14 мая 2012 г.

Автоуҙыш

Рәсәй – Башҡортостан – ДОСААФ
Алыҫтан уҡ байрамса биҙәлгән, Дәүләт флагтары таҡҡан машиналар иғтибарҙы йәлеп итте – Рәсәй ДОСААФ-ының Башҡортостан Республикаһы буйынса бүлексәһе тарафынан көньяҡ-көнсығыш райондары буйлап иғлан ителгән автоуҙыш килә!..

Был тамашаны һәр кем ҙур ҡыҙыҡһыныу менән күҙәтте. Рәсәй – Башҡортостан – ДОСААФ араһындағы тығыҙ бәйләнеште, дуҫлыҡ ныҡлығын иҫбатлаған был сараны йыл да уҙғарыу матур бер йолаға әүерелгән. Быйыл иһә ул “2012-2015 йылдарҙа Рәсәй Федерацияһы граждандарына патриотик тәрбиә биреү” дәүләт программаһын тормошҡа ашырыу маҡсатында Бөйөк Еңеүҙең 67 йыллығына һәм ике тапҡыр Советтар Союзы Геройы Муса Гәрәевтың тыуыуына 90 йыл тулыуға арналды.
Автоуҙыш Учалы ҡалаһынан старт алды һәм 6-7 майҙа Баймаҡ районы аша үтте. Тәүге көндө ҡунаҡтар Башҡортостан Республикаһының беренсе баш ҡалаһы – Темәстә туҡталды. Ауыл биләмәһе хакимиәте башлығы вазифаһын башҡарыусы Р.Х. Йәнсурин ҡунаҡтарҙы иҫтәлекле урындар менән таныштырҙы. Автоуҙышта ҡатнашыусылар Зәки Вәлидиҙең бюсына сәскәләр һалды.
Темәскә килгән һәр кем ауыл менән танышыуҙы “Темәс” тарихи-мәҙәни һәм тыуған яҡты өйрәнеү музейынан башлай. Был юлы ла матур йолаға тоғро ҡалдылар. Республикабыҙҙың тарихын сағылдырған был үҙәк күптән инде билдәлелек яулап өлгөргән. Ҡунаҡтар музейға ҡуйылған бай йөкмәткеле тарихи мәғлүмәттәр менән танышып сыҡҡас:  “Йылдар аша шул дәүергә ҡайтҡандай булдыҡ”, – тип тәьҫораттары менән уртаҡлашты.
7 майҙа автоколонна иртә менән Баймаҡ ҡалаһына юлланды. Улар бында Бөйөк Ватан һуғышында һәләк булыусы заводсыларҙың исемен мәңгеләштергән мемориаль комплексҡа туҡталды. Бөйөк Ватан һуғышы ветерандары Йыһанур Әхмәт улы Маннапов һәм Николай Петрович Сизиков менән осрашыу бик тә тетрәндергес булды. Ауыр, дәһшәтле һуғыш михнәттәрен үҙ иңдәрендә татыған яугирҙар һуғыш хәтирәләре менән уртаҡлашты. Автоуҙышта ҡатнашыусылар ветерандарға был сараның иҫтәлеге итеп бүләктәр, күстәнәстәр тапшырҙы. Аҙаҡ инде мемориаль комплекс янында күмәкләп фотоға төшөү ойошторолдо.
Автоуҙыш колоннаһы үҙ маршрутын дауам итеп, Сибай ҡалаһына юлланды. Ул шул көндө Хәйбулла районы үҙәге Аҡъярҙа тамамланды.
Йөҙәрләгән километр юл үтеп, һәр кемдә патриотик рух тәрбиәләгән мөһим был сара үҙ маҡсатына иреште, тип әйтергә була. Акция һөҙөмтәһендә Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы ветерандар менән йәш быуын вәкилдәре араһында бәйләнеш ептәре тағы ла нығыраҡ уралып, тарих биттәрендә яҡты бер эҙ ҡалдырҙы.

Лилиә ТАКАЕВА.Автор фотоһында: акцияла ҡатнашыусылар:
Й.Маннапов, Р.Сәйетов, Н.Сизиков..

Комментариев нет:

Отправить комментарий

Примечание. Отправлять комментарии могут только участники этого блога.