20 апр. 2012 г.

Мәҙәниәт

Ҡунаҡ ашы – ҡара-ҡаршы

Ут күршеләр беҙҙә сығыш яһаны

Үткән йомала әбйәлилдәр “ҡунаҡ ашы” менән беҙҙең халыҡ ижады үҙәгендә ҙур концерт ҡуйҙы. Шығырым тулы зал күршеләрҙең республика конкурстары лауреаты булған район мәҙәниәт йорто хорының, Халыҡ-ара, Бөтә Рәсәй конкурстары лауреаты “Йәшлек” халыҡ бейеүҙәре, район мәҙәниәт йортоноң ҡурайсылар һ.б. ансамблдәренең һәм иҫ киткес көслө, сағыу айырым сығыштарҙы ҡарап һоҡланды.


 Бигерәк тә “Байыҡ” телевизион фестиваленең 2010 йылғы Гран-приһын яулаусы Илдар Сабитов, 2011 йылда Гран-приға эйә булған Радик Хәлилов һәм быйыл оло өмөттәр уятыусы кескәй Динис Әхмәтовтың сығыштары дәррәү алҡыштарға күмелде. Ир-егеттәр вокалы башҡарыуындағы “Ҡыпсаҡ ҡыҙы” йырына башҡорт ҡыҙҙарының уҡ-һаҙаҡ тотоп, яугир ҡыпсаҡ ҡыҙҙарын һынландырған бейеүе лә тәрән һоҡланыу тойғолары уятты. Шулай ҙа алҡыштарҙың иң көслөһө “Миләш” фольклор төркөмө “Кәзәкәй” йыры менән сығыш яһағанда, бигерәк тә сәхнәгә мөгөҙлө әртис – кәзә сығып баҫҡас, булғандыр.
Кәзә ҡымыҙы шифаһын
Эсеп ҡарап белегеҙ!
Һеҙҙе ҡунаҡҡа көтәбеҙ,
Әбйәлилгә килегеҙ! –
тип сығыш яһаны әбйәлилдәр.


Концерт башланырҙан алда ҡыҫҡа ғына ваҡыт арауығында Әбйәлил муниципаль район хакимиәтенең мәҙәниәт бүлеге начальнигы Гөлшат Зиннәт ҡыҙы Лавренова менән әңгәмәләшеп алыуҙан шул билдәле булды: әбйәлилдәрҙән 5 автобуста 150 кеше килгән. Бындай концерт менән Силәбе өлкәһендә, Мәскәүҙә, Ҡазанда, Екатеринбургта сығыш яһап өлгөргәндәр. Быйыл республиканың бөтә райондарында ла күрһәтмәкселәр. Ә был концерт Әбйәлил – Баймаҡ дуҫлығын нығытыуға бағышланып, “Ҡунаҡ ашы – ҡара-ҡаршы” тип аталған һәм тиҙҙән баймаҡтар әбйәлилдә сығыш яһаясаҡ.

Айгөл Иҙелбаева.

Комментариев нет:

Отправить комментарий

Примечание. Отправлять комментарии могут только участники этого блога.