау), Айбулат Йәрмөхәмәтов (Сосновка), Гүзәлиә Мәхмүтова (Сыңғыҙ), Флорида һәм Азамат Ғарифуллиндар (Темәс), Айгөл Әхмәҙиева (Өмөтбай), Ришат Шәрипов (1-се мәктәп), Ильяс Зөлҡәрнәев (Кәрешкә) һәм башҡалар әүҙем ҡатнашыусылар тип танылды һәм маҡтау грамоталары менән бүләкләнде.
Яңғыҙ башҡарыусылар араһында өсөнсө урынды Наил Солтангилдин, Анастасия Билалова (3-сө мәктәп), икенсене Динар Санъяров менән Инйәр Сәйетов алһа, беренсе урынды Аҡморон мәктәбе уҡыусыһы Инзилә Йәминева яуланы.
Вокал коллективтар араһында өсөнсө урынды Аҡморон, Сыңғыҙ  мәктәптәре һәм Баймаҡ ауыл хужалығы техникумы, икенсе урынды Урғаҙа, БРКЛИ һәм Баймаҡ ҡалаһының 105-се һөнәрселек училищеһы кадеттары алһа, беренсе урынды Ҡуянтау мәктәбенең «Юность» коллективы яуланы. «Ансамбль 7 йыл дауамында эшләп килә. Унда бик һәләтле уҡыусылар йыйылған. Улар уҡыуҙа ла һынатмай, шулай уҡ Ҡуянтау мәктәбе КВН командаһының төп составы булып тора. 2011 йылда еңеү яулағандан һуң Өфөгә барып ҡайттыҡ. Ул йыл беҙгә сынығыу кеүегерәк булһа, быйыл, Алла бирһә, уңыштар булыр, тип ышанабыҙ», – тине ансамблдең етәксеһе  Надежда Седова.
 Ошондай сараларҙың йышыраҡ үткәрелеп тороуын һәм Баймаҡтың данын яҡлаусы «Юность» вокал ансамбленә уңыштар ғына теләйһе ҡала.

Айгөл Абдрахманова, БДУСИ студенты.
Автор фотоһы.

Комментариев нет:

Отправить комментарий

Примечание. Отправлять комментарии могут только участники этого блога.