3 мая 2012 г.

Хәтер

Ир уҙаманы ине...
Ағайым Миңнәхәт Миңнеғәле улы Килдеғошовтың тормош юлын, шәхси сифаттарын, кешелеклеген иҫкә алғанда, үҙенә талапсан, өлкәндәрҙе хөрмәтләй белгән, кеселәрҙе эшкә һәм тормошҡа ылыҡтыра алған, ауылда, районда һәм республикала танылған шәхестәрҙең береһе итеп күҙ алдыма баҫтырам.

Быйыл уға 76 йәш тулған булыр ине. Тик ул беҙҙең аранан 65 йәшендә, үҙенең хеҙмәт емештәрен татып, дуҫтарына, туғандарына ярҙам итеп йәшәгән осорҙа ҡаты ауырығандан һуң баҡыйлыҡҡа китте.
Бала сағы, үҙенең ҡорҙаштары кеүек, аслы-туҡлы һуғыш йылдарына тура килде. Шуға күрәлер инде улар изге күңелле, ярҙамсыл кеше булып үҫте. Ағайым Йомаш ете йыллыҡ мәктәбендә, унан Темәстә һәм I Этҡолда уҡып урта белем алғас, Башҡортостан ауыл хужалығы институтын тамамлап, зоотехник һөнәренә эйә була. Оло хеҙмәт юлын 1963 йылда туған колхозы “Һаҡмар”ҙа баш зоотехник булып башланы, 1970 йылда тағы ла яуаплыраҡ эшкә – “Сибай” совхозының баш зоотехнигы итеп, ә инде 1974 йылда “Алға” колхозына рәйес итеп һайланды. Ошо хужалыҡта Миңнәхәт Миңнеғәле улы 15 йыл алмаштырғыһыҙ һәм тынғыһыҙ етәксе булды. Уға абруйлы, тәжрибәле етәкселәр – “Һаҡмар” колхозы рәйесе С.С. Самарбаев, “Сибай” совхозы директоры П.Н. Селезнев, район партия комитетының беренсе секретары Р.И. Имамов һәм район башҡарма комитеты советы рәйесе Х.Ш. Кашанов һ.б. менән эшләргә насип булды. Уларҙан эш тәжрибәһе тупланы. Ҡайҙа ғына эшләмәһен,  үҙенең ҡул аҫтындағыларға иғтибарлы булды, өлкәндәрҙе ихтирам итте, йәштәрҙе өйрәтте, уларға тейешенсә матди һәм әхлаҡи ярҙам ҡулы һуҙҙы, бихисап алдынғы һауынсылар, малсылар, механизаторҙар үҫтерҙе.
Оҙаҡ йылдар етәксе дәрәжәһендә эшләп, һаулығы насарая башлағас, тыуған ауылы Йомашҡа ҡайтты. Бында ла колхоздың профком рәйесе һәм хаҡлы ялға сыҡҡанға тиклем ауыл хакимиәте башлығы булып эшләне. Был вазифаларҙа ла халыҡтың тормош шарттарын яҡшыртыу, ауылдарҙы төҙөкләндереү, тыуған ерендә етәксе кадрҙар үҫтереүгә күп көс һалды. Ҡайһы ғына хужалыҡта эшләмәһен, бигерәк тә малсылыҡҡа оло иғтибарын бүлде. Мал үрсетеү буйынса районда, республикала алдынғылар рәтендә булды, социалистик ярышта еңеүсе тип табылды. Ағайым етәкләгән хужалыҡ нисә йыл рәттән КПСС Өлкә Комитеты, БАССР Юғары Советы Президиумы, райком, район Советы башҡарма комитетының күсмә һәм иҫтәлекле Ҡыҙыл Байраҡтарына лайыҡ булды.
Миңнәхәт ағайым еңгәйем Гөлсирә менән өс балаға ғүмер биреп, аҡыллы, матур итеп тәрбиәләп үҫтерҙе. Улар төрлө һөнәр эйәләре булып эшләп йөрөй: өлкән улы Хәлис – “Аҡбуҙат” ипподромының баш ветеринар врачы, икенсе улы Хәйҙәр – “Йомаш” КФХ-һы директоры, ҡыҙы Гәүһәр балалар баҡсаһында тәрбиәсе булып эшләй.
Фиҙаҡәр хеҙмәте өсөн “Башҡортостандың атҡаҙанған зоотехнигы” исеменә, “Хеҙмәт батырлығы өсөн”, “Хеҙмәт ветераны” миҙалдарына, район, республиканың маҡтау ҡағыҙҙарына лайыҡ булды. Ағайым оҙаҡ йылдар ауылдарҙың, райондарҙың депутаты итеп һайланды һәм халыҡтың ышанысын аҡлау өсөн бар көсөн һалды. Бына шундай шәхес булғаны өсөн уны күреп-белгәндәр, иптәштәре, хеҙмәткәрҙәре, яҡташтары, туғандары онотомай, һаман да ололай, йылы хәтирәләр менән һағынып иҫкә ала.      

М. КИЛДЕҒОШОВ,
мәғариф ветераны, “Атайсал” клубы рәйесе.
Йомаш ауылы.

Комментариев нет:

Отправить комментарий

Примечание. Отправлять комментарии могут только участники этого блога.