20 мая 2012 г.

ХӘТЕР

     Һағынабыҙ һине, Гөллирә!
 

     Гөллирә Исхаҡова… Үҙған быуаттың 80-90-сы йылдарында район гәзитен уҡыған һәр өйгә, әле генә ҡәләм тирбәтә башлаған йәштәргә, ғөмүмән, әҙәбиәт, шиғриәт һөйөүселәрҙең барыһына ла яҡшы таныш ине был исем. Үткер һәм тос фекерле журналист, бай хисле шағирә, олоһона ла, кесеһенә лә иғтибарлы, ихлас та, шаян да, ифрат нескә күңелле лә ине ул. Районда эшләп килгән “Ирәндек” әҙәби берекмәһе етәксеһе булараҡ, Гөллирә Тимерхан ҡыҙы үҙенең яратҡан ағаһы, драматург Гәрәй Исхаҡов, йәштәрҙән Әхмәр Үтәбай, Рәйес Түләк, Фәүзиә Юлдашбаева, Буранбай Исҡужин, Гөлдәр Әхмәҙишина, Шәфҡәт Әбйәлилов  һәм башҡа күптәр өсөн тәүге ижад емештәренә йән өрөүсе, рухландырыусы булды. “Октябрь байрағы” гәзитенең “Ҡыңғырауҙар” махсус әҙәби битендә берекмә ағзаларының һәр сығышын уҡыусылар  көтөп ала һәм яратып уҡый торғайны. Гөллирә үҙе лә илһамланып яҙышты, район, республика матбуғатында, әҙәби йыйынтыҡтарҙа даими донъя күргән ижад емештәре өсөн Cәғит Мифтахов исемендәге премияға лайыҡ булды. Сая инә бөркөт кеүек, бик күптәргә бейеклектәргә осор ҡанаттар ҡуйып, ҙур тырышлыҡ, дәрт менән эшләне, тик үкенес,  матур-матур шиғырҙарын, нәҫерҙәрен, күңелдәргә үтеп инерлек тормошсан хикәйәләрен айырым китап итеп туплап, яңынан-яңы әҫәрҙәрен ижад итеп өлгөрә алманы – ғүмере бик иртә, еләк кеүек бешкән мәлендә генә өҙөлдө…
     Ә шулай ҙа Гөллирәнең шиғырҙары тере, күңелдәрҙә иһә уның хаҡында йылы иҫтәлек йәшәй. 20 мартта район мәҙәниәт йортонда барған концертта  Ризуан Хәкимов Гөллирә Исхаҡова һүҙҙәренә яҙылған “Кисер мине” исемле йырын залдағыларҙың барыһы өсөн дә бүләк итеп башҡарҙы. Ә был көндә уның ваҡытһыҙ арабыҙҙан китеүенә ун йыл тулғайны…
      Ошо йәмле май айында Гөллирәбеҙ үҙенең 55 йәшен ҡаршылар ине. Ғүмеренең һәр минутында ғаиләһен, уландарын, туғандарын, дуҫтарын, тыуған яғын яратып йәшәп өлгөргән Ейәнсура ҡыҙы яҡындарының йөрәгендә яҙ сәскәһе умырзая кеүек яҡты һағыш, йылы нур булып һаҡлана. Һағынабыҙ, юҡһынабыҙ һине, Гөллирә...

     Лилиә ҒӘНИЕВА.
    
      Улыма
     Һин йоҡлайһың. Биттәреңдән
     Таң елдәре һыйпап уҙа.
     Таң ҡоштары – һандуғастар
     Һиңә моңло йырын һуҙа.
     Зәңгәр күктә – көләс ҡояш
     Биттәреңде алға мана.
     Ҡамыш кеүек керпектәрҙән
     Әйтерһең дә, нурҙар тама.
     Һин йоҡлайһың, ә мин һаман
     Һинең өсөн борсоламын,
     Ғүмереңде ҡайғыларҙан,
     Дауылдарҙан ҡурсалайым.
     Киләсәгең – һүтелмәгән,
     Сиселмәгән сер йомғағы,
     Уға юлдаш булһа ине
     Бәхеттәрҙең иң-иң ағы...
    

Комментариев нет:

Отправить комментарий

Примечание. Отправлять комментарии могут только участники этого блога.