10 мая 2012 г.

Бейеүсе Рәшиҙә Туйсинаға – 70 йәш

Мәңгелек матурлыҡ һәм йәшлек символы
 
Мәшһүр бейеүсе яҡташыбыҙ Рәшиҙә Туйсинаның 65 йәше уңайынан халыҡ ижады үҙәгендәге концертынан һуң әңгәмәлә: “Әгәр һеҙ бейеүсе һөнәрен һайламаһағыҙ, кем булыр инегеҙ?” – тигән һорауға уның: “Бейеүсе булмаһам, иҙән йыуыусы булып булһа ла “атҡаҙанған” исеме алыр инем. Сөнки мин һәр эште еренә еткереп башҡарырға яратам”, – тигән яуабы әле һаман ҡолаҡ осонда сыңлап тора. Был, ысынлап та, шулайҙыр. Сөнки тырышлыҡһыҙ шул тиклем ҡаҙаныштарға эйә булып булыр инеме икән?.. Беҙ уны Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған артисы, Башҡортостан Республикаһының халыҡ артисы, Фәйзи Ғәскәров исемендәге дәүләт академия халыҡ бейеүҙәре ансамбле солисы, Салауат Юлаев һәм Ғәлимов Сәләм исемендәге дәүләт премиялары лауреаты тип кенә түгел, ә бейеү алиһәһе, мәңгелек матурлыҡ һәм йәшлек символы тип тә беләбеҙ. Сөнки, ғәфү итегеҙ, ҡатын-ҡыҙҙарҙың йәшен әйтеү әҙәпһеҙлек һанала, әммә Сыңғыҙ һылыуы Рәшиҙә Ғилметдин ҡыҙының ғүмер оҙонлоғон билдәләүсе һандарҙы иғлан итеү – үҙе бер ғорурлыҡ. 70 йәштә лә төҫ ташламаған яҡташыбыҙҙың зыялылар, сәнғәт әһелдәре араһында ҡайнауына һоҡланмау мөмкин түгел! Ә нисек бейеүсе булып китте икән ул?


Рәшиҙә Туйсина 1960 йылда Баймаҡта пионервожатый булып эшләгән сағында Башҡорт дәүләт халыҡ бейеүҙәре ансамбленә бейеүселәр йыйыу тураһында иғланды ишетеп ҡала. Конкурста ул үҙе яратып бейегән «Заһиҙә»не башҡара. Ансамбль етәксеһе Фәйзи Ғәскәров тал сыбығындай нәҙек, һомғол буйлы йәш ҡыҙҙың киләсәктә башҡорт бейеүе сәнғәтенең ынйыһы буласағын төҫмөрләй һәм ансамблгә саҡыра.
1968 йылда Рәшиҙә Туйсина ире Әнүәр Ишбирҙин һәм Салауат Дәүләтбаев менән Софияла Йәштәр һәм студенттарҙың IX Бөтә донъя фестивалендә ҡатнаша. Фестивалдән Рәшиҙә Туйсина алтын миҙал алып ҡайта. Шул уҡ йылда Ғәлимов Сәләм исемендәге премия бирелә. Артабан бейеүсене Мәскәүҙең Кремль һарайы, Франция, Һиндостан, Испания, Германия, Швеция, Пакистан, Финляндия һ.б. илдәр тамашасылары алҡышлай. Башҡорт  бейеү сәнғәтен юғары кимәлгә күтәргәне өсөн Рәшиҙә Туйсинаға Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы бирелә.
– Һеҙ төрлө илдәрҙең сәхнәләрендә бейегән кеше. Тыуған яҡта сығыш яһауы нисек? – тигән һорауға бейеү алиһәһе:
– Иң көслө алҡыштар – тыуған ерҙә генә! – тип яуап биргәйне. Ошо һөйләмгә сит илдәрҙең тамашасыһын хайран иткән Бейеүсенең тыуған ергә булған бар һөйөүе, тоғролоғо һыйған.
Күркәм юбилейын ҙур ҡаҙаныштар менән ҡаршылаған гүзәл ханымға ҡаҡшамаҫ һаулыҡ, тағы ла оҙон ғүмер, ғаилә именлеге һәм киләсәктә лә йәш, матур булып ҡалыуын теләйбеҙ!

Айгөл Иҙелбаева.
Автор фотоһы.

Комментариев нет:

Отправить комментарий

Примечание. Отправлять комментарии могут только участники этого блога.