28 мая 2012 г.

Инвестфорумдың төп маҡсаты – эш урындары булдырыу

“25 – 20” стратегияһы: инструменттар, ресурстар һәм тормошҡа ашырыу” тип аталған төбәк-ара инвестиция форумы 8-9 июндә Сибай ҡалаһында үтәсәк.

19 майҙа инвестиция форумын үткәреү буйынса ойоштороу комитетының эш төркөмөнөң ултырышы булды. Унда  БР Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары, Хөкүмәт Аппараты етәксеһе Илшат Тажетдинов: “Урал аръяғында инвестицион проекттарҙы ғәмәлгә ашырыу юлы менән иҡтисадтың төрлө тармаҡтарында юғары һөҙөмтәле эш урындары булдырыу – “25 – 20” стратегияһы” сиктәрендә РФ Президенты ҡуйған бурыстарҙы үтәүгә  индергән өлөшөбөҙ буласаҡ. Шуға күрә инвестиция майҙансыҡтарын лайыҡлы күрһәтергә һәм мөмкин тиклем күберәк инвестициялар йәлеп итергә тейешбеҙ”, — тине.
 
Потенциаль инвестиция майҙансыҡтары экспозицияларға ҡуйыласаҡ. Унда шулай уҡ 2011-2015 йылдарға Урал аръяғын иҡтисади үҫтереүҙең урта ваҡытлы комплекслы программаһы сиктәрендә төбәк биләмәһендә бойомға ашырылған уңышлы  проекттар ҙа урын аласаҡ.
 
Форум барышында инвестицион климатты яҡшыртыу буйынса Башҡортостан Республикаһы Президенты ҡарамағындағы йәмәғәт советының ултырышын үткәреү ҙә планлаштырыла. Шулай уҡ программала  төбәктә уңайлы инвестиция климаты булдырыу маҡсатында Рәсәй Федерацияһы субъектының башҡарма власть органдарының эшмәкәрлек стандартын апробациялау һәм индереү мониторингы буйынса эксперт комиссияһы ултырышы ла бар. 
 
Программаның ҙур өлөшө “Түңәрәк өҫтәл”дәргә бирелә, улар сәнәғәтте, аграр өлкәне, туризмды үҫтереүгә, экологик проблемаларға, алдынғы банк һәм финанс технологияларына арналасаҡ.
 
Форумдың операторы – республиканың сауҙа-сәнәғәт палатаһы. Уның етәксеһе Юрий Пустовгаров әйтеүенсә, был ҙур сара төбәктә бәләкәй бизнесты үҫтереүгә яңы мөмкинлектәр асасаҡ.

С. ФӘРИТОВА.

Комментариев нет:

Отправить комментарий

Примечание. Отправлять комментарии могут только участники этого блога.