18 мая 2012 г.

Сәсеү-2012

“Уңыш” баҫыуҙарында эш ҡайнай

“Уңыш” АХК-һы үҙенең техник һәм иҡтисади потенциалы, үҫемлекселек һәм малсылыҡ тармаҡтары буйынса райондың агросәнәғәт комплексында иң ҡеүәтле предприятиеларҙан һанала. Ҡырағай баҙар мөнәсәбәттәренә ҡарамаҫтан, хужалыҡ үҙ йөҙөн һаҡлап килә, ағымдағы ауыл хужалығы кампанияларын ойоштороуҙа һәр саҡ яҡшы һөҙөмтәләргә өлгәшә. Быйыл Сибай һәм Татлыбай ауыл биләмәләрендәге халыҡтың үҙ пай ерҙәрен тап “Уңыш” АХК-һына 5 йылға арендаға биреүе лә хужалыҡҡа ышаныс күрһәтеүе тураһында һөйләй. Һис шикһеҙ, коллектив был ышанысты аҡларға тейеш. 

Фәнүр Ҡоланбаев

Йылдағыса, кооператив яҙғы баҫыу эштәрен яҡшы әҙерлек менән ҡаршы алды. Районда иң тәүгеләрҙән булып бында техника-агрегаттар ремонтланды, тракторҙарға һәм уларҙың тағылмаларына  дәүләт техосмотрын уҙғарыу буйынса зона семинар-кәңәшмәһе юғары кимәлдә ойошторолдо. Яҙғы баҫыу эштәрен үткәреүгә райондан бүленгән 5,6 млн һум (белеүебеҙсә, республика бюджетынан районға сәсеүгә 51 млн һум аҡса бүленгәйне) кредит кампанияны ойошҡанлы атҡарыу мөмкинлеге бирә. Был аҡсаға хужалыҡ 120 тонна яғыулыҡ-майлау материалдары, 120 тонна минераль ашлама, ағыулау препараттары һатып алған. Орлоҡ фонды ла яңыртылған – элиталы 24 тонна борсаҡ, 15 тонна ҡарабойҙай, шулай уҡ 30 тонна ҡаты бойҙай алынған.

Баязит Халиҡов

Сәсеү майҙандары буйынса районда иң ҙур күләм   “Уңыш” АХК-һында – бөтәһе 9390 гектар. Шул иҫәптән яҙғы иген культуралары 6159 гектарҙы биләй. Мал аҙығы культуралары  4205 гектарҙы тәшкил итеп, бер йыллыҡ үләндәр 2305 гектарҙа сәселәсәк. Күп йыллыҡ үләндәр иһә 2272 гектарҙа үҫтерелә. Кисәге көнгә алынған мәғлүмәттәргә ҡарағанда, иген культуралары 3566 гектарҙа, шул иҫәптән бойҙай – 1376, арпа – 1547, һоло 643 гектарҙа сәселгән. Рапс – 153, судан үләне – 386, донник 253 гектарҙы биләй.
Хужалыҡтың баш агрономы Ф.К. Иҫәнбаев менән Үҙәк һәм Йәнйегет бүлексәләре баҫыуҙарында йөрөгәндә, яҙғы баҫыу эштәренең ойошҡанлы барыуына шаһит булдыҡ. Тәжрибәле механизаторҙар Фәнүр Ҡоланбаев, Баязит Халиҡов, Мораҙым Йәнтилин, Фирғәт Вәлишин, Ринат Йәнтүрин, Азамат Вәлиев, Мирзаян Хәйбуллин, Кинйәбай Нурдәүләтов, Нурйән Хәмзин, Рәүеф Әбделмәнов, Хисмәт Сабанғолов агрегаттары юғары һөҙөмтәләргә өлгәшә. Катоклауҙа Рамаҙан Ирназаров, Рим Ноғоманов, культивациялауҙа Фәнүр һәм Ғәфүр Ҡоланбаевтар  ал бирмәй. Ошо көндәрҙә Әфтәх менән Илдар Дәүләтбаевтар сәсеүлектәрҙе химик утауға ла төшкән – был эш 61 гектарҙа башҡарылған.
– Иген культураларын сәсеүҙе майҙың 25-тәренә ҡәҙәр тамамлаясаҡбыҙ, – ти Фәнил Кәбир улы, – бының өсөн беҙҙең бөтә мөмкинлектәр бар. Игенселәр үҙ бурыстарына яуаплы ҡарай, сәсеү комплексының барлыҡ участкаларында ла эш ҡайнай. Ғөмүмән, йылға ҙур өмөттәр бағлайбыҙ.
Булған ауырлыҡтарға ҡарамаҫтан, “Уңыш” АХК-һы игенселәре яҙғы баҫыу эштәрен ҡулайлы ваҡытта һәм тейешле технологиялар нигеҙендә атҡарып сығыр, тигән өмөт-ышаныс бар.

Азамат Мөхәмәтшин.

Комментариев нет:

Отправить комментарий

Примечание. Отправлять комментарии могут только участники этого блога.