15 мая 2012 г.

ТӨБӘКТЕ ҮҪТЕРЕҮ КОМПЛЕКСЛЫ ПРОГРАММАҺЫ

     Ауыл хужалығы кооперативын ойоштороу отошломо?

     Күптән түгел Ейәнсура районы үҙәге Иҫәнғолда 2011-2015 йылдарға Урал аръяғы райондарын иҡтисади үҫтереүҙең комплекслы программаһын тормошҡа ашырыу маҡсатында “Ҡулланыусылар кооперацияһының әҙерләү эшмәкәрлеген үҫтереү. Ауыл хужалығы кооперацияһын ойоштороу” темаһына арналған төбәк кәңәшмәһе үткәйне. Уны Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте Аппараты етәксеһе И.А. Тажетдинов алып барҙы.
     Кәңәшмәлә Урал аръяғы райондары биләмәләрендә әҙерләү эшмәкәрлеген үҫтереү, ауыл хужалығы продукцияларын эшкәртеү һәм һатыу мәсьәләләре ҡаралып, беҙҙең төбәктә лә ошо йүнәлеш буйынса саралар күреү маҡсаты ҡуйылды. Баймаҡ районында был тәңгәлдә эштәр башланды ла инде. Уның менән “Баймаҡ” мәғлүмәт-консультация үҙәге шөғөлләнә, махсус план ҡабул ителгән. Һәр ауыл биләмәһендә халыҡ, эшҡыуарҙар менән осрашыуҙар үтәсәк. Тәүгеһе уҙған аҙнала Йылайыр һәм Мерәҫ ауыл биләмәләрендә булды. Унда муниципаль район хакимиәте башлығының иҡтисад буйынса урынбаҫары З.Т. Ушанов, иҡтисад бүлеге начальнигы К.М. Баязитов, сауҙа һәм эшҡыуарлыҡ буйынса сектор мөдире Г.М. Асылова, “Баймаҡ” ҡулланыусылар ойошмаһы рәйесе Ф.А. Күсеева, “Баймаҡ” мәғлүмәт-консультация үҙәге директоры Ю.Ю. Әминев ҡатнашты.
     – Бөгөн халыҡҡа үҙе етештергән ауыл хужалығы продукцияһын үҙенә үк эшкәртеп һатыу бурысы ҡуйыла. Юғиһә, ситтән килеп, ауыл хужалығы сеймалын арзан ғына хаҡҡа һатып алып йөрөүселәр күп. Үҙебеҙҙең районда ҡулланыусылар кооперацияһының әҙерләү эшмәкәрлеген үҫтереү буйынса ҙур саралар башҡарыласаҡ, ауыл хужалығы ҡулланыусылар кооперацияһы ойоштороласаҡ, – тип Ю.Ю. Әминев кәңәшмәнең маҡсатын билдәләне.
     Ауыл хужалығы кооперацияһы ул – ауыл хужалығы продукцияһын етештереүселәр, шулай уҡ шәхси хужалығын үҫтереү менән шөғөлләнеүселәр тарафынан ойошторолған ойошма. Улар  берләшеп, бер көс булып эшләйәсәк. Эшмәкәрлек йүнәлеше лә төрлөсә булыуы ихтимал:
     -Эшкәртеүсе кооперативына ит, балыҡ, һөт, йәшелсә һәм еләк-емеш, икмәк-булка, ағас, төҙөлөш материалдары етештереүселәр ҡарай;
     -Һатыу кооперативы үҙенең ойошма ағзаларынан һатып алған продукцияны йыйыу һәм һатыу, һаҡлау, сорттарға бүлеү, киптереү, йыуыу, төрөү һәм транспортировкалау менән, шулай уҡ баҙарҙа һатыу, килешеүҙәр төҙөү, һатыуға сығарылған продукцияларҙы рекламалау менән шөғөлләнә;
     -Хеҙмәтләндереү кооперативы мелиорация, транспорт, ремонт, төҙөлөш, ветеринария, тоҡомсолоҡ эштәрен алып бара. Минераль ашламалар, ағыулы химикаттар индереү буйынса эш итеү, аудиторлыҡ эшмәкәрлеге, консультация үткәреү, медицина, шифахана һәм курорт хеҙмәттәрен күрһәтеү буйынса ла эшләйәсәк;
     -Тәьмин итеүсе кооперативтар етештерелгән тауарҙы һатып алыу һәм һатыу маҡсатында ойошторола. Ашлама, мал аҙығы, нефть продукцияһы, ҡоролмалар, запас частар, пестицид, гербицид һәм башҡа ағыулы химикаттар, шулай уҡ ауыл хужалығы продукцияһы етештереү өсөн кәрәкле башҡа тауарҙар һатып алыу, орлоҡ менән тәьмин итеү, йәш мал һәм ҡош-ҡорт һатып алыу ҙа улар яуаплылығында.
     Кооператив ике юридик берәмек йәки 5 кешенән дә кәм булмаған граждандар берләшкән осраҡта ғына төҙөлә. Шәхси ярҙамсыл хужалыҡ, крәҫтиән-фермер хужалығы, ауыл хужалығы ойшмаларында, баҡсасылыҡ, йәшелсәселек йәки малсылыҡ тармағында эшләүселәр, шулай уҡ ауыл хужалығы тауарҙарын етештереүселәргә хеҙмәт күрһәткән йәки ауыл биләмәһе халҡын хеҙмәтләндергән  социаль учреждениелар ҙа берләшә ала.
     Ҡулланыусы кооперативы ойоштороусыларға 2013 йылдан дәүләт субсидия түләй башлай. Ул Рәсәй кредит биреү ойошмаларынан алынған кредиттарҙы, ауыл хужалығы кооперативынының матди базаһын нығытыу маҡсатында тотонолған, әйтәйек, төҙөлөш, техника, ҡоролмалар һәм башҡа кәрәк-яраҡ һатып алған сығымды өлөшләтә ҡаплау өсөн бирелә. Уларҙың барыһы ла тейешле документтар менән раҫланырға тейеш. Ләкин ул бер ауыл хужалығы кооперативына ҡарата 5 миллион һумдан да артырға тейеш түгел. Шулай уҡ субсидия ауыл хужалығы кооперативтары тарафынан ревизия союзына түләнгән ағзалыҡ иғәнәһенең 50 проценты күләмен кире ҡайтарып түләү өсөн йылына бер тапҡыр бирелеүе ихтимал.
     – Беҙҙең ауыл биләмәһендә 42 фермер хужалығы бар һәм улар яҡшы ғына эшләй, – тине Йылайыр ауыл биләмәһе башлығы С.Х. Шәғәлин. – Тәүгеләрҙән булып ойошторолғандар хәҙер инде иҫке техниканан арынып, яңыларын һатып ала башланы. Шулай икән, эшмәкәрлекте тағы ла яҡшыртыр өсөн кооперативтарға берләшеү отошло буласаҡ.
     – Бөгөн ит һатып алырға теләүселәр бик күп, гәзиттәрҙә баҫылған иғландар ҙа шуны иҫбатлай, – тине З.Т. Ушанов. – Ни өсөн халыҡ тир түгеп үҫтереп алған малын арзан хаҡҡа һатырға тейеш? Уны эшкәртеп һатҡандан табыш күберәк буласаҡ. Шул маҡсаттан кооперативтар ойоштороу бик тә урынлы. Ләкин бөгөн макулатура, пластик шешәләрҙе тапшырыу буйынса проблема бар. Халыҡ бөтә нәмәнән дә аҡса эшләргә өйрәнергә тейеш. Ауыл хужалығы кооперативы ойоштороу программаһының Урал аръяғы райондарына ғына ҡағылыуын иҫәпкә алғанда, был мөмкинлекте тулыһынса файҙаланыу мөһим. 
     Осрашыу барышында халыҡ үҙ эшен асыу буйынса мәғлүмәттәрҙең әҙ булыуына зарланды.
     – Ошондай осрашыуҙар билдәләнгән һәм раҫланған графикка ярашлы һәр ауыл биләмәһендә үтәсәк. Һорауҙар, тәҡдимдәр менән беҙгә лә килергә мөмкин, телефондан да шылтыратығыҙ. Тығыҙ хеҙмәттәшлек итәйек, – тине Ю.Ю. Әминев.
     Артабан фекер алышыуҙар булды, һорауҙарға яуап бирелде. Ауыл хужалығы кооперативын ойошторорға теләүселәр ҙә табылды.
     Кәңәшмәлә ҡатнашыусылар һуңынан “Баймаҡ” ҡулланыусылар йәмғиәтенең Урғаҙа ауылындағы ике магазины эшмәкәрлеге менән танышты. Уларҙа халыҡтан йомортҡа, сусҡа, һыйыр ите, эре һәм ваҡ мал тиреһе һатып алыу буйынса эш яҡшы ойошторолған. Ҡулланыусылар йәмғиәте үҙҙәрендә етештерелгән икмәк-булка изделиеларын, билмән, манты, фарш, голубцы, тефтель, һалманы һатыуға сығара. Халыҡ уларҙы теләп һатып ала. Яҡшы һөҙөмтә менән эшләгән ҡулланыусылар йәмғиәте өлгөһөндә районда яңы ауыл хужалығы кооперативы барлыҡҡа килер, тип ышанайыҡ.

     Лилиә ТАКАЕВА.

Комментариев нет:

Отправить комментарий

Примечание. Отправлять комментарии могут только участники этого блога.