20 апр. 2012 г.

Йүнселлек

«Шәкәр «мамығы» алығыҙ!..»

Һуңғы ваҡытта бер нисә тапҡыр Темәс ауыл мәҙәниәт йортонда булырға тура килде. Барған һайын түбәтәй кейгән мөләйем генә бер егеттең шәкәр “мамығы” эшләп һатып торғаны күҙгә салынды. Балалар ыңғайына түҙмәй үҙем дә “мамыҡтан” ауыҙ итеп ҡарағым килеп китте. Әл-лә-лә! Ауыҙға инеп өлгөрмәй, тәмен тойор-тоймаҫтан иреп кенә тора! Силәбе өлкәһенән килгән “Айгөл” халыҡ бейеүҙәре ансамбленең сығышын ҡарарға килгәндә егетебеҙ, мулығып китеп, артистарға “мамыҡты” бушлай ҙа таратып торҙо әле. Ҡунаҡтарҙың тәьҫораттары менән ҡыҙыҡһынғас: “Силәбелә шәкәр “мамығын” 60 һумға һаталар, ә бында беҙ бушлай һыйландыҡ”, – тип көлөштөләр күҙҙәре осҡонланып. 


Ике аҙнанан – “Йәш ғаилә” район конкурсы башланған көндә – күптән күргән таныштарҙай күрешкәс, түҙмәнем, ҡасандан был шөғөлгә тотоноуы, нисек “мамыҡ” килеп сығыуы, уны яһай торған аппаратты ҡайҙан алыуы менән ҡыҙыҡһындым. Егеттең исеме Динар Санъяров, Темәс мәҙәниәт йортонда эшләй, “Темәс” төркөмө йырсыһы, “Йондоҙ” халыҡ бейеүҙәре ансамбле етәксеһе икән.
–Нимә менәндер шөғөлләнеү теләге уянды ла, “мамыҡ” эшләп ҡарағым килде. Таныштар аша белешеп, аппаратты Белгородтан алдырҙым. “Мамыҡ” яһар өсөн ни бары шәкәр генә кәрәк. Барабандың уртаһына ҡойоп тораһың, ул ҡыҙҙырып, “мамыҡ” итеп сығара. Уртаһына ҡуйыр өсөн таяҡсаларҙы һатып алам. Шөғөлләнә башлауыма бер айҙан ашыу ваҡыт үтте. 20 һумдан һатам. Әлегә килеме хаҡында әйтә алмайым. Әммә балалар яратып ала. Йәйгеһен баҙар тирәһенә барып һатырға уйлайым. Кешегә файҙа килтереүем оҡшай.
Егет быйыл өсөнсө йыл диндә икән. “Башта төрлө юлдарҙа йөрөргә тура килде. Хәҙер сағыштырып ҡарайым да, айырмаһын, әлеге тормошомдоң өҫтөнлөгөн күрәм. Йәштәргә лә теләгем шундай: туйҙарҙы эскеһеҙ үткәрергә кәрәк. Сөнки “шайтан һыуы” янында әйтелгән теләктәр тормошҡа ашмай. Дингә килегеҙ! Дин тик изгелеккә генә өндәй. Был тормошта бер-беребеҙҙең ҡәҙерҙәрен белеп кенә йәшәһәк ине!”
Динар үҙе ғаилә ҡормаған, инсафлы ғына буласаҡ икенсе яртыһын эҙләй. Уға кәсебенең уңын биреп, буласаҡ ғүмер юлдашын табып, бәхетле ғаилә ҡорорға насип булһын!

Айгөл Иҙелбаева.
Автор фотоһы.

Комментариев нет:

Отправить комментарий

Примечание. Отправлять комментарии могут только участники этого блога.