14 мая 2012 г.

“Йәштәргә – эш” акцияһы

Хеҙмәт баҙары кемде талап итә?
Күптән түгел 105-се һөнәрселек лицейында халыҡты эш менән тәьмин итеү үҙәге, муниципаль район хакимиәтенең йәштәр эштәре буйынса секторы тарафынан ойошторолған “Йәштәргә – эш” акцияһы үтте. 
Был көндө тиҫтәнән ашыу учреждение, предприятие, ойошма үҙҙәренә белгестәр, эшселәр эҙләне. Ошонда уҡ үҙ эшен асып эш урындары булдырған йүнселдәр күргәҙмә ойошторҙо.
Айырым кабинетта психологик тест, тренинг үтеү мөмкинлеге лә булдырылған. Теләгән һәр кем психологтар ярҙамында үҙенә ниндәй һөнәр кәрәклеген билдәләй алды.


“Йәштәргә – эш” акцияһы артабан “Түңәрәк өҫтәл” артында дауам итте. Унда муниципаль район хакимиәте башлығының беренсе урынбаҫары И.Ә. Зәйнуллин, халыҡты эш менән тәьмин итеү үҙәге директоры В.Р. Хисмәтуллин, сауҙа һәм эшҡыуарлыҡ секторы мөдире Г.М. Асылова, муниципаль район хакимиәтенең йәштәр эштәре буйынса сектор мөдире З.Р. Яҡшығолова, “Баймаҡ” мәғлүмәт-консультация үҙәге директоры Ю.Ю. Әминев, Өфө яғыулыҡ-энергетика колледжының Баймаҡ филиалы директоры Т.Н. Сәйғәфәрова, Баймаҡ ауыл хужалығы техникумы методисы З.Р. Мәһәҙиева, 105-се һөнәрселек училищеһы директоры урынбаҫары Р.Һ. Сәйфиев, Сибай политехник колледжы директоры Л.Х. Байморатов ҡатнашты.
– Йылдан-йыл эшкә урынлашыу ауырлаша, бөтә ерҙә оптималләштереү бара, был иһә эш урындарын ҡыҫҡартыу тигәнде аңлата, – тип әңгәмәне башланы И.Ә. Зәйнуллин. – “Йәштәргә – эш” республика акцияһы хеҙмәт баҙарында ниндәй эш урындары талап ителеүен асыҡларға ярҙам итәсәк.
Ысынлап та, бөгөн хеҙмәт баҙарында ниндәй һөнәр кешеләре талап ителә? Әле районда сәнәғәт өлкәһен үҫтереүгә күп көс һалына. Уҙған йылда ит эшкәртеү заводы асылды. Бөгөн унда 84 кеше урынына 30-ға яҡын кеше йәлеп ителгән. Комбинат әле тулы ҡеүәтенә эшләп китә алмай, сеймал юҡ. Бөтә кеше ҡалала йәшәргә ынтылһа, кем ауылда малсылыҡ тармағын үҫтерер? Шулай уҡ Темәстә һөт эшкәртеү комбинаты төҙөү проекты тормошҡа ашырыла башланы. “Баймаҡ ҡойоу-механика заводы” ААЙ-һында марганецлы ҡойоу цехы асылыу менән яңы 70 эш урыны буласаҡ. “Семеновск руднигы” ЯСЙ-һында алтын ятҡылыҡтарын эҙләү буйынса тау-байыҡтырыу предприятиеһын асыу күҙаллана. Бында 400-гә тиклем яңы эш урыны буласаҡ.
Бөгөн йәш белгестәргә дәүләт ҙур ярҙам күрһәтә. Ауыл хужалығы буйынса эш башлаған 10 белгескә финанс ярҙам бүленгән. 2011 йылда Башҡорт дәүләт аграр университетын 55 яҡташ студент тамамлаһа, шуларҙың бишеһе генә беҙҙең хужалыҡтарҙа белгес булараҡ эшкә урынлашҡан. Дәүләт программаһы буйынса улар ауылға ҡайтҡан осраҡта 100 мең һум финанс ярҙам һәм 7 мең һум күләмендә эш хаҡына өҫтәмә ҡаралған. Ошондай хәстәрлек булып та, йәш белгестәр ҡайтырға ашыҡмай.
Йәш белгестәрҙе эшкә урынлаштырыу актуаль мәсьәлә, бигерәк тә юрист, иҡтисадсы, финанс һәм кредит,  тарих, филолог, бухгалтер иҫәбе, анализ һәм аудит һөнәре буйынса эш табыуы ауыр. Шул уҡ ваҡытта сәнәғәт һәм төҙөлөш ойошмаларына, һаулыҡ һаҡлау өлкәһенә күп кенә белгестәр талап ителә.
Йәштәрҙең эшһеҙ тороп ҡалыуына тағы бер сәбәп: улар эш урындарына юғары талаптар ҡуя, эш хаҡының бәләкәй булыуы менән риза түгелдәр.
Үҙ эшен асырға теләүселәр өсөн махсус программалар бар. Уҙған йылда – 53, быйыл 15 кешегә финанс ярҙам күрһәтелгән. “Түңәрәк өҫтәл” барышында халыҡты эш менән тәьмин итеү үҙәге аша үҙ эшен асыусылар сығыш яһап, тәжрибәләре менән уртаҡлашты. Темәстән Эльвира Ирғәле ҡыҙы Вәлиева, ун йыл мәктәптә эшләп, ҡыҫҡартыуға эләгә һәм ошо программа ярҙамында ауылда бөҙрәхана асып ебәрә. Бөгөн ул эш даирәһен киңәйтергә – массаж яһау бүлмәһе асырға уйлай. Үрге Иҙристән Айрат Ҡырғыҙов иһә баҡсасылыҡ менән шөғөлләнә. Баймаҡ ҡалаһынан Миләүшә Әхмәтйәнова үҙ эшен асыу теләге менән йылдан ашыу төрлө йүнәлеш буйынса бизнес-план төҙөй һәм эҙләгәнен таба: бөгөн ул ҡалала кер йыуыу пункты асҡан. Урғаҙанан Варис Абдулов ҡортсолоҡ, Баймаҡтан Рөстәм Яныбаев быяла ҡырҡыу, декоратив биҙәүестәр эшләү менән шөғөлләнә.
“Түңәрәк өҫтәл”дә бөгөн һәр кемде борсоған актуаль мәсьәләләр күтәрелде. Был сараға өлкән класс уҡыусыларын да саҡырғанда, әһәмиәте тағы ла ҙурыраҡ булыр ине.

Лилиә ТАКАЕВА.

Комментариев нет:

Отправить комментарий

Примечание. Отправлять комментарии могут только участники этого блога.