6 мая 2012 г.

АКЦИЯЛАР


    «ПОЛКТАШЫҢА ШЫЛТЫРАТ»
    “Берҙәм Рәсәй” партияһының төбәк бүлексәһе Бөйөк Ватан һуғышында Еңеүҙең 67 йыллығын байрам итеүгә арналған саралар барышында 8-9 майҙа “Полкташыңа шылтырат” республика акцияһы үткәрә.
    Был көндәрҙә Бөйөк Ватан һуғышы ветерандарына, тыл хеҙмәтсәндәренә, хәрби бәрелештәрҙә ҡатнашыусыларға һәм инвалидтарына донъяның төрлө тарафтарында йәшәгән полкташтарына, яҡындарына һәм туғандарына бушлай шылтыратыу мөмкинлеге бирелә. Акцияла ҡатнашыусылар 8-9 майҙа телефон номерҙары менән “Билайн” кәрәҙле бәйләнеш салонына (Баймаҡ ҡалаһы, С.Юлаев проспекты, 17) йәки 9 майҙа тантаналы сара барышында ҡаланың үҙәк майҙанына ҡуйыласаҡ күсмә пунктҡа мөрәжәғәт итә ала.
    Акция “Вымпелком” асыҡ акционерҙар йәмғиәтенең “Билайн” сауҙа маркаһы ярҙамы менән республикабыҙҙың 13 ҡалаһында, шул иҫәптән Баймаҡта ла ойошторола.
   
    Ташлама яһала
    Еңеү байрамы айҡанлы Башҡортостан Сауҙа Ассоциацияһы Башҡортостан Республикаһының сауҙа һәм ҡулланыусылар хоҡуғын яҡлау буйынса дәүләт комитеты менән берлектә “Хәтер” тип аталған акция иғлан итте.
    Уға ярашлы, республика буйынса 8-9 майҙа магазиндарҙа һәм халыҡҡа көнкүреш хеҙмәте күрһәтеү предприятиеларында ветерандарға һәм уларға тиңләштерелгән кешеләргә бөтә тауарҙарға һәм хеҙмәттәргә ташлама эшләнәсәк. Акцияла ҡатнашыусы предприятиеларҙың тышҡы яғына акция үтеүе тураһындағы берҙәм өлгөләге плакат эленә. Шулай уҡ эстәге мәғлүмәт стендтарында конкрет предприятие тарафынан бирелгән ташлама күләме, ташламалы тауарҙар һәм хеҙмәттәр тураһында мәғлүмәт ҡуйыла.
    Беҙҙең ҡала һәм район ветерандары өсөн 8-9 май көндәрендә “Дарья”, “Виктория”, “Ольга”, “Любава”, “Орфей”, “Идея”, “Баймаҡ” ҡулланыусылар йәмғиәтенең, Баймаҡ икмәк заводының барлыҡ магазиндары, “Диниә” бөҙрәханаһы ташлама менән эшләйәсәк. Тик үҙегеҙ менән ветеран таныҡлығығыҙҙы алырға онотмағыҙ.
    С. КЕЙЕКБИРҘИНА. 

Комментариев нет:

Отправить комментарий

Примечание. Отправлять комментарии могут только участники этого блога.