20 апр. 2012 г.

Сәсеү - 2012

Районда ауыл хужалығы тармағының иң яуаплы кампанияларының береһе – яҙғы баҫыу эштәре старт алды. Ленин исемендәге, “Таналыҡ”, “Аҡморон”, “Октябрь”, “Рассвет”, “Байҡара”, “Новатор-Баймаҡ” хужалыҡтары, “Баймаҡ” ғилми-производство берекмәһе, “Урал аръяғы” МТС-ы күп йыллыҡ үләндәрҙе тырматыуға төштө. Был эш бөтәһе 1195 гектарҙа башҡарылған. Уның иң күп өлөшө Ленин исемендәге, “Таналыҡ” хужалыҡтарына, МТС-ҡа тура килә. Ленин исемендәге АХК дым ҡаплау эшен дә башланы, күләм 100 гектар тәшкил итә.
Район буйынса 785 тонна орлоҡ ағыуланған. “Йылайыр”, “Октябрь”, “Урал”, Салауат исемендәге хужалыҡтарҙа, “Баймаҡ” ғилми-производство берекмәһендә был эшкә әле булһа тотонмағандар.
Барлығы 94,9 тонна дизель яғыулығы, 4,6 тонна бензин тупланған.
Шуныһы һөйөнөслө, Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәтенең хәстәрлеге менән быйыл яҙғы баҫыу эштәрен үткәреүгә беҙҙең районға 51 млн һум аҡса бүленә. Ул минераль ашламалар, иген һәм мал аҙығы культураларының элиталы һәм юғары репродукциялы орлоғо, ағыулау препараттары һатып алыуға йүнәлтеләсәк. Был иһә яҙғы баҫыу эштәрен ойошҡанлы атҡарып сығыу һәм яҡ-шы уңыш алыу мөмкинлеге бирер, тигән ышаныс бар.


Баҫыу эштәрен тиҙләтеү мөһим
А.С. Йыһаншин төбәк райондары етәкселәренә шундай бурыс ҡуйҙы
Кисә муниципаль район хакимиәтендә БР ауыл хужалығы министрының беренсе урынбаҫары А.С. Йыһаншин етәкселегендә яҙғы баҫыу эштәрен үткәреү стратегияһына арналған төбәк кәңәшмәһе үткәрелде. Уның эшендә төбәк райондарының хакимиәт башлыҡтары, ауыл хужалығы бүлеге начальниктары ҡатнашты.
–Һуңғы осорҙа көндәрҙең ныҡ эҫе тороуы яҙғы баҫыу эштәрен тиҙләтеү һәм уны ҡыҫҡа арала атҡарып сығыу бурысын ҡуя, – тине Азат Салауат улы. – Тәбиғәт-климат шарттарына ярашлы, Урал аръяғы төбәгендә сәсеү кампанияһы республиканың башҡа райондары менән сағыштырғанда бер аҙ һуңлап башланһа ла, быйыл был тәңгәлдә тиҙерәк ҡыбырларға кәрәк буласаҡ. Бөгөндән үк күп йыллыҡ үлән майҙандарын тырматыу, дым ҡаплау эштәрен тиҙләтеү мөһим. Һеҙҙең төбәктә әле тик Баймаҡ районы ғына дым ҡаплауға төшкән. Шул уҡ ваҡытта ужым культуралары һәм күп йыллыҡ үләндәрҙе өҫтәмә туҡландырыуҙы ла башларға кәрәк.
Министр урынбаҫары үҙенең сығышында ужым культураларының бөгөнгө торошо, орлоҡ фондының, техника, ауыл хужалығы машиналары паркының әҙерлеге, яғыулыҡ-майлау материалдары, минераль ашламалар менән тәьмин итеү мәсьәләләренә айырым туҡталып үтте. А.Йыһаншин билдәләүенсә, был тәңгәлдә Урал аръяғы райондары республиканың башҡа төбәктәре менән сағыштырғанда һүлпәнлек күрһәтә. Игенсе алдында торған проблемаларҙы бөгөндән хәл итергә кәрәк, сөнки иртәгә һуң булыуы ихтимал, тип билдәләне ул.
Техниканың әҙерлеге буйынса Баймаҡ районы төбәктә иң яҡшыһы булараҡ телгә алынды. Шул уҡ ваҡытта сәскес һәм культиваторҙар буйынса ла хәл яҡшы. Әммә уларға техосмотр үткәреү мәсьәләһен тиҙләтеү мөһим.
Азат Салауат улы малсылыҡ тармағының эш һөҙөмтәләренә лә туҡталды. Уның әйтеүенсә, бөгөн төбәк райондарында көндәлек тулайым һауым кимәле үткән осорға ҡарағанда 5 тоннаға әҙерәк. “Малсылыҡта етешһеҙлектәр күп, – тине ул, – хужалыҡтарҙа иҫәп-хисап эше һаман да яйға һалынмаған, күп етәкселәр үҙҙәрендә нисә баш мал булғанын да белмәй. Хәлде яйға һалыу мөһим, сөнки һөт малсылығына дәүләттән артабан да субсидия рәүешендә ярҙам буласаҡ”.
Кәңәшмәне йомғаҡлап, А.С. Йыһаншин яҙғы баҫыу эштәрен ҡыҫҡа ваҡытта һәм ойошҡанлы рәүештә атҡарып сығыу бурысын йөкмәтте.

Азамат Мөхәмәтшин.

Комментариев нет:

Отправить комментарий

Примечание. Отправлять комментарии могут только участники этого блога.