11 апр. 2012 г.

Беҙҙең интервью

Янғындан һаҡланайыҡ

Республикала  1 апрелдән 15 майға тиклем янғын хәүефһеҙлеге режимы индерелде. Ҡар иреп, ер-һыу кибә башлау менән күптәр тәбиғәт ҡосағына ташланасаҡ. Ләкин урманда ял итеү тәртиптәре менән беҙ танышмы? Янғын сығармаҫ өсөн ниндәй талаптарҙы мотлаҡ күҙәтергә? Ошо һорауҙар менән “Баймаҡ урмансылығы” дәүләт бюджет учреждениеһының урман һәм янғын хәүефһеҙлеген күҙәтеү федераль дәүләт бүлеге начальнигы вазифаһын башҡарыусы Хәлит Ғәле улы Вәлишин менән әңгәмәләштек.


– Хәлит Ғәле улы, һеҙҙең коллектив өсөн тынғыһыҙ миҙгел башланды...
– Дөрөҫөн әйткәндә, беҙҙең өсөн һәр миҙгел яуаплы, йыл әйләнәһенә урман һағына баҫабыҙ. Районда алты участка урмансылығы бар. 158,8 мең гектар урманды һаҡларға 28 кеше йәлеп ителгән. Көндәр йылытыу менән тағы ла ҙурыраҡ яуаплылыҡ өҫтәлә. Сөнки янғын хәүефһеҙлеге етди иғтибар талап итә. Тәбиғәт ҡосағында «ҡырағай» ял итеүселәр ҙур зыян килтерә. Йыл һайын Башҡортостан Республикаһында янғындан меңәр гектар урман юҡҡа сыға. Уҙған йылда Баймаҡ районы биләмәһендә урман янғыны осраҡтары теркәлмәне. Ә 2010 йылда 18 гектарҙа үҫентеләр янғынға дусар булғайны. Төп сәбәп – халыҡтың ут менән һаҡһыҙ эш итеүе. Районда иң күп янғындар Икенсе Этҡол ауыл биләмәһендә теркәлде. 
– Урманда ниндәй талаптарҙы күҙәтеү мотлаҡ ?
– Әле ер йәшел үлән менән ҡапланмаған, бөрөләр асылмаған. Шуға күрә республикала янғын хәүефен тыуҙырмаҫ өсөн урманға инеү ваҡытлыса тыйылды. Урман зонаһында, юл ситтәрендә, баҡсаларҙа шырпыны, тәмәке төпсөктәрен, янып ятҡан усаҡ көлөн һүндермәй ташларға ярамай. Бындай урындарҙа машиналарҙы заправкалау, автомобилдәрҙә төҙөк булмаған яғыулыҡ менән тәьмин итеү системаһын файҙаланыу, машина эргәһендә тәмәке тартыу һәм ут менән булышыу тыйыла. Урманға яҡын урындарҙа усаҡ яғыу, үләнгә ут төртөү ярамай. Тәбиғәттә ял итеүҙе йәйгә ҡалдырыу хәйерле. Урманда, асыҡ яландарҙа быяла шешәләрҙе һәм банкаларҙы ҡалдырыу ярамай, уларҙың тоҡандырыусы линза ролен үтәүе ихтимал. Тәбиғәткә сыҡҡанда балта, көрәк, биҙрә һәм ҙур пластик пакет һауыт менән һыу алырға кәрәк.
– Хәлит Ғәле улы, урманда янғын сыға ҡалһа, кеше тәүҙә нимә эшләргә тейеш?
– Паникаға бирелмәҫкә һәм хәлде дөрөҫ баһаларға. Утты һүндерергә үҙеңдең генә көсөң етәме, әллә ярҙам саҡырырғамы? Был бик тә мөһим, сөнки янғындың артабан көсәйеүенә юл ҡуйырға ярамай. “112” телефоны аша янғын һүндереүселәргә шылтыратырға кәрәк. Бөтә төр кәрәҙле бәйләнеш операторҙары өсөн дә был һандарҙың бер икәнен иҫегеҙҙә тотоғоҙ, шылтыратыу бушлай. Телефон бәйләнеше булмаһа, кемделер яҡындағы ауылға ярҙамға йүгертергә кәрәк. Йылғаға сумып сығып өҫ кейемдәрҙе һыуларға, еүеш марля аша тын алырға. Алға эйелеп, елгә ҡаршы атларға һәм ут уртаһында ҡалмаҫ өсөн, мөмкин булһа, уға параллель барырға.
Әгәр ҙә янғынды баҫырға үҙ көсөгөҙ ҙә етә тип уйлаһағыҙ, уға тупраҡ йәки яҡын арала булған йылғанан һыу ташып һибеп һүндерегеҙ. 1,5-2 метр оҙонлоғондағы ағас ботаҡтары менән утты ергә ҡуша һуғығыҙ. Еүеш кейемдәрҙе лә файҙаланырға мөмкин. Әгәр ҙә янғын ҙур булмаһа, уны ҡалын табанлы аяҡ кейеме менән дә тапарға мөмкин. Утты һүндергәс тә китергә ярамай, уның тулыһынса һүнгәненә ышанырға һәм был хаҡта яҡындағы урмансылыҡҡа, янғын һүндереү хеҙмәтенә хәбәр итергә кәрәк.
– Баймаҡ урмансылығы янғын хәүефле миҙгелгә әҙерме?
– Баймаҡ урмансылығы урман янғынына ҡаршы кәрәкле ҡорамалдар менән тулыһынса тәьмин ителгән. Был тәңгәлдә беренсе булып әҙерлек эштәрен Икенсе Этҡол урман участкаһы тамамланы. Лесничий Мансур Хәлитов был сараға етди иғтибар бирҙе. Урман янғынын булдырмаҫ өсөн профилактика эштәрен киң йәйелдереү мотлаҡ. Уның өсөн листовкалар тараттыҡ, халыҡ менән осрашыуҙар үткәрәбеҙ. Тағы ла шул хаҡта иҫкәртергә кәрәк, тип уйлайым: урманда янғын хәүефһеҙлеген боҙоусыларға 2500 һумға тиклем административ штраф һалына. Шулай уҡ ут менән һаҡһыҙ эш итеү арҡаһында урман үҫентеләрен юҡҡа сығарған осраҡта 3 йылға тиклем иректән мәхрүм итеү ҡарала. Тәбиғәтте янғындан һаҡлау инспекторҙар эше тип кенә ҡарарға ярамай, бөтәбеҙ ҙә тәбиғәт именлеге өсөн яуаплы. Шунлыҡтан, тәбиғәтте яратырға, әйтелгән кәңәштәргә ҡолаҡ һалырға кәрәк.

Лилиә ТАКАЕВА әңгәмәләште.

Комментариев нет:

Отправить комментарий

Примечание. Отправлять комментарии могут только участники этого блога.