28 мая 2012 г.

Беҙҙең китапханасы Зилә

Китапхананы хаҡлы рәүештә белем усағы тип йөрөтәләр. Уның йылыһын кешеләргә еткереү өсөн китапханасыларға күп көс һалырға тура килә.
9 меңдән ашыу китап фонды булған Таулыҡай ауылы китапханаһын Күсәрбаева Зилә Азамат ҡыҙы етәкләй. Замана технологиялары үҫешкән саҡта ла белем усағынан кеше өҙөлмәүе бик ҡыуаныслы. Китаптар донъяһында эшләүсегә үҙ эшен күңел биреп башҡарыу, һәр кемде яҡты йөҙ, йылы һүҙ менән ҡаршы алып, кәрәкле әҙәбиәтте “һә” тигәнсе табып биреү мотлаҡ. Зилә Азамат ҡыҙы бөтөн ошо сифаттарға эйә. Уның бүлмәһен төрлө күргәҙмәләр, мәғлүмәттәр туплаған гәзит-журналдар биҙәй.


Ауылда бер генә сара ла унһыҙ үтмәй. Китапхана эргәһендәге “Атайсал”, “Ағинәйҙәр”, “Хазина” клубтары уңышлы эшләп килә. Бәйләү түңәрәгендә ул ауылдаштарын ҡул эштәре серҙәренә төшөндөрә.
“Тормошто өйрәнеү бик киң төшөнсә. Яҡшы китаптар уҡыу шулай уҡ тормошто өйрәнеү ул”, – тигән фәһемле фекер ҙә бар. “Төрлө ауырлыҡтарға, күңел төшөнкөлөгөнә бирешмәҫ өсөн, яҡшы китаптар уҡып, күңелгә тыныслыҡ, рухи аҙыҡ алыу зарур”, – ти үҙ эшенә яуаплы ҡараған китапханасыбыҙ.
Зилә Азамат ҡыҙы бала саҡтан китап уҡырға ярата. Тыуған ауылы Сыңғыҙ мәктәбен тамамлағандан һуң, Сибай педагогия колледжында белем ала. Уның менән генә сикләнеп ҡалмай, Өфө китапхана техникумын да тамамлай.
Күңел йылыһын ғаиләһенә лә, уҡыусыларына ла тигеҙ өләшеүсе Зилә Азамат ҡыҙы кеүек кешеләр күберәк булһын ине.

Альбина Баййегетова,
Таулыҡай ауыл мәҙәниәт йорто директоры.

Комментариев нет:

Отправить комментарий

Примечание. Отправлять комментарии могут только участники этого блога.