18 мая 2012 г.

2012 – Рәсәй тарихы йылы

Уҡытыусылар кәңәшләште

19-20 апрелдә Өфөлә тарих һәм йәмғиәтте өйрәнеү уҡытыусыларының Рәсәй тарихы йылына арналған Бөтә Рәсәй конференцияһы үтте. Был күркәм сараны М.Аҡмулла исемендәге БДПУ ойошторҙо. Сараның башҡорт ерлегендә үтеүе осраҡлы түгелдер, сөнки республикала төрлө милләт халҡы быуаттар буйына дуҫ, татыу йәшәй. Уларҙың мәҙәниәтен, телен, тарихын һаҡлау буйынса Башҡортостанда ҙур саралар күрелә.
Кәңәшмәлә мәктәптәрҙә ҡулланылған тарих дәреслектәре авторҙары: академик А.О. Чубарьян, профессор Д.Д. Данилов, Башҡортостан Республикаһының мәғариф министры Ә.С. Ғаязов, РФ Мәғариф һәм фән министрлығынан С.Л. Тетерина ҡатнашты. Шулай уҡ Омск, Силәбе, Новосибирск, Хабаровск, Екатеринбург, Мәскәү, Волгоград, Майкоп ҡалаларынан һәм өлкәләренән, Марий Эл Республикаһынан уҡытыусылар саҡырылғайны.
Конференция дүрт секцияға бүленеп эшләне. Мин иһә тарих һәм йәмғиәтте өйрәнеү дәрестәрендә этно-мәҙәни компонентты өйрәтеү методикаһын тәьмин итеү темаһын берләштергән секцияла ҡатнаштым һәм шәжәрәләр төҙөү алымы менән Рәсәй тарихын өйрәнеү темаһына сығыш яһаным.
 Шәжәрә – этно-мәҙәни компонент булараҡ, башҡорт халҡының мәҙәни донъяһында мөһим тәрбиәүи урын биләй. Шәжәрәләрҙә урын алған шәхестәрҙең яҙмышы аша Рәсәй тарихы ваҡиғаларын өйрәнеү — педагогик алымымдың төп бурысы. Сығышымдан һуң һорау биреүселәр, тәжрибә  өйрәнергә теләүселәр күп булды. Шәжәрәмде 12 быуынға тиклем белеүем ҡыҙыҡһындырҙы. Тарихи сығанаҡтарҙы эҙләү, шәжәрәләрҙең график төҙөлөшө тураһында һорауҙар күп бирелде.
Көндөң икенсе яртыһында Өфө ҡалаһының төрлө мәктәптәрендә оҫталыҡ дәрестәре күрһәтелде. Беҙҙең секция 136-сы һанлы М.Исҡужин исемендәге башҡорт лицейы менән танышты. Уның милли колорит рухында биҙәлеүе һоҡландырҙы. Башҡортостан тарихы һәм мәҙәниәте кабинетының үҙенсәлекле биҙәлеше иғтибарҙы йәлеп итте. Мәктәп уҡыусыларының фәнни-эҙләнеү эштәре менән танышыу, уларҙың дәртле концерт номерҙары бер кемде лә битараф ҡалдырманы. Башҡортостан Республикаһы Мәғариф министрлығының әйҙәүсе белгесе Р.А. Күзбәкова төбәк компоненты  булараҡ уҡытылған Башкортостан тарихы,  тормош һабаҡтары дәреслектәре менән ентекле таныштырып үтте. Әйтергә кәрәк, Рәйсә Абдрахман ҡыҙының сығышы ҡунаҡтарҙа ҙур ҡыҙыҡһыныу уятты. Баҡтиһәң, ҡайһы бер субъекттарҙа төбәк компонентын өйрәнеүгә дәрестәр бүленмәй икән. Сара һуңында Башҡортостан Республикаһы милли һәм этнография музейҙарына сәйәхәт ойошторолдо.
Конференцияның икенсе көнө Конгресс-холдың ултырыштар залында үтте. Башҡортостан Республикаһы Премьер-министры урынбаҫары С.Т. Сәғитов, мәғариф министры Ә.С. Ғаязов, профессор Е.Е Вяземский, Е.И.Пивовар, С.Л. Тетерина сығыш яһаны. Уларҙа уҡыу-уҡытыу өлкәһендә этно-мәҙәни компоненттың роле, ФГОС индереү шарттарында методик база булдырыу, күп мәҙәниәтле Рәсәй йәмғиәтендә дини белемдәр уҡытыу, киләсәктә тарих уҡытыусыларын әҙерләү, милли-төбәк компонентының үҫеш стратегияһы, этно-мәҙәни белемдәрҙе мәктәптәрҙә уҡытыу мәсьәләләре күтәрелде.  Һорауҙарға яуаптар, эшлекле фекер алышыуҙар үткәндән һуң конференцияның резолюцияһы ҡабул ителде.
Бөтә Рәсәй тарих һәм йәмғиәтте өйрәнеү уҡытыусыларының конференцияһында ҡатнашыу Рәсәйҙең төрлө төбәктәренән килгән коллегалар менән танышырға, эш тәжрибәһе менән уртаҡлашырға, яңы педагогик алымдар өйрәнергә, рухи-һөнәри көс алып ҡайтырға булышлыҡ итте.

Айҙар Мәжитов,
Өмөтбай мәктәбенең тарих уҡытыусыһы.

Комментариев нет:

Отправить комментарий

Примечание. Отправлять комментарии могут только участники этого блога.