3 мая 2012 г.

Конкурстар

Ҡайҙа һеҙ, йәш ғаиләләр?
Башҡортостан Республикаһы Президенты Р.З. Хәмитов тарафынан 2012 йыл – Имен бала саҡ һәм ғаилә ҡиммәттәрен нығытыу йылы тип иғлан ителде һәм шуға ярашлы саралар планы ҡабул ителде. Шуларҙың береһе – республикала “Йәш ғаилә-2012” конкурсын үткәреү. Ошо ҙур бәйгелә Баймаҡ намыҫын яҡларлыҡ йәш ғаиләне һайлап алыу маҡсатында муниципаль район хакимиәте башлығы И.Х. Ситдыҡов районда “Йәш ғаилә-2012” конкурсын уҙғарыу тураһында махсус бойороғон (2012 йыл, 22 март, №806) булдырҙы. 


Положениеға ярашлы, ярыш алты төбәктә үтергә һәм һәр ауыл биләмәһе үҙҙәренең лайыҡлы тип табылған йәш ғаиләһен бәйгегә сығарырға тейеш ине. Тәүге төбәк ярышы Темәс зонаһында булды. Был хаҡтағы мәҡәлә гәзитебеҙҙең 40-сы һанында донъя күрҙе.
26 апрелдә Ишбирҙе ауылы клубында һуңғы төбәк конкурсы үтте.
Хужалар беҙҙе дәртле музыка менән ҡаршы алды. Клубтың бер мөйөшөндә бәйгелә ҡатнашыусылар күргәҙмәгә әйберҙәрен теҙә башлаған. Бер урында Ишбирҙе ауылынан Розалия һәм Илнур Йосоповтар ғаилә мөйөштәрен туплаһа, Әбделкәримдән килеп еткән Гөлниә һәм Фәнил Алсыновтар ҙа бай ғына күргәҙмә ҡуйған. Төрлө ҡул эштәренән күҙҙәр ҡамашырлыҡ, тәмле еҫтәр танауҙы ҡытыҡлай...
Ә ҡалғандар ҡайҙа һуң? Хәбәр итеүҙәренсә, Ишбирҙе зонаһына тағы ла Ярат һәм Йомаш ауыл биләмәләренән килергә тейештәр ине. Арыу ғына көткәс шул билдәле булды: был ауылдарҙан конкурсанттар килмәйәсәк икән! Йәнәһе лә уларҙа лайыҡлы ғаиләләр юҡ!
Ә шулай ҙа Ишбирҙелә  “Йәш ғаилә – 2012” конкурсы юғары кимәлдә үтте. Клуб мөдире Ләйсән Дәүләткилдина, урындағы ҡатын-ҡыҙҙар советы рәйесе Гөлшат Иҫәндәүләтова, китапханасы Сәрүәр Юнысова әҙерләгән төрлө һынауҙар бик тә мауыҡтырғыс булды. Розалия менән Илнур улдары Батыр, Азалия һәм Фәнил улдары Данияр, ҡыҙы Азалия менән тамашасыларға матур ял бүләк итте. Йыр-бейеүҙәре лә, төрлө һорауҙарға  биргән тапҡыр яуаптар ҙа бик отошло булды. Шуға күрә Йосоповтарҙы ла, Алсыновтарҙы ла 15 майҙа район конкурсына сығарырға тигән берҙәм ҡарарға килде баһалама ағзалары.
Шундай матур сарала көс һынашҡан, сәхнәгә сығырға ҡыйыулыҡ иткән, батыр ҙа, матур ҙа ғаиләләргә, айырыуса бәләкәстәргә, оло рәхмәт!
Төбәк бәйгеһе тамам. Ләкин күңелдә төйөр ҡалды. Республика, район кимәленә ғорурланып сығарырлыҡ йәш ғаиләләребеҙ юҡмы ни!? Ни өсөн республика кимәлендә үтәсәк сара уңайы менән ҡабул ителгән бойороҡ яртылаш үтәлмәй ҡалды? Һорауҙы муниципаль район хакимиәтенең йәштәр эштәре буйынса сектор мөдире З.Р. Яҡшығоловаға йүнәлттек.
– “Йәш ғаилә – 2012” конкурсында Моҡас, Күсей, Аҡморон, Ишмырҙа, Бикеш, Йомаш, Ярат ауыл биләмәләренән бөтөнләй ҡатнашманылар, – тине ул. – Бәйгегә сығарырлыҡ йәш ғаилә юҡ, тип белдерҙеләр.
Ышанырғамы? Һығымтаны һәр кем үҙе яһаһын.

Лилиә ТАКАЕВА.
Автор фотоһында: Йосоповтар һәм Алсыновтар ғаиләләре.

Комментариев нет:

Отправить комментарий

Примечание. Отправлять комментарии могут только участники этого блога.