27 апр. 2012 г.

БЕЛГЕС ФЕКЕРЕ

Тупраҡтың уңдырышлылығын нисек күтәрергә?
Сәсеү әйләнешенә күп йыллыҡ үләндәрҙе индереү үҙен аҡлай
Һуңғы ике тиҫтә йыл эсендә агросәнәғәт комплексына матди сығымдарҙың кәмеүе, машина-трактор паркының туҙыуы, минераль ашламаларҙың йүнләп ҡулланылмауы тупраҡтың уңдырышлылығына ныҡ йоғонто яһаны. Әгәр ҙә 1981 – 1985 йылдарҙа Урал аръяғында тупрағында гумус нисбәте 6,9 процент булһа, 2006 йылға инде ни бары 6,4 процент тәшкил итте. Был хәлгә органик ашламалар ҡулланыуҙың ҡырҡа кәмеүе (ошо йылдарҙа 1 гектарға индерелгән күләм 4 тоннанан 0,8 тоннаға ҡәҙәр кәмегән) сәбәпсе.
Яҡын арала совет осорондағы кеүек ашлама индереү күләмен тергеҙеү мөмкинлеге булмауын иҫәпкә алып, ғалимдар тупраҡтың уңдырышлылығын күтәреүҙең ресурс һәм энергия һаҡлаусы технологияларын индерергә тәҡдим итә. Улар күп йыллыҡ үләндәр, сидераль культуралар, һалам ҡалдыҡтарын һ.б. файҙаланыуға ҡайтып ҡала.
Баҫыу тәжрибәләре Башҡортостан ғилми-тикшеренеү ауыл хужалығы институтының Баймаҡ тәжрибә хужалығында яһалды. 1999 – 2010 йылдарҙағы анализдарҙан күренеүенсә, сәсеү әйләнешенә күп йыллыҡ үләндәрҙе индереү арҡаһында тупраҡтың уңдырышлылығы органик ашламаны ҡулланмайынса ла һаҡлана. Был осраҡта производство сығымдары күпкә аҙая (сөнки ашламаны сығарыу күп сығым талап итә). Практикала күп йыллыҡ үләндәрҙе ҡулланыу минераль ашламаны ла артыҡ сарыф итмәү мөмкинлеге бирә. Был тәңгәлдә ҡуҙаҡлы үләндәр “ярҙамға килә”. Әммә шул уҡ ваҡытта  был мәсьәләне уңышлы тормошҡа ашырыу өсөн күп йыллыҡ үләндәргә лә һәйбәт тәрбиә кәрәк. Улар юғары агротехник кимәлдә үҫтерелергә, минераль һәм органик ашламалар ҡулланылырға тейеш.
Ғалимдар билдәләүенсә, күп йыллыҡ үләндәрҙе сәсеү әйләнешенә индереү ҡый үләндәрен юҡ итеүҙә лә ҙур роль уйнай. 4-5 йыл эсендә ҡара һоло, билсән, сырлмалсыҡ бөтөнләй ҡалмай тиерлек. Әлбиттә, быға өлгәшеү өсөн агроном һәм механизаторҙарҙан тейешле технологияны күҙәтеү (ваҡытында тәрбиәләү, вегетация осоронда үләнде ике тапҡыр сабып алыу) талап ителә. Баҫыуҙы ҡыйҙан таҙартыу һәм тупраҡты яҡшыртыу роле арҡаһында күп йыллыҡ үләндәрҙән һуң ҡалған баҫыуҙар иген һәм техник культуралар сәсеү өсөн бик уңдырышлы ер буласаҡ.
Баймаҡ районы шарттарына люцерна, ҡылсыҡһыҙ күстерә, эспарцет, донник һ.б. үләндәр яҡшы ҡулайлашҡан. Күстерә майҙаны буйынса беренсе урында тора. Был культураны айырым да, сорго, судан үләне, могар һ.б. культуралар менән бергә лә үҫтерергә мөмкин. Урал аръяғы шарттарында күстерә гектарынан 25-30 центнер, минераль ашлама индергәндә 40-45 центнер уңыш бирергә мөмкин. Ҡуҙаҡлы үләндәр төркөмөндә иһә люцерна төп урындарҙың береһен биләй.Ул бесән, сенаж, үлән оно, люцерна-аҡһым концентраты булараҡ та файҙаланыла. Был үләндә протеин күләме юғары, ул малдарҙың продуктлылығын күтәреүҙә ҙур роль уйнай. Люцерна ашатҡанда һыйырҙан тәүлегенә 20-23 кг һөт һауып алырға була. Уны төбәктә, шул иҫәптән Баймаҡ районында, уңышлы үҫтерергә мөмкин. Етмәһә, ҡоролоҡҡа ла, һыуыҡҡа ла бирешмәй.
Эспарцет – ҡуҙаҡлылар ғаиләһенән булған ҡиммәтле мал аҙығы үләне. Насар тупраҡлы ерҙәрҙә лә юғары уңыш биреү һәләтлегенә эйә. Ташлы тупраҡлы урындарҙа ла яҡшы үҫә. Ҡоролоҡҡа бирешмәүсәнлеге менән хатта люцернаны ла үтеп китә. Мал аҙығы ҡиммәттәре буйынса ла унан ҡалышмай. Баллы культура булараҡ та билдәле – сәскә атыусы 1 гектарҙағы эспарцеттан 60-110 кг бал йыйып алырға була.
Ике йыллыҡ донник үләне ҡоролоҡ йылдарында страховка культураһы ролен үтәй ала. Ул тупраҡты татырһыҙландырыу өсөн мелиоратив культура булараҡ та файҙаланыла. Баймаҡ районында, бөтә Урал аръяғында кеүек үк, һуңғы йылдарҙа тупраҡтың икенсегә татырланған майҙандары арта. Уны яҡшыртыу өсөн донник алмаштырғыһыҙ үлән булып тора. Мал аҙығы ҡиммәттәре буйынса люцернанан ҡалышмай. Эспарцет кеүек донник та яҡшы баллы үҫемлек.
Күп йыллыҡ үләндәрҙең биологик үҙенсәлектәре һәм мал аҙығы ҡиммәттәре бына шулай. Уларҙы белеү хужалыҡ етәкселәренә һәм белгестәренә үләндәрҙең төрөн һайлап алырға һәм үҙҙәрендә үҫтерергә ярҙам итер, тип ышанабыҙ. Ә технологияны уңышлы үҙләштереү өсөн махсус әҙәбиәтте өйрәнергә, Башҡортостан ғилми-тикшеренеү институтының “Баймаҡ” ҒПБ-һында эшләүсе ғалимдарына мөрәжәғәт итергә кәрәк. Мөмкинлеккә ҡарап, юғары сифатлы орлоҡ һайларға ярҙам итәсәкбеҙ.

Я. Ҡәйепов,
Башҡортостан ғилми-тикшеренеү ауыл хужалығы институтының  мал аҙығы производствоһы лабораторияһы мөдире, ауыл хужалығы фәндәре докторы.

Комментариев нет:

Отправить комментарий

Примечание. Отправлять комментарии могут только участники этого блога.