30 мая 2012 г.

Кеше яҙмыштары

Тормошо “Кәмһетелгәндәр”ҙән һис кәм түгел, йәки Уны “Горняк” тип йөрөткәндәр


– Минең атайым мулла булған, Таулыҡайҙа Хәлил хәҙрәттә белем алған. Колхозлашыу осоро башланғас, бөтә нәмәне тартып алып, төрмәгә ебәргәндәр. Белоретта алты ай ултырып ҡайтты, – тип ауыр бала саҡ хәтирәләренә бирелде Әхиәт Ғәйетбаев олатай. – Беҙ һигеҙ бала – алты ул, ике ҡыҙ үҫтек. Беҙҙе ҡыуып сығарып, өйөбөҙҙө Беренсе Этҡол ауылына мәктәп иттеләр. Өйһөҙ тегендә-бында көн иттек инде. 1933 йылда Ғәҙелбайҙа йәшәнек. Атайым, ағайҙар старатель булып эшләне. Ә 1937 йылда Таналыҡ ауылы янындағы Күлйортауға күстек. Уны Йылҡыбай ауылы тип тә йөрөттөләр. Унда атайымдар алтын йыуҙы. Тормошобоҙ бөтәйеп, һыйыр, ат тота башланыҡ. Мин 2-се класта уҡығанда, атайымды Буранбайға ураҙа ғәйетенә алып киттеләр. Шунда айыт уҡып торғанда, 2 милиционер, 2 коммунист, 1 комсомол килеп инеп уны ҡулға алғандар, Баймаҡ төрмәһенә ултыртҡандар. Шул китеүҙән атайым ҡайта алманы. Уны 1940 йылда атҡандар. 1982 йылда район гәзитендә атылып, аҙаҡ аҡланыусы 50 кешенең исемлеге сыҡты. Унда минең атайым да бар ине...
Йосоп Ғәйетбаевты шулай ҡулға алғас, ғаиләһе эт күрмәгәнде күрә, эш бирмәй ыҙалаталар. Бөйөк Ватан һуғышы башланғас, 4 улы ла һуғышҡа китә. Шуларҙың берәүһенә генә тыуған яҡтарына имен ҡайтыу насип була...
 

1943 йылда Әхиәт старатель булып алтын йыуыу эшенә төшә. Бер йылдан Күлйортауҙа шахтала эшләй башлай. “Беҙ алтынды күпләп Америкаға оҙаттыҡ. 1 айҙа ғына 3 кг был ҡиммәтле металды тапшырғайныҡ, И.Сталиндан Рәхмәт хаты, бүләктәр килде. Беҙҙең артелде Сибайға күсергәс, “Сибайзолото”ла эшләнем”, – ти Әхиәт олатай. Артабан кире Күлйортау шахтаһына ҡайта. 1952 йылда, экскаваторҙар килгәс, ул экскаваторсы һөнәрен үҙләштерә. 1958 йылда, карьер бөтөү сәбәпле, Таналыҡ йылғаһы буйында гидравлика эше башлана. Әхиәт олатай унда мониторсы тигән яңы һөнәргә өйрәнә. “Граф күле – шул гидравлика арҡаһында килеп сыҡҡан күл ул. Мин монитор аша ҡарап, тупраҡты һыуға төшөрәм. Ере йыуыла ла, алтыны ҡала”. Ошондай яңы ысул менән байтаҡ алтын йыуа үҙ заманында олатайыбыҙ. 1967 – 1977 йылдарҙа Ғәҙелшала гидравликала эшләй. Ә 1978 йылда Семеновскиҙа урынлашҡан Түбә руднигында ул экскаваторсы хеҙмәтен башҡара. 39 йыллыҡ ғүмерен алтын йыуыу эшенә бағышлап, 1982 йылда Әхиәт Ғәйетбаев хаҡлы ялға сыға. Үҙ ғүмерендә күпме ауырлыҡта алтын тапшырғандыр – бер Хоҙай ғына белә. “Йәй айҙарында 9 кешенән торған бригада менән 1 айҙа 7 кг алтын тапшыра торғайныҡ. Алтындың вағын да, эреһен дә күп күрҙем инде. Ул саҡта 1 г алтын 25 һум торҙо – 1 бот он алып була ине. Старателдәр етешерәк йәшәне, ә колхоз-совхозда эшләгәндәргә ҡыйыныраҡҡа тура килде”, – тип хәтерләй ул шул заманды.
 
Әхиәт олатай 1950 йылда Ярат ауылынан Яңылбикә Баймөхәмәтова исемле һылыу менән танышып өйләнешә. Матур ғаилә һигеҙ балаға ғүмер бирә. Әммә кинйәләре Мирас тыуып, 8 көн йәшәгәс, бала табыу йортонда Яңылбикәнең йөрәге туҡтай.
 
– 8 бала менән етем тороп ҡалдым, – тип йәш аралаш һөйләй олатай. – 1 йылдан Йомабикә Мәхийәнова исемле ике балалы ҡатынды алдым. Зәйнәп Биишеваның “Кәмһетелгәндәр” романы бар бит. Минең тормошто яҙһаң да, шундайыраҡ уҡ әҫәр сығыр ине, моғайын.
 
Олатай атаһының аҡланыуы хаҡында белгәс, прокуратураға күп хат яҙа. Уға “ағас ҡырҡҡанда ағас баҫҡан” тип тә, “хәбәрһеҙ юғалған” тип тә яуап бирәләр. Баймаҡта 3 ай ултырып, артабан Өфөгә Аҡморон ауылы аша йәйәү китеүҙәре хаҡында ғына белә алған. Ҡайҙа, нисек атҡандар, ҡәбере ҡайҙа – бер ни мәғлүм түгел.
 
Олатайҙан билдәле ҡурайсы яҡташыбыҙ менән аҙаш булыуы хаҡында ҡыҙыҡһынып һорашам. “Икебеҙ ҙә Буранбайҙан, дүртенсе быуын туған булабыҙ. Мин хаҡлы ялға сыҡҡанда Әхиәт район мәҙәниәт йортонда ҡурайсы булып эшләне. Хәҙер ана ниндәй ҙур кеше булып китте!” – тип аҙашы менән ғорурланып алды. Йәнәһе, бындай исемде шәләй-вәләйҙәр йөрөтмәй. Ҡырлатып ҡына Буранбай сығышлы әңгәмәсемдең йыр-моңға маһирлығы хаҡында һорашам. “Ҡайҙан беләһең?” – тигән кеүек аптырап ҡарап торҙо. “1948 – 1953 йылдарҙа әртис булып йөрөнөм. Ҡурайҙа, мандолинала уйнай торғайным. Гармуным өйҙә оҙаҡ ҡына йөрөнө, тик балалар ғына нишләптер өйрәнмәне. Түбә руднигының клубында концерт ҡуйып йөрөй торғайныҡ. Халыҡ йырҙарын, бигерәк тә “Ғилмияза” йырын, башҡарырға ярата торғайным”, – тип татлы хәтирәләргә бирелде ул.
 
Хәтер шундай иҫ киткес әйбер: әле генә ҡайғылы мәлдәре күңелде тырнай, шул арала ҡыуаныслы, матур саҡтар йөҙҙө йылмайыу итеп нурлай. “Мине “Горняк” тип йөрөттөләр!” – тип үҙ алдына тағы бер тапҡыр йылмайып ҡуйҙы ул. Моғайын, ошо ҡушаматтың тарихы мейеһендә сағылғандыр. Әммә уйҙарға бирелгән олатайҙы матур иҫтәлектәренән айырып, һорау биреп йонсотоп торманым. Кәрәкмәй ҙә. Таусы тип таштар аҡтармай, кабинетта ғына ултырып эшләгән кешегә әйтмәҫтәре билдәле бит инде.

Айгөл Иҙелбаева.
Автор фотоһы.

Комментариев нет:

Отправить комментарий

Примечание. Отправлять комментарии могут только участники этого блога.