23 мая 2012 г.

Хоҡуғыңды бел

Ер пайҙары нисек бирелә?


2002 йылдың 24 июлендә ҡабул ителгән “Ауыл хужалығы тәғәйенләнешендәге ерҙәр әйләнеше тураһында”ғы 101-се федераль Закондың 12-се статьяһына ярашлы, ер бүлеменә өлөшләтә милектә ҡатнашыусы үҙ өлөшөнән баш тартырға, мираҫ итеп ҡалдырырға, ауыл хужалығы ойошмаһы капиталына индерергә, ышаныслы идарасыға бирергә, шулай уҡ өлөшләтә милектә ҡатнашыусы булып һаналған икенсе кешегә, ауыл хужалығы ойошмаһына йәки өлөшләтә милекселек иҫәбендә торған крәҫтиән (фермер) хужалығы ағзаһына һатырға йәки бүләк итергә хоҡуҡлы. Ауыл хужалығы тәғәйенләнешендәге ер бүлеменә өлөшләтә милектә ҡатнашыусы булараҡ, ер бүлеме өлөш иҫәбенә бирелгәндән һуң ғына уның менән үҙең теләгәнсә идара итергә мөмкин.
Федераль Закондың 13-сө статьяһына ярашлы, ауыл хужалығы тәғәйенләнешендәге ер бүлеменә өлөшләтә милектә ҡатнашыусы булараҡ, ер бүлемдәрен барлыҡҡа килтереү талаптарына ҡаршы килмәгән осраҡта, үҙ майҙаныңдан ер бүлеме бирергә мөмкин.
Ер бүлеме өлөшләтә милектә ҡатнашыусыларҙың дөйөм йыйылышында ҡабул ителгән ҡарар нигеҙендә, йәки башҡа төр тәртиптә барлыҡҡа килә.
Ер бүлемен өлөшләтә милектә ҡатнашыусыларҙың дөйөм йыйылышында ҡабул ителгән ҡарарҙа ер бүлемен межалау, барлыҡҡа килтереүсе милекселәр исемлеге, өлөш майҙаны билдәләнә һәм ер бүлеме уның нигеҙендә ҡабул ителгән проектҡа ярашлы бүлеп бирелә. Әгәр ер бүлеме өлөшләтә милектә ҡатнашыусыларҙың дөйөм йыйылышында ҡабул ителгән ҡарар нигеҙендә барлыҡҡа килһә һәм шул йыйылышта межалау проекты раҫланһа, уның күләмен һәм сиктәрен билдәләү тураһында өҫтәмә килешеү төҙөү кәрәкмәй.
Әгәр дөйөм йыйылышта ҡарар ҡабул ителмәһә, өлөшләтә ер бүлеме йәки ер бүлемдәре милексеһе кадастр инженеры менән килешеү төҙөй. Ул ер бүлемен межалау өсөн ер бүлеме бүлеү тураһында проект әҙерләй.
Ер бүлеменең күләме ер өлөшөнә йәки ер бүлемдәренә хоҡуҡ биргән документтарҙа күрһәтелгән мәғлүмәттәргә таянып билдәләнә. Был осраҡта уның майҙаны бер аҙ күберәк йәки кәмерәк тә булыуы мөмкин. Сөнки ер бүлеменең тупраҡ үҙенсәлеге иҫәпкә алыныуы ихтимал. Ер бүлеменең күләме һәм уның сиктәре кадастр инженеры менән килешелергә тейеш.
Ер бүлеменең күләмен билдәләү тәртибе уның тупраҡ үҙенсәлегенә ҡарап, Рәсәй Федерацияһы субъекттары Закондары тарафынан билдәләнә. Ундай тәртиптең юҡлығы ер бүлемен бүлеп биреүгә кәртә була алмай.
Муниципаль милек булып һаналған ерҙән ер бүлеү шәхси милектә булған ер өлөштәрен бүлеү ҡағиҙәләре буйынса башҡарыла. Был осраҡта ундай ер өлөштәре тәү сиратта файҙаланылмаған һәм насар сифатлы майҙандан тәҡдим ителә.

Т. Соболева,
район прокурорының өлкән ярҙамсыһы.

Комментариев нет:

Отправить комментарий

Примечание. Отправлять комментарии могут только участники этого блога.