24 мая 2012 г.

2012 – ИМЕН БАЛА САҠ ҺӘМ ҒАИЛӘ ҠИММӘТТӘРЕН НЫҒЫТЫУ ЙЫЛЫ

   Атай, әсәй һәм мин – берҙәм, матур ғаилә
 
     Баймаҡта бәхетле ғаиләләр тәбрикләнде
    
     Ғаилә ул – мөхәббәт,
     Ғаилә ул – шатлыҡ,
     Ғаилә ул – изгелек һәм мәрхәмәтлек,
     Ғаилә ул – бер-береңде аңлау һәм ышаныс,
     Ғаилә – ул балалар!
     Ә барыһы бергә ул – БӘХЕТ!
    
     18 майҙа халыҡ ижады үҙәгендә Халыҡ-ара ғаилә көнөнә ҡарата ҙур байрам үтте. Әйткәндәй, ул 1994 йылдан алып йыл да 15 майҙа билдәләнә. Мөбәрәк был сарала баш ҡалабыҙ Өфөлә йәшәгән һәм ижад иткән күренекле яҡташтарыбыҙ, Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты, күренекле яҙыусы Таңсулпан Ғарипова һәм шағир-журналист, Шәһит Хоҙайбирҙин исемендәге премия лауреаты, “Киске Өфө” гәзите баш мөхәррире урынбаҫары Әхмәр Үтәбаев та ҡатнашты.
     Ғаиләлә бала тыуыу – оло шатлыҡ, ә игеҙәктәрҙең донъяға килеүе – икеләтә ҡыуаныс. Йыл башынан районда дүрт ғаиләлә ошондай мөғжизә булған. Сарала уларҙың өсәүһе ҡатнашты. Тап улар беренсе булып сәхнә түренә күтәрелде – Темәс ауылынан Әлмира һәм Ғәйнулла Күсәмешевтар (ҡыҙҙары Гөлфинә менән Гөлфирә), Баймаҡ ҡалаһынан Рәзинә һәм Ишбулат Оморҙаҡовтар (балалары Илшат, Фәһим, Фидан, Надир, Ильяс һәм игеҙәктәре Айгүзәл менән Айгизәр), Баймаҡ ҡалаһынан Гөлнур һәм Азат Мәхмүтовтар (балалары Азамат, Арслан, Азалия, Яҙгөл, Сыңғыҙ һәм игеҙәктәре Айгиз менән Айназ). 


     Баймаҡ ҡала биләмәһе башлығы И.Ә. Бураншин һәм Темәс ауыл биләмәһе башлығы вазифаһын башҡарыусы Р.Х. Йәнсурин бәхетле ғаиләләрҙе ҡотлап, өйҙәрендә тик шатлыҡ ауаздары ғына яңғырауын теләне. И.Бураншин Мәхмүтовтарға – кер йыуыу машинаһы, ә Оморҙаҡовтарға балалар коляскаһы тапшырҙы. Р.Йәнсурин иһә Күсәмешевтарҙың бәләкәстәренә ходуноктар бүләк итте. Ишбулат Оморҙаҡов бәхетле ата-әсәләр исеменән сығыш яһап, рәхмәтен белдерҙе һәм: “Балаларҙы илебеҙ өсөн файҙалы кеше итеп үҫтерергә тырышасаҡбыҙ”, – тине.
     Мәғлүм булыуынса, Башҡортостан Республикаһы Президенты Р.З. Хәмитов тарафынан иғлан ителгән Имен бала саҡ һәм ғаилә ҡиммәттәрен нығытыу йылына ҡарата республикала уҙасаҡ “Йәш ғаилә – 2012” конкурсына район намыҫын яҡларлыҡ йәш ғаиләләрҙе һайлап алыу маҡсатында районда һайлап алыу туры үткәйне. Финалға һигеҙ ғаилә сыҡты. Баһалама комиссияһына иң-иңдәрен һайлап алыу еңел булмағандыр. Сөнки уларҙың һәр береһе лайыҡлы: татыу, матур ғаилә. Шулай ҙа бәйгенең еңеүсеһе лә була. Сәхнәгә “Спорт ғаиләһе” номинацияһында еңеү яулаған Ишбирҙе ауылынан Йосоповтар ғаиләһе күтәрелде. Сәләмәт тормош алып барған ғаилә дәртле музыка аҫтында спорт алымдары менән сығыш яһаны.
     ”Ғөрөф-ғәҙәттәр һаҡлаған ғаилә” номинацияһында еңгән Ниғәмәт ауылынан Һибәтуллиндар туғандар ныҡлығы, шәжәрә төҙөү мөһимлеге проблемаһын күтәрҙе. Ғаилә башлығы балаларын ғаилә фотоальбомында һаҡланған ата-бабаларының рәсемдәре менән таныштырҙы.


     “Ижади ғаилә” номинацияһында еңеүсе Йәнйегеттән Көмөшҡоловтар ғаиләһе бар тамашасыларға “Бүләк” йырын бүләк итте.
     Конкурста өсөнсө урынға сыҡҡан Сыңғыҙ ауылынан Рәжәповтар “Берҙәмлектә – көс” икәнлекте иҫбатлап, күмәк көс менән баҡсала “үҫкән”шалҡанды тартып сығарҙы. Икенсе урынды яулаған Әдбелкәрим ауылынан Алсыновтар ғаиләһе ҡыҙҙары Азалияның матур бейеүе аҫтында сәхнәгә күтәрелде. Улар ҡаҙ өмәһен сәхнәләштерҙе. Ғаилә башлығы күмәк көс менән үҫтереп алынған ҡаҙҙан һамаҡлап һәр кемгә өлөшөн бүлде. Беренсе урынға сыҡҡан Ҡолсора ауылынан Ғафаровтар ғаиләһе милли көрәш алымдарын күрһәтте.
     Ә инде “2012 – Йәш ғаилә” конкурсында бөтә һынауҙарҙы уңышлы үтеп, Гран-при яулаған Иҫке Сибай ауылынан Кинйәбаевтар тамашасыларҙы матур сығыштары менән һөйөндөрҙө. Ғаилә башлығының балаларынан: “Беҙҙән һеҙгә ни кәрәк?” – тигән һорауҙарына улар һамаҡлап: “Беҙгә бәхетле бала саҡ кәрәк!” – тип яуапланы. Ғаиләнең татыулығы, дуҫлығы, бер-береһенә булған ихтирамы һәр сығыштарында сағылды.  


     Конкурста ҡатнашып еңеү яулаған ғаиләләрҙе тәбрикләү өсөн муниципаль район хакимиәте башлығының беренсе урынбаҫары И.Ә. Зәйнуллин сәхнәгә күтәрелеп: “Тап ошондай ғаиләләр илебеҙҙең ныҡлығын билдәләй ҙә инде”, – тине. Еңеүсе ғаиләләргә ҡалабыҙҙың эшҡыуарҙары әҙерләгән иҫтәлекле бүләктәр тапшырылды. “Хыял” магазины (З.В. Минаева), “Идея” (Г.Д. Давыдова), “Тәмлекәс” кафеһы (К.Ғ. Шәрипова), “Геосервис” ЯСЙ-һы (В.В. Буранбаев), “БИП “Комфорт-Плюс” ЯСЙ-һы (Р.Р. Мырҙабаев), муниципаль район хакимиәтенең йәштәр секторы матур сараның бағыусыһы булды.
     Йылдар үтеү менән ир менән ҡатын араһында булған хис-тойғолар һүрелә тиһәләр ҙә, мөхәббәт хистәре һаҡланған, бер-береһен ихтирам иткән, матур донъя көткән ир менән ҡатындың мөнәсәбәттәре ваҡыт уҙған һайын нығына, хис-тойғолары арта ғына бара. Бергә йәшәүҙәренең 50 һәм 60 йыллыҡ юбилейҙарын билдәләгән ғаиләләрҙең сәхнә түренә күтәрелеүе быға кире ҡаҡҡыһыҙ дәлил. 


     Баймаҡтан алтын юбилейҙарын билдәләгән Лидия һәм Виктор Лаптевтар бер класта уҡығандар. Үҫә төшкәс уларҙың дуҫлығы тағы ла ҙурыраҡ хискә әйләнә: йәштәр ғаилә ҡороп йәшәй башлай. Икеһе лә “Баймаҡ ҡойоу-механика заводы” ААЙ-һында эшләп хаҡлы ялға сыға, “Хеҙмәт ветераны”, “Коммунистик хеҙмәт ударнигы” исемдәренә лайыҡ була. Өс улдары ла Санкт-Петербург ҡалаһында йәшәй. Тынғыһыҙ ғаилә баҡса үҫтерә, 15 йыл ҡортсолоҡ менән шөғөлләнә.
     Тамара һәм Федор Лысенко 60 йыллыҡ гәүһәр юбилейҙарын тантана итә. Федор Васильевич 20 йыл Баймаҡ юл ремонт-төҙөлөш идаралығында, ә Тамара Владимировна 40 йыл “Союзпечать” начальнигы булып эшләп хаҡлы ялға сыға, икеһе лә хеҙмәт ветераны. Бала саҡта күрше генә йәшәйҙәр, бер класта уҡыйҙар. Бер кис Федор Тамараны киноға саҡыра һәм бөтәһе лә шунан башлана... Йылдар дауамында мөхәббәттәренә улар бөгөн дә тоғро ҡалған. Бер ул һәм бер ҡыҙ тәрбиәләп үҫтергәндәр. “Ғаилә бәхете – эш”, – тип иҫәпләй улар. Һәр ваҡыт нимә менәндер мәшғүл булған осраҡта ғына, төрлө ығы-зығыларға ваҡыт ҡалмай. Федор Васильевич 84 йәштә булыуына ҡарамаҫтан, әле булһа велосипедта йөрөргә ярата.


     Киләһе алтын юбилейҙарын билдәләүсе Менәүәрә һәм Зиннур Байғотлиндар ҙа 30 йылдан ашыу заводта эшләп хаҡлы ялға сыҡҡан. Икеһе лә хеҙмәт ветераны, Зиннур Ғатаулла улы –  II дәрәжә Хеҙмәт ордены кавалеры, “СССР-ҙың почетлы металлургы”, “БАССР-ҙың атҡаҙанған металлургы” исемдәренә лайыҡ булған.  Зиннур ағай дуҫ егете менән Йомаштан Ишбирҙегә барған саҡта дуҫы уға: “Ишбирҙелә иң матур ҡыҙҙар йәшәй”, – тип  шаярта. Зиннур уның һүҙҙәрен ысынға алмай, ләкин аҡ күлдәкле оҙон сәсле бер һылыуҙы күреү менән үлеп ғашиҡ була. Иртәгеһенә үк яусы ебәрә. Ул замандан 50 йыл ваҡыт үтеп тә киткән. Матур һәм татыу ғаиләлә 5 бала үҫә.
     50 йыллыҡ ғаилә юбилейын билдәләүсе Гөлнур һәм Энгель Таһировтар ҙа хеҙмәт ветерандары. Энгель Исмәғил улы – “Баймаҡ ҡойоу-механика заводы” ААЙ-һында, Гөлнур Һиҙиәт ҡыҙы МЖФ-ла  эшләй.  Бәхет серен улар ябай ғына аңлата: “Иртәнсәк яратҡан эшеңә йүгереп бар, ә кискеһен яратҡан ғаиләңә, балаларыңа, өйөңә йүгереп ҡайт. Шул сағында бәхет үҙе килеп ишек ҡағыр”.
     Юбилярҙар артабан ярты быуат элек теркәлгән никахтарын тағы ла бер тапҡыр нығытып, Баймаҡ районы һәм ҡалаһы буйынса ЗАГС бүлегенең Почетлы китабына ҡул ҡуйҙы. ЗАГС бүлеге начальнигы З.Я. Әминева уларға изге теләктәрен еткереп, никахты теркәү тураһында Почетлы таныҡлыҡтар тапшырҙы.
     Артабан сәхнә түренә Өфө ҡунаҡтары күтәрелде. Таңсулпан Ғарипова менән Әхмәр Үтәбаев юбилярҙарҙы матур тантана уңайы менән ҡотланы.
     И.Ә. Зәйнуллин уларға ошондай күркәм сарала ҡатнашҡандары өсөн рәхмәт әйтте. “Яҡшының ҡунағы бер көндә, тиҙәр. Бөгөн матур ғаилә байрамында яҡташ яҙыусыларыбыҙҙың да ҡатнашыуы сараға мәртәбә генә өҫтәне. Бындай ғаиләләр күберәк булһын ине һәм улар, ысынлап та, районыбыҙҙа бик күп”, – тип белдерҙе. Артабан юбилярҙар эшләп хаҡлы ялға киткән предприятие, ойошмаларҙан килгән вәкилдәр ҡотлап, бүләктәрен тапшырҙы.
     Муниципаль район хакимиәтенең эштәр идарасыһы Р.Ф. Иҫәнбаев: “Татыу, һоҡланғыс ғаиләләргә ҡарап өлгө алабыҙ”, – тине һәм Башҡортостан Республикаһы Президенты Р.З. Хәмитовтың Ҡотлау адресы менән бүләктәр тапшырҙы.
     Ғаилә байрамы халыҡ ижады үҙәгенән Таңһылыу Аллаярова, балалар ижады үҙәге, музыка мәктәбе тәрбиәләнеүселәре тарафынан әҙерләнгән матур концерт номерҙары менән аралашып барҙы. Байрам күмәкләшеп фотоға төшөү менән тамамланды.
     Байрам тамам. Ләкин сәхнәнән бер кем дә китергә ашыҡманы. Матур ғаиләләрҙе юбилейҙары менән ҡотларға туғандары, яҡындары йыйылған ине. Сәхнә түрен биләгән татыулыҡ, изгелек хөкөм иткән ғаиләләрҙең күберәк булыуын, уларға именлек, һаулыҡ, ә иң мөһиме –мөхәббәт теләйбеҙ.
 
     Лилиә ТАКАЕВА.
     Автор фотоларында: Юбиляр ғаиләләр менән бергә; Гран-при яулаусы Кинйәбаевтар ғаиләһе; Оморҙаҡовтар ғаиләһе; Мәхмүтовтар ғаиләһе.

Комментариев нет:

Отправить комментарий

Примечание. Отправлять комментарии могут только участники этого блога.