18 мая 2012 г.

Хоҡуҡ һаҡлау

Сереккүлдә браконьерҙар тотолған

Яҙҙың иртә килеүе, тәбиғәтте алдан уятып, бар донъяны йәшеллеккә мансыны. Мөғжизәле тереклек рәссам, шағирҙарҙың күңелен ҡуҙғытҡан кеүек, яман уйлы әҙәмдәрҙе лә йәлеп итә...


Ял көндәрен тәбиғәт ҡосағында үткәрергә йыйынған Магнитогорск ҡалаһынан өс әшнә районыбыҙҙың йәмле Иҫән ауылында ваҡытлыса бер өйгә урынлаша. Иҫерткес эсемлектәр йылға урынына ағыр алдынан, улар Сереккүлгә барып 500-әр метрлыҡ ау ташлайҙар. Мәғлүм булыуынса, балыҡтар ыуылдырыҡ сәскән мәлдә уларҙы тотоу тыйылған. Был турала республика Хөкүмәтенең Ҡарары ла бар. Әммә еңел генә күпләп балыҡ эләктереү тураһында хыялланған браконьерҙар был хаҡта уйлап та бирмәй.
Төнө буйы мәжлес ҡорған өс таған иртәнсәк ауҙарын алырға йүнәлә. Әлбиттә, улар законһыҙ балыҡ тотоу тураһындағы мәғлүмәт Баймаҡ ҡалаһының хоҡуҡ һаҡсыларына барып еткәндер, тип башына ла килтермәй. Браконьерҙар ике ауға ла күпләп эре-эре балыҡтар эләгеүенә ҡыуанып йөрөп, яндарына полиция хеҙмәткәрҙәре килеп етеүен һиҙмәй ҙә ҡала. Баймаҡ эске эштәр бүлеге начальнигы урынбаҫары Ф.Ә. Моратов, тәүтикшереү бүлеге тәфтишсеһе Ш.А. Мөкминов һәм тәбиғәтте һаҡлау надзоры инспекторы Ф.Ф. Аралбаевҡа ауҙарын төрлө яҡҡа ташлап ҡасҡан ирҙәрҙе баҫтырып тоторға тура килә.
Браконьерҙарға ҡарата, РФ Енәйәттәр Кодексының 256-сы статьяһына ярашлы, енәйәт эше ҡуҙғатылған. Улар йөҙ мең һумдан ашыу штраф түләйәсәк. Билдәле булыуынса, законһыҙ һунар итеү өсөн штраф санкциялары артты.
Тәбиғәтебеҙҙе беҙ һаҡламаһаҡ, уның тураһында бер кем дә хәстәрлек күрмәйәсәк. Шуға күрә сит-ят кешеләрҙән Ер-әсәбеҙҙе талатмайыҡ, үҙебеҙ ҙә уны тәләфләмәйек!

Гүзәл ИҪӘНГИЛДИНА.

Комментариев нет:

Отправить комментарий

Примечание. Отправлять комментарии могут только участники этого блога.