28 мая 2012 г.

27 май – Дөйөм рәсәй Китапханалар көнө

Һөнәри байрамыбыҙ менән!

Бөтә, ти донъя малы, мәңге тормай.
Белем бөтмәй, юйылмай.

                                                 Ш. Бабич.



90 йыллыҡ тарихы булған Баймаҡ район китапханаһын меңәрләгән белем шишмәһе – китапты үҙендә туплаусы, уҡыусыларҙың күңелен рухи аҙыҡ менән һуғарыусы бөтмәҫ-төкәнмәҫ хазиналар һаҡлаусы диңгеҙгә тиңләп була.


Белемле, мәҙәниәтле шәхестәр элек тә китапҡа ынтылған, үҙен хөрмәт иткән һәр зыялы китап тотҡан, уны башҡаларға еткергән, һаҡлаған. Элек китап мәсеттәрҙә, мәҙрәсәләрҙә һаҡланһа, аҙаҡ улар китапханаларға күсә. Бөгөнгө көндө элекке менән тоташтырыусы нурлы күпер булып, әлбиттә, китапхана тора.

Документтар кәштәләрҙә, электрон теҙмәләрҙә һаҡлана. Китапханалар бөгөн белем һәм төрлө йүнәлештәге мәғлүмәт биреү үҙәге генә түгел, ә тәрбиә һәм халыҡтың ялын ойоштороусы ла булып тора.

Яҡшы традицияларҙы ҡулланып, районыбыҙ китапханасылары  китап һәм уҡыусы араһын яҡынайтып, кешеләр күңелен рухи яҡтан байытып, аң-белемгә әйҙәп йәшәй. Китапты мөмкин тиклем уҡыусыға еткереү өсөн төрлө алымдар ҡуллана.

Йыл һайын сентябрь айында – китап көнө, китап аҙналығы, ә май айында яҡташ яҙыусыларыбыҙҙың әҫәрҙәрен пропагандалау буйынса аҙналыҡтар иғлан ителә.

Быйыл да 14 майҙан 18 майға тиклем үткән аҙналыҡ сиктәрендә бик фәһемле саралар уҙғарылды. Баймаҡ еренең көмөш йөҙөгө әҙибә Таңсулпан Ғарипова, зыялы улы шағир Әхмәр Үтәбай уҡыусылар менән осрашты. Сәйғәфәр, Йомаш, Йәнйегет, Әбделкәрим, Байыш, Кәрешкә, Түбә, Байым төбәктәрендә йәшәүсе китап уҡыусылар яратҡан яҙыусылары менән күрешеп, күңелдәренә дарман, илһам алып ҡалдылар.
Бөрйәнйылға ҡыҙы Зөлфирә Ҡаҙаҡбаева менән Баймаҡ китапханаһында осрашыу бик фәһемле булды.

Әле генә ҡәләм тирбәтеп тә, үҙ уҡыусыларын тапҡан Зөлфирә Ҡаҙаҡбаева, Зилә Ғәйетҡолова, Рәмилә Торомтаевалар менән осрашыуҙар, әлбиттә, ауыл халҡының тормошона йәм өҫтәгәндер, киләсәккә матур ынтылыштар, яңы пландар тыуҙырғандыр, ә йәш ижадсыларға дәрт биргәндер, тип ышанғы килә.

Тыуған яҡ йырсыһы, халыҡ шағиры Абдулхаҡ Игебаевтың ижадына арналған китапхана дәрестәре, крайҙы өйрәнеүсе Рамаҙан Үтәғолов, Фәниә Кәримованың китаптарының исем туйҙары, яугир шағирҙарыбыҙ тормошона һәм ижадына бағышланған Хәтер һәм Ҡәҙер кисәләре яҡташтарыбыҙ күңеленә сафлыҡ, изгелек орлоҡтары һипкәндер, рухи аҙыҡ өләшкәндер, моғайын.

Китапханасы һөнәрен һайлаған һәр кем бәхетле, күңеле бай, йөҙө яҡты, йөрәгендә ҡояш йөрөтөп, ундағы йылылыҡты башҡаларға өләшеүсе Прометей ул, тиһәм, һис тә артыҡ булмаҫ.Заман менән бергә атлап, бәләкәй генә нәмәнән дә мөғжизә эҙләгән һәм тапҡан коллегаларымды, алтын аҡыллы ветерандарыбыҙҙы һөнәри байрамыбыҙ менән ҡотлайым! Күңелегеҙҙә ижадлы, илһамлы хеҙмәт ҡомарығыҙ һүрелмәһен!

Л. Дәүләтшина,
үҙәк район китапханаһы директоры.

Комментариев нет:

Отправить комментарий

Примечание. Отправлять комментарии могут только участники этого блога.