3 мая 2012 г.

Күңел түренән

Беҙгә бар район ярҙам итте...
Быйыл февралдә беҙҙең ғаиләгә көтмәгән ҡаза килде. Уйламағанда бар донъябыҙ янып китте. Беҙҙе ауыр, уңалмаҫ хәсрәткә һалып, янғындан һуң тормош иптәшем Нәсибулла Әхмәҙулла улы вафат булды. Кесе улыбыҙ Баймаҡ дауаханаһында оҙайлы ваҡыт дауаланып сыҡты.
Ҡышҡы селләлә яланғас көйө урамда тороп ҡалдыҡ. Бындай ҡазаны Хоҙай Тәғәлә бер кемгә лә күрһәтмәһен.
Беҙгә туғандарыбыҙ, дуҫтарыбыҙ, ауылдаштарыбыҙ, район етәкселеге ысын күңелдән ярҙам итте. Документтарыбыҙҙы тергеҙеү өсөн күп учреждениеларҙың тупһаһын тапарға тура килде. Ҡайҙа ғына барһаҡ та, хәлебеҙҙе һөйләгәс, шунда уҡ ярҙам ҡулы һуҙҙылар.
Иң оло рәхмәтемде үҙәк ҡала дауаханаһының баш врачы Миңлеғәле Ғүмәровҡа еткергем килә. Улыбыҙҙы бар көсөн һалып, аяҡҡа баҫтырҙылар. Иптәшемде, үкенескә ҡаршы, ҡотҡарып булманы, 90 процент янған кеше өсөн был мөмкин дә түгелдер. Шулай ҙа уның өсөн Өфөнән табиптар саҡыртып, барыһын да эшләнеләр. Улыбыҙ хирургия бүлегендә дауаланды. Уны матур итеп ҡараған Илдар Ғимаҙи улы Хәсәнов, Айбулат Тимербулат улы Иманов, реанимация бүлеге һәм барлыҡ медицина хеҙмәткәрҙәренә оло рәхмәтемде белдерәм. Оло ҡайғынан һуң үҙем дә терапия бүлегенә барып эләктем. Мине аяҡҡа баҫтырыуға күп көс һалған Р.Р. Ғәлина, Р.А. Яхинға ла бик рәхмәтлемен.
Шулай уҡ Баймаҡ лицей-интернаты директоры А.Ә. Салиховҡа рәхмәтебеҙҙе еткерәбеҙ. Уның тырышлығы менән улыбыҙ Ғәйәр уҡыуға урынлаштырылды. Бар лицей-интернат коллективына эштәрендә тик уңыштар юлдаш булыуын теләйбеҙ. 
Изге күңел түренән сыҡҡан рәхмәт һүҙҙәребеҙҙе Баймаҡ районы имам-хатибы Хөрмәтулла хәҙрәт Буранбаев һәм Баймаҡ ҡалаһы имам-хатибы Баймөхәмәт хәҙрәт Ғиззәтуллинға еткерәбеҙ. Улар иптәшемде ерләгәндән алып бар аяттарҙа ҡатнаштылар, аҡсалата ҙур ярҙам күрһәттеләр.
Шулай уҡ беҙҙе үҙ туғанылай күреп, туранан-тура ярҙам иткән оло йөрәкле район хакимиәте башлығы Илшат Ситдыҡов һәм ҡала биләмәһе башлығы Исмәғил Бураншинға оло рәхмәтебеҙҙе еткерәбеҙ. Уларҙың ярҙамы менән Ғәйәр улым менән миңә дөйөм ятаҡтан урын бирелде, әле шунда йәшәйбеҙ. Төрлө предприятие-учреждениеларҙан да ярҙам ойошторолдо.
Ауылдағы туғандарыбыҙ Сәлимә һәм Сәлимгәрәй Усмановтар, Гүзәл һәм Миңлеғәле Сағынбаевтар, әйтелмәгән бар яҡындарыбыҙ алдында баш эйәбеҙ. Шулай уҡ ауыл хакимиәте һәм Ленин исемендәге АХК-ға ла ҙур рәхмәт.
Хөрмәтле ҡәрҙәштәр! Һеҙгә күңел түренән иң йылы һүҙҙәребеҙҙе еткереп, барығыҙҙы ла май байрамдары менән ҡотлайбыҙ! Ныҡлы һаулыҡ, уңыштар, ғаилә бәхете теләйбеҙ.

Оло рәхмәттәребеҙҙе еткереп, Усмановтар ғаиләһе.

Комментариев нет:

Отправить комментарий

Примечание. Отправлять комментарии могут только участники этого блога.