27 апр. 2012 г.

Хоҡуҡ һаҡлау

Малығыҙ еңел табышҡа әүерелмәһен!
 
Ауыл кешеһе өсөн малының юғалыуы – оло ҡайғы. Сөнки йыш ҡына ул ғаиләнең төп йәшәү сығанағы булып тора. Шуға күрә Баймаҡ эске эштәр бүлеге хеҙмәткәрҙәренең төп маҡсаттарының береһе – мал урлау енәйәтен булдырмау, була ҡалһа – уны асыу. Граждандарҙың сходында ошо проблема һәр саҡ күтәрелә, бындай хоҡуҡ боҙоуҙар ни өсөн йыш ҡабатланыуы тикшерелә. Халыҡты иҫкәртеүгә ҡарамаҫтан, мал урлауҙар дауам итә.
Үкенескә ҡаршы, бындай хоҡуҡ боҙоуҙарҙа күпселек осраҡта кешеләр һәм ауыл хужалығы етәкселәре үҙҙәре ғәйепле. Төп сәбәп – малды ҡарауһыҙ йөрөтөү. Һөҙөмтәлә, хужаларҙың ҡырҙа көтөүсеһеҙ йөрөгән малы үҙе ҡайтыр әле тигән өмөтө аҡланмай һәм улар полицияға мөрәжәғәт итә. Мәҫәлән, былтыр дежур часть ошондай енәйәт тураһында 148 хәбәр алған. Шуларҙың 136 осрағында мал көтөүсеһеҙ йөрөгән булған. Бер нисә көн кешеләр “ҡайтыр әле” тип көткән, унан бер нисә көн үҙҙәре эҙләгән, һуңынан ғына полицияға мөрәжәғәт иткән. Бер нисә көндән, хатта аҙналарҙан һуң ғына юғалған мал тураһында мәғлүмәт алған хоҡуҡ һаҡсылары һәр осраҡ буйынса тикшереү-оператив төркөмө төҙөй, эҙләү эштәре алып бара. Ҡайһы саҡта малды полиция хеҙмәткәрҙәре таба. Был кешеләрҙең үҙ һыйырын хатта эҙләп тә ҡарамай, хоҡуҡ һаҡсыларына шылтыратыуы тураһында һөйләй.
Былтыр мал урлау буйынса 28 енәйәт эше ҡуҙғатылған, 17-һе судҡа йүнәлтелгән. Бындай хоҡуҡ боҙоуҙарҙы асыу 53 процент тәшкил итә. Быйыл ҡыш-яҙ мәлендә мал урлау тураһында 24 хәбәр алынды. Уларҙың күбеһе оператив рәүештә асылды.
Һәр ҡылынған енәйәтте анализлағандан һуң түбәндәгеләр асыҡланды:
-мал торған һарай һәм башҡа урындар тейешле кимәлдә бикләнмәгән. Был бурҙарға еңел генә үтеп инергә мөмкинлек биргән.
-малды көтөүсеһеҙ йөрөтөү, уларҙың ҡайҙа йөрөүен контролдә тотмау,
-ҡайһы бер хужалыҡ етәкселәре һәм шәхси кешеләр мал торған урынды нығытыуҙы хәстәрләмәй. Мал йыш ҡына асыҡ урында тотола һәм уларҙы һаҡлаусылар бер ниндәй ҙә матди яуаплылыҡ тотмай,
-райондың Силәбе һәм Ырымбур өлкәләренә яҡын урынлашыуы бурҙарға мал урлауҙы еңелләштерә, ә уны асыуҙы ауырлаштыра.
-иттең һәр саҡ ҡиммәт булыуы (200-300 һум) уны еңел һатыуға булышлыҡ итә.
 Районыбыҙҙа малдың күплеге, уларҙы тейешле кимәлдә һаҡламау сит өлкәләрҙә йәшәгән бурҙарҙы ла йәлеп итә. Шуға күрә халыҡҡа тағы бер тапҡыр мөрәжәғәт итеп, уларҙың абай булыуын үтенге килә. Тир түгеп көткән малығыҙҙы бурҙарҙың еңел табышына әйләндермәгеҙ. Бының өсөн һеҙгә кәртә-ҡурағыҙҙы нығытырға, һарыҡ-һыйырығыҙҙы көтөүгә ҡыуырға ғына кәрәк. Шулай уҡ һәр мал ауыл биләмәһендә иҫәпкә алынырға,  тамғаланырға тейеш.  Етәкселәр һаҡсыларҙы өйрәтеүҙе ойоштороу, уларҙы кәрәкле элемтә менән тәьмин итеү һәм эштәрен контролдә тотоу тураһында онотмаһын ине.

Р. ИҪӘНҒОЛОВ, Баймаҡ эске эштәр бүлеге начальнигы урынбаҫары.

Комментариев нет:

Отправить комментарий

Примечание. Отправлять комментарии могут только участники этого блога.