23 мая 2012 г.

Белгес кәңәше

Эске хеҙмәт тәртибе ҡағиҙәләре 

РФ Хеҙмәт кодексының 189-сы статьяһының 4-се өлөшөндә эске хеҙмәт тәртибе ҡиғиҙәләре локаль норматив акт тип билдәләнә.  Атап үткән кодекс һәм башҡа федераль закондар менән нығытылған был ҡағиҙәләрҙә хеҙмәткәрҙәрҙе эшкә алыу һәм эштән ебәреү, хеҙмәт килешеүе яҡтарының төп хоҡуҡтары, бурыстары һәм яуаплылығы, эш режимы, ял ваҡыты, хеҙмәткәрҙәргә ҡарата бүләкләү йәки аҡсаһын тотоп ҡалыу саралары, хеҙмәт мөнәсәбәттәрен көйләү мәсьәләләре урын алған.
Ҡағиҙәләр – улар ойошмаларҙа мотлаҡ булырға һәм һәр хеҙмәткәр уның менән танышып, ҡултамғаһын ҡуйырға тейеш документ. Был талап һәр кемгә таныш. Ләкин ул нисек тормошҡа ашырыла? Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, күп кенә эш биреүселәр ойошмала хеҙмәт тәртибен көйләү хоҡуғы менән файҙаланмай. Кемдер уны боронғо заман ҡалдығы тип һанай, икенселәр документ әҙерләүҙе “профессионал”дарға тапшыра һәм ғәмәлгә яраҡһыҙ шаблон ғына ала. Төрлө сәбәптәргә ҡарамаҫтан, һөҙөмтә һәр саҡ бер: ҡағиҙәләр менән танышҡанда уҡымайынса ғына ҡул ҡуйыла һәм шулай килеш  ғәмәлдә йөрөй.
Ҡағиҙәләрҙең эш биреүселәр һәм хеҙмәткәрҙәр өсөн әһәмиәте нимәлә һуң?
Хеҙмәт килешеүе төҙөп, хеҙмәткәр эш биреүсе ҡарамағына инә һәм уға эш процесында эш биреүсе тарафынан билдәләнгән ҡағиҙәләрҙе үтәү бурысы йөкмәтелә. Эш биреүсенең вәкәләтле вәкиле хеҙмәт бурыстарын теүәл үтәмәгән һәм билдәләнгән тәртипте боҙған хеҙмәткәрҙәрҙе яуаплылыҡҡа тарттыра ала.
Эшкә төшөүсе граждан хеҙмәт коллективына эләгә һәм, ҡағиҙә булараҡ, үҙ эшен коллегалары менән тығыҙ бәйләнештә башҡара. Хеҙмәт килешеүе менән эшкә алынған кешеләрҙең берлектәге эше хоҡуҡи режим барлыҡҡа килтерә, был хеҙмәт бурыстарының ниндәй шарттарҙа башҡарылыуын билдәләй. Унһыҙ ойошманың нормаль, һөҙөмтәле хужалыҡ эшмәкәрлеген күҙ алдына ла килтереп булмай.
Бынан тыш, хеҙмәт дисциплинаһын үтәү эш ваҡытын файҙалы итеп үткәреүгә, хеҙмәткәрҙәрҙең һаулығын һаҡлауға  булышлыҡ итә, уларҙа үҙ бурыстарын намыҫ менән үтәү ихтыяжы тыуҙыра.
Хеҙмәт дисциплинаһын үтәү – РФ Хеҙмәт кодексының 22-се статьяһында ҡаралған төп бурыстарҙың береһе. Хеҙмәткәрҙең хеҙмәт дисциплинаһын күҙәтеүе уның башҡа бурыстарға ла мөнәсәбәтен күрһәтә. Дөйөм коллектив хеҙмәттә хеҙмәткәрҙең эш функцияларын тейешле үтәүе, билдәләнгән хеҙмәт сараларын һәм нормаларын, эш ваҡытының оҙайлығын һәм режимын күҙәтеүе, башҡарылған эштең тейешле сифатын тәьмин итеүе, эш биреүсе милкенә һаҡсыл ҡарашы, хеҙмәтте һаҡлау нормаларын һәм ҡағиҙәләрен үтәүе һ.б. уның хеҙмәт дисциплинаһын нисек күҙәтеүенә бәйле.
Хеҙмәт дисциплинаһын хоҡуҡи көйләү үҙәкләштерелгән (дөйөм дәүләт һәм тармаҡ) һәм үҙәкләштерелмәгән (локаль) төрҙәргә бүленгән. Үҙәкләштерелгән төр барлыҡ хеҙмәткәрҙәргә йәки иҡтисадтың айырым тармаҡтары хеҙмәткәрҙәренә ҡарата ҡулланыла. Локаль төр конкрет эш биреүсе кимәлендә ҡулланыла һәм ойошма эшмәкәрлеге үҙенсәлегенә ҡарап, дөйөм дәүләт тармаҡ нормалары аныҡлана һәм модификациялана.
Һәр эш биреүсе локаль норматив акттар, шул иҫәптән эске хеҙмәт тәртибе ҡағиҙәләре  барлыҡҡа килтереү буйынса эшен үҙаллы ойоштора. Тимәк, локаль акттар эшләгәндә тейешле белеме һәм тәжрибәһе булған структура подразделениелары хеҙмәткәрҙәре – белгестәр, вазифалы берәмектәр ҡатнашырға тейеш. Эш биреүсе раҫлауға әҙерләнгәнсе үк документты алдан тикшерә ала. Бының өсөн проект белгестәр менән тикшерелә һәм иҫкәрмәләр булһа, ҡабаттан эшләнә.
Эске хеҙмәт тәртибе ҡағиҙәләре – төп локаль акттарҙың береһе. Ғәмәлдә уларҙы әҙерләүгә төрлө структура подразделениелары белгестәре, күп осраҡта кадрҙар хеҙмәте, юридик бүлек, бухгалтерия хеҙмәткәрҙәре йәлеп ителә.

Ә. Билалова,
хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау идаралығы бүлегенең әйҙәүсе белгесе.

Комментариев нет:

Отправить комментарий

Примечание. Отправлять комментарии могут только участники этого блога.