23 мая 2012 г.

Йылы һүҙ—йән аҙығы

Эш менән үткән ғүмер
Хәҙерге Байыш ауылынан өс саҡрым самаһы ерҙә – Күк Түбәлә 1937 йылдың йәмле майында Шәмсиямал һәм Нотфулла  Сөләймәновтар ғаиләһендә дүртенсе булып Фазлетдин исемле бала донъяға килә. Ғаиләлә биш ир бала, барыһы ла эшлекле, тырыш һәм тәртипле булып үҫә. Аталары Ватан һуғышына алына һәм ҡаты алыштарҙың береһендә ауыр тән йәрәхәттәре алып, инвалид булып ҡала. 


Һуғыш осоронда ла, аҙаҡтан да инвалид ирен ҡарау, балаларын ҡурсалау һәм уҡытыу әсәйҙәре иңенә төшә. Ләкин көслө ҡатын был ауырлыҡтарға бирешмәй, эшһөйәрлеге, тырышлығы менән барыһын да күтәрә.
Ауылдарында башланғыс мәктәп кенә булғас, малайҙар-ҡыҙҙар Байыш ете йыллыҡ мәктәбенә йәйәү йөрөп уҡый. Ҡыш көндәре саңғыла йүгереп, уҙышып ҡайталар.
Фазлетдин ағайға ауыр фәндәр бик еңел бирелә. Алгебра, геометрия, физиканы яратып уҡый. Ете класты тамамлағас, үҫмер “Урғаҙа” колхозында эшләй башлай. Уны механизатор ярҙамсыһы итеп ебәрәләр. Комбайнда ла, бесән әҙерләүҙә, ер һөрөүҙә тырышып эшләй. Ныҡышмал, эшһөйәр егетте бер ниндәй курсһыҙ үҙаллы тракторсы итеп ҡуялар. Яҡшы ғына һөҙөмтәләргә ирешеп, техниканы кәрәгенсә хеҙмәтләндереп эшләгән егет 1957 йылда Совет Армияһы сафына баҫа. Техника менән таныш Фазлетдин ағай авиация механигы була. Саңғыла йөрөү күнекмәләре лә үҙ һөҙөмтәһен бирә. Ул Алыҫ Көнсығыш хәрби округы кимәлендә үткән саңғы ярышында икенсе урынды яулай. Шуныһы иғтибарға лайыҡ, беренселекте лә беҙҙең башҡорт егете ала!
Ватан алдындағы хәрби бурысын үтәгәндән һуң Фазлетдин ағай тыуған ауылында тракторсы булып эшләй. Эшһөйәр егетте ул саҡтағы совхоз директоры Р.Х. Яхин Бәләбәй ауыл хужалығын механизациялау техникумына уҡырға ебәрә. Был ваҡытта Фазлетдин ағай һөйөклө ҡатыны Рауза менән ике бала тәрбиәләгән була. Уҡыуын тамамлағас, “Һәүәнәк” совхозына эшкә йүнәлтәләр.
Фазлетдин ағай бергә эшләргә тура килгән остаздарын онотмай. “Йылайыр” совхозында Риза Яхин (Социалистик Хеҙмәт Геройы), Вәхит Яҡшыбаев (һуңынан райкомдың II секретары) менән күп аралашырға тура килгәнен, уларға ҡарап прогрессив эш алымдарын үҙләштереүен бик ҙур ғорурлыҡ тойғолары менән иҫкә ала. “Оло вазифа биләп тә, ябай эш өсөн бар булмышын биргән совхоз директоры Р.Ә. Һиҙиәтуллин, партком секретары П.М. Божеховский, баш инженер М.С. Әхмәтйәнов, РММ мөдире Р.Х. Ситдыҡов халыҡ менән мөғәмәлә итергә өйрәтте. Шуға күрә ул яҡтарҙа ете йылдың үткәнен һиҙмәй ҙә ҡалдым”, – ти Фазлетдин ағай. 
Шул мәлдә уның атаһы – Бөйөк Ватан һуғышы инвалиды, Башҡорт кавалерия дивизияһы яугирының хәле насарая. Ата-әсәһенә йышыраҡ ярҙам итеү өсөн ғаилә Баймаҡҡа күсергә мәжбүр була. 1977 йылдан алып 1997 йылда  хаҡлы ялға сыҡҡанға тиклем ДСУ-3, ДРСУ-ла механик, мастер, баш механик булып эшләй. Фазлетдин ағайҙың күңелендә был коллективтарҙа эшләгән кешеләрҙең тырышлығы, татыулығы, техниканы ремонтлау һәм һаҡлау шарттарының шәплеге матур хәтирә булып һаҡлана. “Начальниктар Ф.С. Мукаев, А.М. Түләков, Ф.Н. Садров барыһы ла тырыш, кешегә ғәҙел булды. Фәрҙәт Ниғәмәтйән улы эшләгән осорҙа махсус техника күбәйҙе. Эшселәргә түләү яҡшы булды. Эшләгән кешегә ҡараш яҡшы ине. Юлсы булып эшләгәндә генә өс тапҡыр төрлө шифаханала ял иттем. Командировкаларҙа бар Рәсәйҙе тиерлек гиҙеп сыҡтым. Бергә эшләгән Ким Ғәбитов, Мәҙинә Исчурина, Рәйес Усманов, Марат Айсоғоров, Ишкилде Сапаров, Миңнислам Йәнбәков, мәрхүм Дмитрий Иванов һ.б. тырышлыҡтары менән айырылып торҙо”, – тип хәтерләй Фазлетдин ағай.
Хөрмәтле аҡһаҡал Рауза еңгәй менән 49 йыл бәхетле ғүмер кисерә. Улар дүрт балаға ғүмер биреп, тәрбиәләп, уҡытып, башлы-күҙле итеп, ҡыуанышып йәшәй. Бәхетле пар балаларының балаларына ғына түгел, бүләләренә лә шатлана.
Ошо көндәрҙә 75 йәшен билдәләгән Фазлетдин Нотфулла улына ныҡлы һаулыҡ, оҙон ғүмер, балаларының уңыштарын күреп, туғандары менән шатлыҡта ғына ғүмер итергә насип булыуын теләйем.

Азамат ҒӘЗИМОВ,
ДРСУ-ның ветерандар советы рәйесе.

Комментариев нет:

Отправить комментарий

Примечание. Отправлять комментарии могут только участники этого блога.