15 мая 2012 г.

15 МАЙ – ХАЛЫҠ-АРА ҒАИЛӘ КӨНӨ

     ЯРТЫ БЫУАТ БЕРГӘ... 

     Туҡтап торор арба түгел,
     Ғүмерҙәр үтә осоп.
     Һаман шулай килһәң ине
     Яурындан мине ҡосоп...
     – тип йырлана һәүәҫкәр композитор Әминә Бикташева ижад иткән йырҙарҙың береһендә. Был йәһәттән автор уңған. Бына 50 йыл инде – ярты быуат шатлыҡта ла, хәсрәттә лә уға терәк-таяныс булып, яурынынан ҡосоп Рәүеф Ғәлләм улы тормош һуҡмағынан йәнәшә атлай. Бер-береһенә тоғро булған пар йөрәктәргә һоҡланмау мөмкин түгел. Әле яңыраҡ ҡына Сыңғыҙ халҡына ошо һоҡланыу хисен кисерергә тура килде. Ауыл клубында Бикташевтарҙың алтын туйҙары уҙғарылды.


     Ғаилә башлығы Рәүеф Ғәлләм улы сығышы менән Ейәнсура районы Икенсе Назар ауылынан. Ә Әминә Әхмәтвәли ҡыҙы Баймаҡ районы Шүлкә ауылында буй еткергән. Бынан 50 йыл элек – студент саҡта уҡ сәстәрен-сәскә бәйләүсе парҙы тәбрикләү, уларҙың ҡыуанысын уртаҡлашыу бәхете сыңғыҙҙарға тәтеүе юҡҡа түгел. Әлеге көндә мәғариф ветерандары булған Бикташевтар йәш сағында нәҡ Сыңғыҙ мәктәбенә эшкә килә. Шуға ла был ауыл улар өсөн ғәзиз төйәккә әйләнгән. Бөгөн Бикташевтар Сибай ҡалаһында ғүмер кисерһә лә, йыш-йыш ҡына  Сыңғыҙға ҡайта. Бында уларҙың йәшлектәре үткән, ҡыҙҙары Зөмәрә, Миңзәлә, Мәрйәм ошонда буй еткергән, улдары Ғаяз бында тыуған. Сыңғыҙҙың һәр һуҡмағы, һәр боролошо таныш та, ҡәҙерле лә Бикташевтарға. Утыҙ йылға яҡын ҡатышып, ҡунаҡҡа саҡырышып йәшәгән күршеләре, хеҙмәттәштәре, хөрмәт менән ҡараған ауылдаштары һағындырмай түгел, һағындыра. Шуға ла Сыңғыҙ клубына уларҙы йыйып, күҙмә-күҙ осрашып, ғаиләнең юбилейын уртаҡ итеү – ике яҡ өсөн дә кәрәк тә, танһыҡ та ине. Йәштәргә үрнәк булған бәхетле парҙарҙы ҡотларға теләүселәр күп ине. Улар бер-бер артлы сәхнәгә күтәрелеп, изге теләктәре менән бергә рәхмәттәрен еткерҙе. Ни өсөн тигәндә Бикташевтар бер нисә быуынға белем биреүсе уҡытыусылар. Рәүеф Ғәлләм улы физика фәненән уҡытһа, Әминә Әхмәтвәли ҡыҙы рус теле һәм әҙәбиәтенә һөйөү тәрбиәләне. Уларҙы ҡотларға тип уҡыусыларының да килеүе юбилярҙар өсөн оло мәртәбә булды. Ә балаларының, ейән-ейәнсәрҙәренең бер сәхнә булып сығып теҙелеп тороуы һәм иң изге теләктәрен еткереүе, Ғаяз ағайҙың әсәҺе ижад иткән йырҙарҙы башҡарыуы түрҙә шат йылмайып ултырған парға тағы ла шатлыҡ өҫтәне. Ауыл биләмәһе башлығы Мәхмүзә Сөнғәт ҡыҙы Сәғәҙәтова иһә Бикташевтарҙы йәшлегенә алып ҡайтып, яңынан бер-береһенә алтын балдаҡ кейҙерергә мөмкинлек бирҙе.
     Бикташевтар хаҡлы ялда булһа ла, әүҙемлеген юғалтмай. Ярҙам һорағандарға кәңәш биреп, изге башланғыстарын хуплап, дәртләндереп тора улар.
     – Әминә һәм Рәүеф Бикташевтар Сыңғыҙға килеү менән үҙҙәрен ошо ауыл кешеһеләй итеп тойҙо һәм уның киләсәге өсөн янып-көйөп йәшәнеләр, әле лә борсолоп, хәл белешеп торалар. Беҙ уларҙы ауылдаш тип әйтергә тулы хаҡлыбыҙ, – ти сыңғыҙҙар.
     Ә Бикташевтар иһә яуап итеп: «Ярай әле яҙмыш беҙҙе Сыңғыҙға илткән. Бында дәртле, киң күңелле, алсаҡ кешеләр йәшәй», – ти. Балалары ла ошо ауылда буй еткереүенә шатлана.
     Алтын туй тантанаһы бик йылы аралашыуға ҡоролдо. Уны ауыл таланттары, юбилярҙарҙың улы Ғаяз Бикташев, Ейәнсуранан килгән популяр йырсы Вафа Мәүлитов башҡарыуында Әминә Бикташева ижад иткән йырҙар биҙәне.
     Бына шулай, Сыңғыҙ ауылы данлыҡлы шәхестәре менән генә түгел, күркәм, өлгөлө ғаиләләре менән дә ғорурлана ала.

     Резеда УСМАНОВА.

Комментариев нет:

Отправить комментарий

Примечание. Отправлять комментарии могут только участники этого блога.