30 мая 2012 г.

Уттан һаҡланығыҙ!

Янғындар йышайҙы

Һуңғы ваҡытта Баймаҡ районы һәм Баймаҡ ҡалаһы биләмәһендә янғын сығыу осраҡтары ҡырҡа артты. Апрель һәм май айҙарында ғына 18 янғын сыҡҡан, был уҙған йыл күрһәткестәре менән сағыштырғанда 14-кә күберәк. Биш кеше йәрәхәтләнгән. Янғын башлыса шәхси йорттарҙа һәм хужалыҡтарҙа сыҡҡан. Унан 2186500 һумлыҡ зыян килгән (былтыр 758000 һум булған). Төп сәбәп – ут менән һаҡһыҙ эш итеү, шул иҫәптән тәмәке тартыу һәм балалар шуҡлығы, электр ҡорамалдарын дөрөҫ урынлаштырмау һәм файҙаланмау, шулай уҡ ут төртөү.

Район һәм ҡала халҡына мөрәжәғәт итеп, янғын хәүефһеҙлеге талаптарын мотлаҡ күҙәтергә саҡырам. Электр селтәрҙәренең төҙөклөгөн тикшерегеҙ, асыҡланған етешһеҙлектәрҙе ваҡытында бөтөрөү сараһын күрегеҙ. Файҙаланған ҡағыҙҙарҙы бәҙрәф йәки башҡа төҙөлөш ҡорамалдары эсендә яҡмағыҙ. Усаҡтарҙы ҡарауһыҙ ҡалдырмағыҙ. Сүп-сарҙы яҡҡандан һуң һыу һибеп, уның тулыһынса һүнгәнен көтөгөҙ. Ҡый-һайҙы торлаҡ йорт, башҡа хужалыҡ төҙөлөштәре, яғыулыҡ-майлау материалдарынан йыраҡ ерҙә яғырға кәңәш итәм. Иң яҡшыһы: махсус ҡыйлыҡтарға сығарып түгеү. Елле көндәрҙә ут яғыуҙан тыйылығыҙ. Мейестәрҙәге көлдө һыу һибеп һүндерегеҙ, уларҙы кәртәгә, мәҫәлән, ҡош-ҡорттар өсөн, тип түгергә ярамай. Көл тулы биҙрәләрҙе төҙөлөш, торлаҡ йорт эргәһендә ҡалдырмағыҙ. Сөнки көл тиҙ һүнмәй, һәм уйламаған ерҙә уның кире тоҡаныуы ихтимал. Балаларға шырпы, ут менән уйнарға рөхсәт итмәгеҙ. Шырпы, тоҡандырғыстарҙы балаларҙың буйы етмәгән ерҙә һаҡлағыҙ.
Янғын сыҡҡан осраҡта стационар телефондан “01”, кеҫә телефондарынан “010” йәки “112” һандарына шылтыратығыҙ һәм ҡайҙа, нимә яныуы хаҡында хәбәр итегеҙ. Ҡул аҫтында булған янғын һүндереү саралары менән утты һүндерә башлағыҙ.
И. Хәмитов,
Баймаҡ районы һәм ҡалаһы буйынса янғын хәүефһеҙлеген күҙәтеү бүлеге дознавателе.

Комментариев нет:

Отправить комментарий

Примечание. Отправлять комментарии могут только участники этого блога.