10 мая 2012 г.

Баймаҡ ҡалаһына 75 йыл тулыуға ҡарата

Техникум юбилейға әҙерләнә

Мәғлүм булыуынса, киләһе йыл Баймаҡ ҡалаһының 75 йыллығын билдәләйәсәкбеҙ. Был тантанаға әҙерлек алып барыу маҡсатында башҡарыласаҡ саралар планы ҡабул ителде. Шуларҙың береһе – Баймаҡ тау-металлургия техникумы булараҡ быйыл 80 йыллығын билдәләйәсәк Өфө яғыулыҡ-энергетика колледжының Баймаҡ филиалында бөтә яҡлап та әҙерлек алып барыу.


3 майҙа был уҡыу йортонда муниципаль район хакимиәте башлығы И.Х. Ситдыҡов етәкселегендә күсмә кәңәшмә үтте. Унда ҡалалағы  учреждение, ойошма, предприятие етәкселәре ҡатнашты. Колледж филиалы директоры Т.Н. Сәйғәфәрова тәүге һүҙҙе алып:
– Беҙҙең уҡыу йорто урынлашҡан бина ҡалалағы иң иҫке объекттарҙың береһе, 1932 йылда төҙөлгән, – тине ул. – Төрлө йылдарҙа үҙгәртеүҙәргә дусар булып, Баймаҡ тау-металлургия техникумы 2004 йылдан Өфө яғыулыҡ-энергетика колледжының Баймаҡ филиалы булараҡ эшләй. Уҙған йылда колледжда Баймаҡ юл ремонт-төҙөлөш идаралығы, Баймаҡ ПМК-һы ярҙамы менән байтаҡ төҙөкләндереү саралары атҡарылды, уның өсөн уларға ҙур рәхмәт. Ләкин башҡарыласаҡ эштәр ҙә бихисап, – тине.

Кәңәшмәлә ҡатнашыусылар артабан колледждың биләмәһе, уҡыу кабинеттарының торошо менән танышты. Кәңәшмәнең рәсми өлөшөндә төҙөкләндереү мәсьәләләре буйынса фекер алышыуҙар үтте. Студенттар өсөн “Электр һәм электр механикаһы ҡоролмаларын эксплуатациялау һәм хеҙмәтләндереү” һәм “Газ менән тәьмин итеү ҡоролмаларын эксплуатациялау һәм хеҙмәтләндереү” полигондарын эшләү мәсьәләһе күтәрелде. Был тәңгәлдә район электр селтәре һәм “Газ-сервис” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте ярҙам итәсәк. Биләмәне төҙөкләндереү, асфальт япмаһы түшәү, бордюрҙар эшләү бурысын Баймаҡ юл ремонт-төҙөлөш идаралығы һәм Баймаҡ ремонт-төҙөлөш идаралығы үҙ өҫтөнә алды. Уҡыу кабинеттарын, коридорҙарҙы, фойеларҙы ремонтлау, буяу сараларын Баймаҡ ПМК-һы, ә ҡоймаларҙы яңыртыу буйынса эште Баймаҡ урмансылығы башҡарасаҡ. Баймаҡ ҡалаһындағы тыуған яҡ һәм крайҙы өйрәнеү музейы ярҙамы менән колледждың музейын булдырыу ҡарала.
Уҡыу йортоноң ҡаҙанлығын реконструкциялау буйынса ҙур эштәр башҡарыласаҡ. Был тәңгәлдә Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте Премьер-министры А.Ф. Илембәтов эш сәфәре менән Баймаҡта булғанда ярҙам күрһәтеләсәге хаҡында әйткәйне, тине И.Х. Ситдыҡов.  
Шулай итеп, колледжда әҙерлек саралары башланды. Уның һөҙөмтәһе буйынса киләһе кәңәшмә май аҙаҡтарында үтәсәк.

Лилиә ТАКАЕВА.

Комментариев нет:

Отправить комментарий

Примечание. Отправлять комментарии могут только участники этого блога.