23 мая 2012 г.

2012 — Рәсәй тарихы йылы

Киләсәккә рухи васыят



Дәһшәтле Бөйөк Ватан һуғышының Еңеү менән тамамланыуында 112-се Башҡорт атлы дивизияһының да өлөшө тос була. Баймаҡтан ғына был дивизия составында 700-ҙән ашыу кавалерист ҡатнаша. Уларҙың исемдәрен мәңгеләштереү маҡсатында яҡташыбыҙ, БАССР-ҙың атҡаҙанған уҡытыусыһы, Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены кавалеры, Б.Вәлид һәм Р.Өмөтбаев премиялары лауреаты, Сибай ҡалаһының Почетлы гражданы Рамаҙан Үтәғолов “Ирәндек бөркөттәре” исемле тарихи-документаль йыйынтыҡ баҫтырҙы. Яҡташ яҙыусылар аҙналығында үҙәк район китапханаһында был китаптың исем туйы үтте, унда китапҡа ингән шәхестәрҙең балалары, туғандары, ағинәйҙәр, аҡһаҡалдар, зыялылар, мәктәп уҡыусылары ҡатнашты.
Исем туйында  112-се Башҡорт атлы дивизияһының ойошторолоу тарихы бәйән ителде, ҡаһарман яҡташ кавалеристарҙың исемдәре иҫкә алынды. Генерал Миңлеғәле Шайморатовтың һаҡсылары рәтендә Баймаҡ районы егете Рамаҙан Билалов та була. Ул һуңғы көнгә тиклем кавдивизия командиры янында йөрөй. Үкенескә күрә, ваҡытында уға яу яланында булған дөрөҫлөктө асып һалырға мөмкинлек булмай, шуға күрә ғүмеренең ахырынаса ошо ауыр йөктө йөрөтөргә мәжбүр була. Кисәлә уның улы Марат Билалов ҡатнашты. Ул атаһын һуғышҡа оҙатҡан сағын, атаһы яуҙан ҡайтҡас һөйләгән хәтирәләрен бәйән итте. Рамаҙан Билалов Миңлеғәле Шайморатовтың башына пуля тейеп үлеүен үҙ күҙҙәре менән күргән. Йәнәһе, генерал пленға эләккән, тип уға герой исемен бирҙерттермәй ҡаңғырған саҡтарҙа ул иң беренселәрҙән булып Миңлеғәле Шайморатовтың пленда булмауын раҫлай.
Ярат ауылынан Ильяс Дәүләтбаев олатай атаһының, ағаһының да атлы дивизия составында һуғышыуы хаҡында һөйләне: “Атайым һуғышҡа Елетмәҫ, Күк айғыр, Ороло саптар ҡушаматлы аттарҙы алып китте. Ул батырҙарса һәләк булды. Яуға оҙатҡан аттарҙан ни бары беҙҙең ауылдан киткән Ороло саптар ғына әйләнеп ҡайтты”, — тип, сығышын ҡурайҙа “Ерән ҡашҡа” көйө менән тамамлап ҡуйҙы.
Темәстән Миңлеғол Арыҫланов та  112-се Башҡорт атлы дивизияһының ҡаһарман яугирҙарының береһе була. Днепр йылғаһы өсөн алышта күрһәткән батырлыҡтары өсөн ул Ҡыҙыл Байраҡ ордены менән бүләкләнә. Уның улы Рәсүл Арыҫланов атаһы менән обелиск эшләй башлауҙарын, тик атаһының уның ҡуйылғанын күрә алмауын, был эште туғандары менән тамамлап ҡуйыуы хаҡында һөйләне.
“Ирәндек бөркөттәре” китабында Бәҙри Мәмбәтҡоловтың “Отважный связист” исемле мәҡәләһе бирелгән.  Унда һүҙ  “Кубань” колхозы рәйесе, һуғыштан бихисап наградалар, шул иҫәптән Ҡыҙыл Йондоҙ, “Батырлыҡ өсөн” орден-миҙалдар менән бүләкләнеүсе Ғәлиәхмәт Сәйфуллин тураһында. Кисәлә геройҙың ҡыҙҙары Менәүәрә, Мәзүнә, Сәлимә инәйҙәр ҡатнашты. Улар аталарының һуғыштан килгән хаттарын илай-илай уҡыуҙарын хәтерләне, уның тыуыуына 100 йыл тулыуын үткәргәндәр.
Ҡаһарманлығы менән тәүгеләрҙән булып Советтар Союзы Геройы исемен алған Тәфтизан Миңлеғолов – районыбыҙҙың сикһеҙ ғорурлығы. Уның ҡорҙашы Миҙхәт Байрамғолов яугир менән бала саҡта ялан аяҡ бергәләп ат һарайында йөрөүҙәрен,  Тәфтизандың ҡурайҙа таҡмаҡ көйҙәрен уйнарға яратыуын һөйләне. Ул герой булып киткәс,  фотоһүрәте булмағанға күрә, һәүәҫкәр рәссам Миҙхәт ағайҙың портреттарын алыуҙарын һөйләне.
Йәнйегет ауылынан Илгиз Әбүбәкиров, Төркмәндән Ришат Уйылданов, Баймаҡтан Рәйсә Хәсәнова, Бөйөк Ватан һуғышы ветераны, бик күп китаптар авторы, Баймаҡ ҡалаһының почетлы гражданы Вара Буранбаев  112-се Башҡорт атлы дивизияһы тураһында ҡыҙыҡлы мәғлүмәттәр еткерҙе. Бихисап китап авторҙары Азамат Тажетдинов, Мәрйәм Ҡужаҡаева ҡәләмдәштәре Рамаҙан Үтәғоловтың яңы ижад емешенең донъя күреүе менән тәбрикләне.
Бер үк ваҡытта тантаналы, ғорурлыҡ тойғолары уятҡан,  шул уҡ мәлдә күңелде һыҙлатҡан да был матур кисәне балалар ижады үҙәгенең Рәйлә Бикбирҙина етәкләгән фольклор түңәрәге малайҙарының яу, һыбайлылар йырҙары, Ильяс Дәүләтбаевтың ҡурай моңо, Вара Буранбаевтың “Фатимам” йыры тағы ла күркәмләтеп ебәрҙе.

Айгөл Иҙелбаева.
Автор фотоһында: кисәлә ҡатнашыусылар.

Комментариев нет:

Отправить комментарий

Примечание. Отправлять комментарии могут только участники этого блога.