28 мая 2012 г.

Яҡташ яҙыусылар осрашты

Башҡортостандың йөҙөк ҡаштарының береһе һаналған тыуған еребеҙ, шөкөр, хеҙмәт кешеһенә лә, таланттарға ла, матур йолаларға ла бай. Шул йолаларҙың береһе – алтын бөртөгөнә тиң талантлы ижадсыларыбыҙҙы ололау, халыҡҡа нығыраҡ танытыу маҡсатында Баймаҡ биләмә-ара китапханаһы йыл һайын йәмле май айында ҡала һәм районда яҡташ яҙыусылар аҙналығы ойоштора. 


Быйыл да матур йолаға тоғро ҡалып, үткән аҙна районда “Яҡташ яҙыусылар ижадын пропагандалау аҙналығы” тип иғлан ителде. Ошо аҙналыҡҡа ярашлы ҡала һәм ауылдарҙа күренекле әҙибә, С.Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты Таңсулпан Ғарипова, шағир, Ш.Хоҙайбирҙин исемендәге премия лауреаты, “Киске Өфө” гәзитенең баш мөхәррир урынбаҫары, алмаштырғыһыҙ журналисы Әхмәр Үтәбай, прозаик, “Сиселмәгән сер”, “Хыялға илтер һуҡмаҡ” китаптары авторы Зөлфирә Ҡаҙаҡбаева, прозаик Рәмилә Торомтаева, “Ҡурайсылар иле”, “Халыҡ хәтере” китаптары авторы Фәниә Кәримова, Р.Түләк исемендәге “Йәнгүҙәй” әҙәби-ижад берекмәһе ағзалары Зилә Ғәйетҡолова, Шәфҡәт Әбйәлилов, Б.Хәйретдинов, Рәзилә Ырыҫҡужина менән осрашыуҙар үтте.



Шулай итеп, 17 майҙа 1-се мәктәптә яҡташ яҙыусыларға арналған әҙәби-музыкаль кисә ойошторолдо. Сара Нәжип Иҙелбай һәм Хөсәйен Ҡунаҡбайҙың тыуыуына 100 йыл тулыу айҡанлы уларҙы иҫкә алыуҙан, тормош һәм ижад юлын байҡауҙан башланды. Башҡортостан Республикаһының мәғариф отличнигы Ғәлиә Фәхретдинова етәкләгән, мәктәптә 10 йылдан ашыу эшләп килгән “Иҙелбай ейәндәре” ойошмаһы уҡыусылары үҙҙәренең ижад емештәрен тәҡдим итте. Н.Иҙелбайҙың шиғырҙарын яттан һөйләү бәйгеһе еңеүселәре Наилә Иҫәнбаева шиғырын уҡып, ә Ришат Шәрипов “Ел, ерәнем” йырын башҡарып күрһәтте.


Артабан сәхнә түренә яҡташ әҙибә – Күсей ауылының данлыҡлы ҡыҙҙарының береһе Таңсулпан Ғарипова сыҡты. Ул ҡасандыр 1-се мәктәптә уҡытып киткән икән – шул йылдарҙы һағынып хәтерләне. Атаһы Хисбулла Ғарипов заманында Кәрим Дияров менән Ғата Сөләймәновҡа 100 башҡорт халыҡ йырын өйрәткән, әммә, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, 112-се Башҡорт атлы дивизияһы составында һуғышҡанда һәләк булған. Атаһынан  халыҡ ижадына һөйөүҙе үҙенә һеңдергән Таңсулпан Ғарипованың был ҡомары тарихи әҫәрҙәр яҙыуҙа ҙур этәргес була. Осрашыуҙарҙың ҡиммәтен ул былай баһаланы: “Ҡайҙа ғына йөрөһәк тә, ниндәй генә хәлдә булһаҡ та, тыуған яҡҡа осрашыуҙарға саҡыралар икән, мин ҡырҡ эшемде ҡырҡ яҡҡа ташлап ҡайтырға ашҡынам. Сөнки бынан беҙ рух илселәре булып ҡайтабыҙ. Батыр үҙенең ерендә көрәшкәндә һәр ваҡыт еңә”, – тине һәм 1-се мәктәптең китапханаһына үҙенең автографы менән “Бөйрәкәй” китабын бүләк итте.


Шағир, журналист Әхмәр Үтәбай: “Баймаҡтар ни яғы менән айырылып тора? Уларҙың аяҡ кейемдәренең үксәһе һәр ваҡыт ашалған була, сөнки, беҙ – Ерҙең хужалары тип, улар ныҡ баҫып йөрөй, хатта аяҡтарын һөйрәй биреп атлай”, – тип көлдөрөп алды. Ҡыҙыҡлы, бер үк ваҡытта уйландырырлыҡ итеп сығыш яһаны ул.


Ғүмеренең ҡап яртыһын Баймаҡта, әле 22 йыл Йылайыр районының Яманһаҙ ауылында йәшәп ижад иткән яҙыусы, 2 китап авторы һәм биш бала әсәһе Зөлфирә Ҡаҙаҡбаева шул көндө генә үҙәк район китапханаһында “Хыялға илтер һуҡмаҡ” китабының исем туйын үткәргәндәре өсөн рәхмәт һүҙҙәрен еткерҙе. Шәрифтәре “бай” тип тамамланған яҡташтар тураһында шаян шиғыр уҡып ишеттерҙе, мәктәпкә китабын бүләк итте.


 Йылайыр районының күренекле һәүәҫкәр композиторы Дамир Солтанов та байрамға килгәйне. Уның йырын йырсы Гөлфинә Солтанова бик матур итеп башҡарып, кисәне тағы ла йәмләне. “Урман ҡыҙымын” исемле бик матур, йөкмәткеле йыйынтыҡтың авторы Зилә Ғәйетҡолова туған теленә булған һөйөүе эшендә сағылыуын, шуға күрә башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы һөнәрен һайлауы хаҡында һәм үҙенең шиғырҙарын әҫәрләнеп һөйләне. Буранбай ауылында йәшәп ижад итеүсе шағир, Рәмил Ҡол-Дәүләт премияһы лауреаты Шәфҡәт Әбйәлилов та шиғри күстәнәстәренән ауыҙ иттерҙе.


Район хакимиәте башлығы урынбаҫары Илдус Зәйнуллин тиҙҙән Н.Иҙелбай менән Х.Ҡунаҡбайҙың китаптары сығасаҡ, тип һөйөнөслө хәбәр еткерҙе.  “Әҙәбиәтле, рухлы халыҡ ҡына йәшәйәсәк.  Киләсәктә лә бындай матур саралар үтеп торһон. Ә әҙиптәребеҙҙең китаптарын уҡыһындар, әҫәрҙәре классикаға әүерелһен!” – тигән теләк белдерҙе. Матур кисә Б.Вәлид премияһы лауреаты, бихисап республика һәм Халыҡ-ара йыр бәйгеләре лауреаты Рауил Харрасовтың  “Йәнгүҙәй” башҡорт халыҡ йыры менән тамамланды.


Ысын яҙыусы-шағирҙар менән осрашҡан уҡыусылар күңеленә, моғайын, туған телгә, әҙәбиәткә ҡарата һөйөү орлоҡтары һалынғандыр. Киләсәктә улар шытымдарын бирмәй ҡалмаҫ әле, моғайын.

Айгөл Иҙелбаева.
Автор фотолары

Комментариев нет:

Отправить комментарий

Примечание. Отправлять комментарии могут только участники этого блога.