23 апр. 2012 г.

Ҡабул итеүҙәр

Депутат халыҡҡа яҡын булырға тейеш
Ошо көндәрҙә Рәсәй Федерацияһы Дәүләт Думаһы депутаты С.Ш. Мырҙабаеваның ярҙамсыһы Әлмира Тәхи ҡыҙы Байтурина  граждандарҙы ҡабул итте. Уға район-ҡаланан төрлө һорауҙар менән 30 кеше мөрәжәғәт итте. Шуны билдәләп үтергә кәрәк, депутат ярҙамсыһы менән берлектә БР буйынса РФ “Йәш эшҡыуарҙар ассоциацияһы” рәйесе Ә.В. Ғабдрахманов, уның урынбаҫары Р.Р. Хилажев һәм БР буйынса РФ Юристар ассоциацияһы филиалы рәйесе Ф.Ғ. Исхаҡова ла үҙ эшен алып барып, халыҡҡа төрлө йүнәлештә аңлатмалар бирҙе.


Әлмира Тәхи ҡыҙы гәзитебеҙгә биргән интервьюһында: ”С.Ш. Мырҙабаева баш ҡаланан алыҫ урынлашҡан райондарҙа ҡабул итеүҙе йыш ойоштора. Сөнки күп кешеләрҙең Өфөгә барырға ваҡыты йәки мөмкинселеге юҡ. Уңайҙан файҙаланып, беҙгә телефон аша һәм хат менән дә мөрәжәғәт итеп булыуын әйткем килә. Беҙҙең телефон 276-20-14, Өфө ҡалаһы, Цюрупа урамы, 17-се йортта урынлашҡанбыҙ. Әйткәндәй, беҙ күпселек осраҡта хаттар менән эшләйбеҙ. Һәр кемдең үҙ ҡайғыһы, проблемаһы. Шулай ҙа ҡабул итеүҙәр, хаттар, телефон бәйләнеше аша беҙ шуны аңланыҡ: күпселек осраҡта граждандарҙың үҙ хоҡуғын белмәүе аңлашылмаусанлыҡтар тыуҙыра. Беҙ бер мөрәжәғәтте лә иғтибарһыҙ ҡалдырмайбыҙ. Кешеләрҙе һаулыҡ, дауаланыу, торлаҡ, эшкә урынлашыу, балаларына белем биреү һ.б. мәсьәләләр борсой. Депутатҡа ниндәй һорауҙар менән мөрәжәғәт итеүгә ҡарап, тотош Рәсәй күләмендә закондар ҡабул ителеүен дә күҙ уңынан ысҡындырырға ярамай. Сөнки юғары власть халыҡ менән аралашмайынса уларға кәрәкле законды ҡабул итә алмай”, – тине.
Баймаҡтар депутат ярҙамсыһына эшкә урынлашыу, торлаҡ алыу, газ үткәреү, юлдарҙы төҙөкләндереү, инвалидлыҡ юллау һ.б. һорауҙар менән мөрәжәғәт итте. Ә.Т. Байтурина уларҙың һәр береһен иғтибар менән тыңлап яуап бирҙе. Районға ҡағылышлы мәсьәләләрҙә уға район хакимиәте башлығы урынбаҫары И.Ә. Зәйнуллин мәғлүмәти ярҙам күрһәтте.
“Йәш эшҡыуарҙар ассоциацияһы” рәйесенә 8 кеше мөрәжәғәт итте. Улар араһында эшҡыуарҙар, үҙ эшен асырға теләүселәр, төрлө сәбәптәр менән банктарҙан кредит ала алмаусылар бар ине.
Ф.Ғ. Исхаҡова хоҡуғы боҙолған осраҡта граждандарға ҡайҙа мөрәжәғәт итергә, ғаризаны нисек яҙырға, юрист һөнәренә эйә булыусыларға эшкә  урынлашыу мәсьәләһе һ.б. һорауҙарға яуап бирҙе.
Дөйөм алғанда, халыҡ был ҡабул итеүҙән ҡәнәғәт ҡалды. Шуны ла әйтергә кәрәк, ҡайһы берәүҙәрҙең урында хәл итеп булған мәсьәләне, бер ҡайҙа ла мөрәжәғәт итеп ҡарамайынса, тура депутатҡа еткереүе ғәжәпләндерҙе.

Гүзәл ИҪӘНГИЛДИНА.
Автор фотоһы.

Комментариев нет:

Отправить комментарий

Примечание. Отправлять комментарии могут только участники этого блога.