14 мая 2012 г.

Тантаналар

Баймаҡта – 67-се Еңеү яҙы
 
9 Май ябай байрам түгел. Ул фашистик Германияны аяуһыҙ һуғышта еңгән ҡаһарман совет халҡының тиңһеҙ батырлығына дан йырлаған изге көн ул. Шуғалыр ҙа беҙҙең өсөн унан да ҡәҙерлерәк, унан да әһәмиәтлерәк дата юҡ. Шанлы яу йылдарын хәтерләткән, һуғыш һәм тыл ҡаһармандарына мәдхиә йырлаған 9 Май байрамы быйыл да илебеҙҙә киң билдәләнде.
Байрам саралары Баймаҡта ветерандарҙың халыҡ ижады үҙәгенә йыйылып, күмәкләп фотоға төшөүҙән башланды. Унан һуң улар үҙәк майҙанға тантаналы митингҡа йүнәлде.


– Еңеү көнө – ул ысын мәғәнәһендә халыҡ байрамы, беҙҙең уртаҡ ғорурлығыбыҙ һәм тиңһеҙ ҡаҙанышыбыҙ, – тине тәбрикләү телмәрендә район хакимиәте башлығы И.Х. Ситдыҡов. – Бөйөк Ватан һуғышында беҙҙең райондан 16 меңдән ашыу кеше ҡатнаша, шуның 7 меңдән ашыуы батырҙарса һәләк була һәм хәбәрһеҙ юғала. Т.Миңлеғолов, И.Пименов, Ф.Белов, В.Копылов, В.Артамонов, П.Кудимов – Советтар Союзы Геройҙары, Ә.Әлибаев Дан орденының тулы кавалеры булып таныла. 112-се Баш-ҡорт атлы дивизияһында үҙҙәрен данға күмгән Б.Мәмбәтҡолов, М.Арсланов, И.Әбүталипов, Ә.Сағынбаев, әле Баймаҡта йә-шәүсе Ф. Үҙәнбаевтар менән беҙ хаҡлы рәүештә ғорурланабыҙ. Гитлерҙың рейхканцелярияһын алған полк командиры И.Ғүмәров, генерал-полковник Д.Журавлев, Сталинградты обороналауҙа ҡатнашҡан Е.Носова, В.Потапова, Ә.Кәримоваларҙың батырлығы үлемһеҙ. Шул уҡ ваҡытта беҙ тыл ҡаһармандарының батырлығын онотмайбыҙ.
Һуңғы йылдарҙа илдә, шул иҫәптән республикала һәм районда, оло йәштәге кешеләрҙе социаль яҡлауға ҙур иғтибар бүленә. Бөгөнгә беҙҙең район буйынса 420 ветеранға торлаҡ сертификаттары тапшырылды. Был күрһәткес буйынса беҙ республикала ал- дынғы урындарҙы биләйбеҙ.
Район халҡы исеменән һеҙгә, хөрмәтле ветерандар, оло ҡаһарманлығығыҙ өсөн рәхмәт белдереп, Бөйөк Еңеү көнө менән ҡотлайым. Мәңгелек дан еңеүселәргә!


Артабан ҡотлау һүҙҙәре ме-нән Баймаҡ ҡалаһы, Баймаҡ һәм Йылайыр райондары буйынса БР Хәрби комиссариатының бүлек начальнигы Х.Х. Хәмитов, Бөйөк Ватан һуғышы ветераны З.В. Әхмәтйәнов сығыш яһаны.
Үҙәк майҙан янындағы Бөйөк Ватан һуғышында һәләк булған геройҙар хөрмәтенә төҙөлгән монументҡа веноктар һалғандан һуң, тантананың иң мауыҡтырғыс өлөшө – парад башланды. Тигеҙ сафтарҙа үткән райондың эске эштәр бүлеге хеҙмәткәрҙәре, кадеттар, мәктәп уҡыусыларына һоҡланмау мөмкин түгел ине.
Парадтан һуң барса халыҡ үҙенсәлекле концертҡа тамаша ҡылырға, төрлө спорт уйында-рында ҡатнашырға, кемдер тәмле шешлектән ауыҙ итергә йүнәлде. Физик культура һәм спорт буйынса сектор, йәш техниктар һәм эшҡыуарҙар ойошторған спорт саралары, ҡыҙыҡлы уйындар һәм ат-тракциондарҙа өлкәндәр ҙә, балалар ҙа ихлас ҡатнашты.
Байрам саралары кисен дә дауам итте. Сәхнәне “Белые крылья” ансамбле, халыҡ ижады үҙәге артистары сығышы биҙәне. Төнгө Баймаҡ күгендә байрам фейервергы балҡыны.

Азамат Мөхәмәтшин.
А. Ишназаров фотолары.

Комментариев нет:

Отправить комментарий

Примечание. Отправлять комментарии могут только участники этого блога.