13 апр. 2012 г.

Конкурстар

Темәс төбәге еңеүселәре
 

Имен бала саҡ һәм ғаилә ҡиммәттәрен нығытыу йылы айҡанлы районда “Йәш ғаилә-2012” район конкурсы иғлан ителде. Муниципаль район хакимиәтенең йәштәр эштәре буйынса секторы, ЗАГС бүлеге һәм ҡатын-ҡыҙҙар советы тарафынан ойошторолған сара 6 төбәктә үтәсәк һәм унда еңгәндәр 15 майҙа – Халыҡ-ара ғаилә көнөндә — район конкурсында үҙ көстәрен һынаясаҡ. Ғаилә байрамы ошо көндәрҙә Темәс ауылында башланды. Унда Ҡолсора ауыл биләмәһенән Ғафаровтар, Һиҙиәтуллиндар, Темәстән Йәмлихиндар, Билалдан Ғайсиндар һәм Түбәнән Ғәйетовтар ғаиләләре ярышты. Сәмле бәйгелә еңелеүселәр булманы, әммә Ҡолсоранан Зөлфирә һәм Артур Ғафаровтар иң шәп ғаилә тип табылды.
 
Айгөл Иҙелбаева.


Ҡурайсылар бәйгеһе үтте
 

10 апрелдә Ғата Сөләймәнов исемендәге сәнғәт мәктәбендә атаҡлы ҡурайсы, йырсы, актер, Башҡорт АССР-ының халыҡ артисы, РСФСР-ҙың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре Ғата Сөләймәновтың тыуыуына 100 йыл тулыуға арналған төбәк-ара йәш ҡурайсылар бәйгеһе үтте. Унда Баймаҡ, Әбйәлил, Йылайыр, Белорет, Хәйбулла районы ҡурайсылары көс һынашты. «Урал», «Азамат», «Бөркөт», «Ҡаһым түрә», «Сыңрау торна», «Төйәләҫ» һ. б. көйҙәр яңғыраны. 10 ансамбль, 7 йәштән 11 йәшкә тиклем – 18,  12 йәштән 16 йәшкә тиклем 35 ҡурайсы ҡатнашты. Гран-приҙы Белорет егете Фидан Сибәғәтов яуланы.  Баймаҡ егеттәре лә  һынатманы: Ғ.Сөләймәнов исемендәге сәнғәт мәктәбе тәрбиәләнеүселәре Илнур һәм Азамат Әҙелғужиндар беренсе урын алды. Ансамблдәр араһында Ғ.Сөләймәнов исемендәге сәнғәт мәктәбе икенсе урынды яуланы.

Айгөл Абдрахманова. БДУСИ студенты.
(Конкурстарҙан тулыраҡ мәғлүмәтте киләһе һандарҙың береһендә уҡырһығыҙ).

Комментариев нет:

Отправить комментарий

Примечание. Отправлять комментарии могут только участники этого блога.