30 мая 2012 г.

2012 – Рәсәй тарихы йылы

Күк Ирәндектең ҡыйыу бөркөтө

Советтар Союзы Геройы Тәфтизан Таһир улы
Миңлеғоловтың тыуыуына 90 йыл


Советтар Союзы Геройы Тәфтизан Таһир улы Миңлеғолов 1922 йылдың 29 майында Йылайыр кантоны Темәс өйәҙенең (хәҙерге Башҡортостан Республикаһы Баймаҡ районы) Күсей ауылында ярлы крәҫтиән ғаиләһендә тыуа. Уның атаһы Таһир Миңлеғолов революцияға тиклем төрлө эштәр башҡарып көн күргән. Революциянан һуң колхоз ойошторолғас, ул колхозға инә һәм ең һыҙғанып эшләй башлай. Таһир бабай эш һөйөүсән, ғәҙеллекте яратыусан була.

Тәфтизан 1931/32 уҡыу йылында Күсей башланғыс мәктәбенә уҡырға килә. 11 йәше тулғанда атаһы мәрхүм булып ҡалыу сәбәпле, 4-се класты тамамлағандан һуң уға артабан уҡырға тура килмәй. Һеңлеләре менән бәләкәй Миҙхәтте тәрбиәләү уның өҫтөнә төшә. Шуның өсөн дә ул бер нисә йыл ауыл малын көтә, төрлө эштәрҙә йөрөй. Беренсе биш йыллыҡтың ауыр йылдары булыуға ҡарамаҫтан, Әсмә Баймурзина, Яҡуп Имелбаев һәм башҡалар Тәфтизанға төплө белем бирә алалар. Яратҡан уҡытыусылары уны түҙемле, көслө ихтыярлы итеп тәрбиәләүгә күп көс һала. Синыфташы, уҡытыусы Зәки ағай Ишморатов иҫтәлектәрендә былай тип яҙа: «Тәфтизан йәштәштәре араһында зирәклеге, ҡыйыулығы, хеҙмәт һөйөүсәнлеге менән айырыла торғайны. Ул колхоз бригадиры Хәбиб Әхмәтовтың, ферма мөдире Хизбулла Мөхәмәтҡоловтың һәм күршеләре – Һиҙиәт олатай менән Ғәйзулла ағай ҡушҡан эштәрҙе ихлас күңелдән башҡарыр булды. Йәйге каникул осоронда бесән ваҡытында ат менән күбә тарттырҙы. 1938 йылдың июнь көндәре әле булһа ла яҡшы хәтеремдә. Район Советынан колхозға Бөтә Союз ауыл хужалығы күргәҙмәһендә ҡатнашыу өсөн өс ат әҙерләргә күрһәтмә килде. Өйөрҙән 2 айғыр һәм бер бейә һайлап алынды. «Кирка» һәм «Йондоҙ» ҡушаматлы айғырҙарҙы әҙерләү эшен Тәфтизанға ҡуштылар. Күргәҙмәгә Хизбулла Мөхәмәтҡолов һәм Ғәбиҙә Юлмөхәмәтова барып ҡайтты. Беҙҙең колхоз аттары күргәҙмәлә дипломға лайыҡ булды.

Унан ҡайтҡас та Хизбулла ағай Тәфтизанға БСХР-ның иҫтәлекле билдәһен тапшырҙы. Ун дүрт йәшлек пионер уны айырыуса ғорурлыҡ менән тағып йөрөй торғайны.
3–4-се кластарҙа Тәфтизан отрядтағы һәр эште тип әйтерлек башлап ебәреүсе булды. Һәр кемдең күңелен таба белгән пионер концерт, бер шаршаулы пьесалар, кластан тыш үткәрелгән башҡа саралар әҙерләүҙә үҙе башлап йөрөнө.
Концерттарҙа М.Ғафуриҙың «Кем ул?», «Аждаһа», Ғ.Әмириҙең «Кәмһетелгән Шәмсетдин» шиғырҙарын яттан һөйләргә ярата торғайны. Тамашасылар Тәфтизан менән Ишмөхәмәт Танһыҡҡужин башҡарған башҡа сығыштарҙы ла һәр саҡ шаулы алҡыштар менән ҡаршы алырҙар ине.
Совет Армияһына алынғанға тиклем Тәфтизан Түбә руда идаралығының Ишбирҙе руднигында эшләне. Егәрле егет бында ла тырышлыҡ күрһәтте. Төрлө эштәр башҡарып – шурф ҡаҙып, шахтанан руда сығарып, нығытма ҡуйып – билдәләнгән заданиены һәр ваҡыт үтәп килде.
Шундай бер хәл хәтеремдә. Участка начальнигы Литар Тәфтизан эшләгән шурф эргәһенә килә лә уға тауыш бирә.
– Эй, Тәфтизан! Өҫкә күтәрел, берәйҙе көйрәтеп алайыҡ.
– Көтөп тор, Литар иптәш, норманы үтәйек әле, һуңынан тәмәке тартырға ла булыр, – тигән яуап ишетелә шурфтан.
Тәфтизан – уҡыусы, Тәфтизан үҫмер булып бына шулай хәтерҙә һаҡланып ҡалған».
Тәфтизандың әсәһе Сәхипъямал Йыһангир ҡыҙы Баймаҡ районы Моҫтай ауылыныҡы, ул 1969 йылдың март айында мәрхүмә булып ҡалды. Үлгәнгә тиклем республика масштабында персональ пенсия алды. Миңлеғоловтың Фәйрүзә апаһы, ҡустыһы Миҙхәт, һеңлеһе Зайтүнә Күсейҙә, Гөлниса Басайҙа йәшәне, әле хаҡлы ялда.
1941 йылдың декабрь айында Тәфтизан Миңлеғолов Совет Армияһы сафына алына. 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһы ойошторолоуҙың беренсе көндәренән үк бөтә көсөн, энергияһын илдең бойондороҡһоҙлоғон яҡлап ҡалыу өсөн бирҙе. 1942 йылда 333-сө полк комиссары Байғужа Сәйетғәлиндың батырҙарса һәләк булыуынан һуң, Миңлеғолов үҙе теләп миномет расчеты командиры вазифаһын ала. 1943 йылдың сентябрендә ҡаты һуғыштарҙа граната менән немецтарҙың «Тигр» маркалы ауыр танкыһын яндыра. Белоруссияның Гомель өлкәһендәге Черныш һәм Усохи ауылдары өсөн барған һуғышта ул дошман тылына үтеп инә, фашистар араһында паника тыуҙыра, дошмандың бер нисә миномет батареяһын юҡ итә. Автоматтан ут асып, ике тиҫтәгә яҡын дошман һалдатын сафтан сығара һәм батырҙарса һәләк була.
Зәки Ишморатов «Приказды үтәп» әҫәрендә геройҙың батырлығы тураһында ошолай яҙа: «1943 йылдың сентябрь аҙаҡтары килеп етә, Украинаның байтаҡ ауылдары, ҡалалары, шул иҫәптән Чернигов та фашистарҙан азат ителә. Атлылар менән бергә хәрәкәт итеүсе мотомехчастарҙың алғы һыҙыҡҡа уҡ үтеп ингән отрядтары Гомель өлкәһе Брагин районы Усохи хуторында ҙур ҡаршылыҡтарға осрай. Беҙҙең подразделениеға ҡаршы фашистар ике көн рәттән бер-бер артлы һөжүм итәләр. Миномет батареяларынан көслө ут аса. Полк штабынан бойороҡ килә: «Миномет батареяларын ҡыйратырға бер төркөм һалдаттар бүлергә!»
Миңлеғолов иң беренсе булып үҙ ирке менән барырға ризалыҡ белдерә. Күп тә үтмәй Тәфтизан үҙенең ике батыр дуҫы менән (уларҙың береһе Баймаҡ районы Тоҡтағол ауылы егете Әхмәтов Ғәзиз Шәһәрғәзе улы була) алға йүнәлә. Йөҙ илле метр самаһы алға барғас, Тәфтизан ҡапыл һиҫкәнеп китә: ҡыуаҡлыҡ ышығында дошман «тигры» йыуан көбәген беҙҙең һөжүм итеүсе подразделениеға тоҫҡай. Тәфтизан уға граната ырғыта. Немецтарҙың маҡтаулы «тигры» төтөнгә ҡаплана. Дошман пулеметтан ата башлай. Ғәзиз һәләк була. Тәфтизан дуҫы өсөн дошмандан үс алырға һәм фашистарҙың алға барырға ҡамасаулаусы батареяларын нисек тә юҡ итергә тырыша. Йәшел ҡыуаҡтарҙың ышығына йәшенеп барып, тағы граната ырғыта һәм миномет расчетының көлөн күккә осора.
Ләкин йәш батырҙы фашистар күреп ҡала. Улар өс яҡлап Тәфтизанды ҡамап килә башлайҙар, әммә Тәфтизан атыуын туҡтатмай. Ошо тиңдәшһеҙ ҡаты алышта Миңлеғолов ике тиҫтәнән ашыу фашисты дөмөктөрә. Тәфтизандың гранаталары бөтә, патрондары бик иҫәпле генә ҡала. Ул ҡаты яраланған хәлдә атыуын дауам итә. Уның ҡаһарманлығы менән рухланған һуғышсан дуҫтары «Ур-ра!» ҡысҡырып, алға ташлана.
Тәфтизан, уң ҡулына автоматын тотҡан килеш, салҡан ята ине. Дуҫтары фуражкаларын һалып, йәш батырҙың йөҙөнә ҡарап, баш эйәләр.
Мәктәп эҙәрмәндәре тарафынан Белоруссияның Брагин район хәрби комиссариатынан ошондай хәбәр алынған: «Советтар Союзы Геройы гвардия сержанты Тәфтизан Таһир улы Миңлеғолов, 1922 йылда тыуған, Белоруссия ССР-ы Гомель өлкәһе Брагин районының Галки ауылында туғандар ҡәберенә ерләнгән. Вафат булыуы тураһындағы карточкала Усохи хуторы күрһәтелгән, ләкин һәләк булған яугирҙарҙың кәүҙәләре был урындан Галки ауылының туғандар ҡәберенә күсереп ерләнде».
Унан тыш был ҡәберлектә Башҡорт атлы дивизияһынан: Әхмәтшин Ҡәйүм Хәбрахман улы (Советтар Союзы Геройы), Әхмәтов Ғәбит, Булатов Һиҙиәт, Биктимеров Сәлмән, Дәүләтов Әбдрәүф (Советтар Союзы Геройы – Әбйәлил районы Хәлил ауылынан), Ҡужалов Марат, Хәйҙәров Әмир, Халиҡов Тимербулат, Хәйбуллин Ҡотләхмәт, Хәсәнов Сафалар ерләнгән.
Һуғышта күрһәткән батырлыҡтары өсөн Тәфтизан Миңлеғолов Ҡыҙыл Йондоҙ, 2-се дәрәжә Ватан һуғышы ордендары менән наградлана. 1944 йылдың 14 ғинуарында СССР Юғары Советы Президиумы Указы менән Тәфтизан Таһир улы Миңлеғоловҡа Советтар Союзы Геройы исеме бирелә.
Т.Т. Миңлеғоловтың батырлыҡтары тураһында Г.А. Беловтың «Ғәйрәтлелек һәм дан юлы», Әхтәм Ихсандың «Саҡма тояҡ аттарҙа» китаптарында, уға Советтар Союзы Геройы исеме биреү өсөн награда ҡағыҙында киң яҙылған. Уның тураһында ауылдаштары, яҡташтары, синыфташтары иҫтәлектәр яҙып ҡалдырған, шиғырҙар яҙған.
Советтар Союзы Геройы Тәфтизан Таһир улы Миңлеғоловтың исемен мәңгеләштереү өсөн яҡташтары күп көс һала. Баймаҡ ҡалаһында һәм тыуған ауылы Күсейҙә Геройға бюстар ҡуйылған, Күсей ауылының үҙәк урамы уның исемен йөрөтә, мәктәптә башланғыс синыфтар ойошмаһы «Тәфтизансылар», ә пионерҙар дружинаһы Тәфтизан Таһир улы Миңлеғолов исемендәге дружина тип атала. Мәктәп музейында һәм залында айырым мөйөштәр булдырылған. Күсей ауыл мәктәбе спорт залында йыл һайын ауыл хакимиәте тарафынан Т.Миңлеғолов призына район кимәлендә спорт ярыштары үткәрелә. Быйыл Герой исемендәге кубокты ауылдаштары яуланы, а унан алдағы йылдарҙа күсмә кубокты Иҫке Сибай, Урғаҙа, Төркмән спортсылары алған ине. 5 йылға бер Күсей ауылында Миңлеғоловтың Хәтер кисәһе үткәрелә. Быйыл да ауылдаштары Геройҙы иҫкә алыу тантанаһына әҙерләнә, ҡунаҡтар көтә.

К. Уйылданов,
Күсей мәктәбе директоры, Рәсәй дөйөм мәғарифының почетлы хеҙмәткәре.



Ауылдашыма
 

Күптәнме һуң тапап йөрөй инең,
Асағайын, Тоҡан юлдарын,
Эсә инең Төпкөл шишмәһенең
Һыуһын ҡандырырлыҡ һыуҙарын.

Күтәрелә инең Йәнтәл тауға,
Шеш ҡолаҡлы ҡуян ауларға…
Эш тиһеңме, ялмы, уйындамы,
Булмай инең һуң һин ҡайҙарҙа.

Һинең зирәклегең, саялығың
Аҙмы ҡыҙ бәғерен яндырҙы.
Һәр бер эшең, һәр бер һөнәрең бит
Көллөбөҙҙө таңға ҡалдырҙы.

Һин, ауылдаш, тыуған тупраҡтарға
Оло яуҙан урап ҡайтманың,
Елдәр нисә ҡабат тәҙрә ҡаҡты,
Ә һин ҡайтып тәҙрә ҡаҡманың.

Зәңгәр күлдең йомро ҡамыштары
Моңайышып һине көттөләр.
Яҙын ҡоштар һине һағынып килеп,
Көҙөн тағы кире киттеләр.
 

Абдулхаҡ Игебаев,
Башҡортостандың халыҡ шағиры.


Ҙур йөрәкле батыр дуҫыма

Тәфтизан ул – йәш ҡаһарман ине,
Күк Ирәндек тауы бөркөтө.
Илен яҡлап ғәҙел яуға сапты,
Иле өсөн күпме ер үтте.

Бөгөн килдем уның ауылына,
Тыуып үҫкән матур яғына;
Ҡорҙаштары менән һөйләштем мин,
Улар уны тамам һағына.

Малай саҡта уйнап уҡ атҡанда
Мәргән ата ине Миңлеғол.
Көс һынашып, йәштәр көрәшкәндә,
Барыһын да еңә ине ул.

Шулай иҫкә ала йәштәштәре
Тәфтизанды – һолло егетте;
Ул йәштән үк шулай ҡыйыу булды,
Гел еңеүсән булып күнекте.

Яүҙа ла ул үҙен һынатманы,
Дошмандарға илен бирмәне.
Йән аямай, һуғышып ҡорбан булды,
Ләкин исеме уның үлмәне.


Батыр Вәлид.

Комментариев нет:

Отправить комментарий

Примечание. Отправлять комментарии могут только участники этого блога.