14 мая 2012 г.

Сәсеү-2012

Ҡулайлы ваҡытта тамамланыҡ!
 
Ленин исемендәге АХК коллективы ҡулайлы ваҡытта һәм тейешле технологиялар нигеҙендә иртә яҙғы иген культураларын сәсеүҙе тамамланы. Сәсеү майҙандары структураһында иген культуралары 1750 гектарҙы биләп, шуның 488-ен – һоло, 442-һен – бойҙай, 400-өн – арпа, 43-өн – борсаҡ тәшкил итте, шулай уҡ 143 гектарҙа бер йыллыҡ һәм 300 гектарҙа күп йыллыҡ үләндәр сәселде. Хәҙер инде һуң сәселә торған культуралар ҡалды: ҡарабойҙай – 355, кукуруз 120 гектарҙа ултыртыласаҡ.
Әйтергә кәрәк, коллектив быйылғы сәсеү миҙгелен дә яҡшы әҙерлек менән ҡаршы алды. Ваҡытында техника-агрегаттар ремонтланды, ике өр-яңы МТЗ-82.1 тракторы, 84 тонна минераль ашлама, 32 тонна элиталы борсаҡ һәм арпа орлоғо һатып алынды, льготалы хаҡ менән етерлек яғыулыҡ-майлау материалдары тупланды. Баҫыу эштәре алдынан йыйылыштар үткәрелеп, башҡарыласаҡ эш күләме өсөн хаҡтар билдәләнде, ярыш шарттары булдырылды.


Яҙғы баҫыу эштәре осоронда унда ҡатнашҡан һәр кем ысын хеҙмәт батырлығы күрһәтте. Сәсеүҙә БР-ҙың атҡаҙанған ауыл хужалығы хеҙмәткәре Наил Солтанов, республиканың атҡаҙанған механизаторы Айрат Бүкәнбаев, Фәнил Ғәйетбаев һәм Ғәйзулла Сағынбаев агрегаттары иң юғары һөҙөмтәләргә өлгәште. Тырматыуҙа Хадарис Мортазин, культивациялауҙа Нуриман Гөлбәйетов, Айрат Туйсин, катоклауҙа республиканың атҡаҙанған механизаторы Фәррәх Мәхмүтов, техниканы яғыулыҡ менән тәьмин итеүсе водитель Юнир Баййегетовтарға тиңләшеүсе булманы. Йәмил Үҙәнбаев етәкләгән ырҙын табағы коллективы сәсеүҙе тотҡарлыҡһыҙ алып барыуға тос өлөш индерҙе. Хужалыҡтың агрономия (баш агроном Урал Әхмәтйәнов) хеҙмәте, профсоюз комитеты (рәйесе Морат Ишкинин), бригадирҙар Урал Гөлбәйетов, Азат Исхаҡовтар үҙ участкаларындағы эште оҫта ойошторҙо.
Хеҙмәтсәндәрҙе дәртләндереү саралары быйыл да киң ҡулланылды. Даими рәүештә удар бер, өс көнлөктәр ойошторолдо, унда еңеүселәргә аҡсалата премиялар тапшырылды. Ярыш барышы “молния”ларҙа сағылыш тапты.
Производствоның башҡа участкаларында ла эш ҡайнай. Малсылыҡта һөт етештереү арта, тулайым көндәлек һауым 75 центнер, көндәлек уртаса һауым 15,1 кг тәшкил итә. Әле коллектив ағымдағы эштәрҙе тамамлау һәм район һабантуйына әҙерләнеү эштәре менән мәшғүл.

Ғ. Сәлимов, хужалыҡ рәйесе, БР-ҙың атҡаҙанған ауыл хужалығы хеҙмәткәре.
Һүрәттә: Д.Үҙәнбаев, Ғ.Сағынбаев, Ф.Ғәйетбаев.

Комментариев нет:

Отправить комментарий

Примечание. Отправлять комментарии могут только участники этого блога.