10 мая 2012 г.

Рәсми бүлек

Уттан һаҡ булығыҙ!
 
Баймаҡ ҡалаһы һәм районы биләмәһендә 2011 йылда 65 янғын һәм 30 ут сығыу осрағы теркәлгән. Ул 3025100 һумлыҡ матди зыян килтергән. Утта 7 кеше һәләк булған, 5 кеше төрлө дәрәжәлә тән йәрәхәттәре алған (шул иҫәптән 1 бала).
2012 йылдың 1 кварталында район биләмәһендә 15 янғын һәм 1 ут сығыу осрағы теркәлеп, 1216500 һумлыҡ матди зыян килгән. 5 кеше, шул иҫәптән 1 бала, төрлө дәрәжәләге тән йәрәхәте алған. Утта 10 торлаҡ йорт һәм 3 йорт-ҡураға зыян килгән.
Янғын сығыуҙың төп сәбәптәре: ут менән һаҡһыҙ ҡыланыу, электр ҡоролмаларын урынлаштырыу һәм эксплуатациялау ҡағиҙәләрен боҙоу, мейес һалғанда һәм уны яҡҡанда янғын хәүефһеҙлеге ҡағиҙәләрен үтәмәү.
Булған янғындарҙы анализлау һәм утта һәләк булған кешеләрҙең һаны шуны күрһәтә: янғындар башлыса янғын хәүефһеҙлеге күҙәтелмәгән ауылдарҙа, баҡсаларҙа, урманда, торф ятҡылыҡтарында, баҫыуҙарҙа йышыраҡ була. “Торлаҡ“ операцияһы һәм уға бәйле башҡа саралар үткәреү ҙә тейешле һөҙөмтә бирмәй.
Ауыл биләмәләре башлыҡтары, хужалыҡ, предприятие, ойошма етәкселәре тарафынан Рәсәй Федерацияһында 2003 йылдың 18 июнендә ҡабул ителгән 313-сө янғын хәүефһеҙлеге ҡағиҙәләре теүәл үтәлмәй.
1994 йылдың 21 декабрендә ҡабул ителгән 69-сы “Янғын хәүефһеҙлеге тураһында”ғы, 2003 йылдың 6 декабрендә ҡабул ителгән “Рәсәй Федерацияһында урындағы үҙидаралыҡты ойоштороуҙың дөйөм принциптары тураһында”ғы федераль Закондарға ярашлы, район һәм ҡалалағы хәл-торошто, яҙғы-йәйге осорҙа янғындарҙың көсәйеүен иҫәпкә алып, Баймаҡ районы муниципаль район хакимиәте ҡарар итә:

  1. Бөтә ойошма етәкселәренә үҙҙәренең ведомстволарында булған объекттарында янғынды профилактикалау сараларын үтәүҙе тәьмин итергә, ведомство һәм муниципаль янғын һағын һәр ваҡыт әҙер тоторға.
  2. Малдарын йәйге көтөүлектәргә сығарған хужалыҡ етәкселәренә: малсылыҡ комплекстарында электр тогын һүндерергә, биналарҙы һаҡлауҙы ойошторорға, ферма, комплекс биләмәләрен тиреҫтән, аҙыҡ ҡалдыҡтарынан таҙартырға.
  3. Ныҡ эҫе көндәрҙә һәм көслө ел ваҡытында ҡый, мейес, мунса, усаҡлыҡтарҙа ут яғыуҙы тыйырға.
  4. Ҡала һәм ауыл биләмәләре башлыҡтарына халыҡ йәшәгән урындарҙа янғын хәүефһеҙлеге торошо мәсьәләләрен ҡарарға, яҙғы-йәйге осорҙа янғын хәүефһеҙлеген тәьмин итергә, ведомстволағы биләмәләрҙә янғын ваҡытында кешеләрҙең үлем осраҡтарын иҫкәртергә.
  5. Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының 15-се янғын һүндереү отрядына янғын һүндереү автомобилдәренә техосмотр үткәреүҙе ойошторорға, уларҙы янғын кәрәк-яраҡтары һәм яғыулыҡ-майлау материалдары менән тәьмин итергә.
  6. Баймаҡ районы һәм Баймаҡ ҡалаһы буйынса дәүләт янғын хәүефһеҙлеген күҙәтеү бүлегенә халыҡты янғын хәүефһеҙлегенә өйрәтеүҙе ойоштороу өсөн ауыл биләмәләренә методик һәм практик ярҙам күрһәтергә.
  7. “Баймаҡ ремонт-төҙөлөш идаралығы” МУП-ы, “Башкиравтодор” юл ремонтлау-төҙөү идаралығы” ДУП-ы, “Йылылыҡ селтәре” ЯСЙ-һы, “Водоканал” ЯСЙ-һы етәкселәренә янғын сыҡҡан ергә һыу ташыу өсөн булған техникаларын төҙөк тоторға һәм тәүге саҡырыу булыу менән ярҙамға ебәрергә. “Баймаҡ ҡойоу-механика заводы” ААЙ-һына һыу алыу ҡоролмаһын, “Водоканал” ЯСЙ-һына Баймаҡ ҡалаһының һыу үткәргестәре селтәрҙәрендәге янғын гидранттарын һәр саҡ төҙөк тоторға.
  8. Хакимиәттең ауыл хужалығы идаралығына урып-йыйыу эштәренә һәм мал аҙығы әҙерләү ваҡытына тиклем, игенде ҡабул итеп алыу һәм эшкәртеү, уларҙы һаҡлау урынында янғын хәүефе булмауын тикшерергә һәм тәртипкә килтерергә, иген йыйыусы техниканы янғын һүндереүҙең тәү саралары менән тәьмин итергә.
  9. Баймаҡ үҙәк ҡала дауаханаһына, хакимиәттең мәғариф бүлегенә, “Граф күле” балалар турбазаһына, “Орленок” балаларҙы һауыҡтырыу үҙәгенә, “Талҡаҫ” шифаханаһына халыҡтың һаулығын нығытҡан йәйге осорҙа янғын хәүефен булдырмау сараларын күрергә. Янғынға ҡаршы сараларҙы тулы кимәлдә үткәргәндән һуң ғына был объекттарҙы асырға рөхсәт итергә.
  10. Баймаҡ районы һәм ҡалаһы эске эштәр бүлегенә, “Йылайыр урманы” ДУП-ының Баймаҡ урмансылығына, “Баймаҡ урмансылығы” ДБУ-һына янғындарҙы булдырмау маҡсатында патруль ойошторорға.
  11. Баймаҡ районы һәм Баймаҡ ҡалаһы буйынса эске эштәр бүлеге дежур хеҙмәтенең һәм 15-се янғын һүндереү отрядының һорауы буйынса ҡаланың йәшел зонаһында сыҡҡан янғын урынына, оператив планға ярашлы, 105-се һөнәрселек лицейына, “Баймаҡ урманы” ДУП-ына, “Баймаҡ урмансылығы” ДБУ-һына, “Баймаҡ ҡойоу-механика заводы” ААЙ-һына, Баймаҡ АТП-һына техника бүлергә һәм кешеләр ебәрергә.
  12. Башҡортостан Республикаһы биләмәһендә 1 апрелдән 15 майға тиклем янғын хәүефһеҙлеге режимы индерелеү сәбәбле, ауыл биләмәләре башлыҡтарына, хужалыҡ етәкселәренә тәүлек әйләнәһенә дежурлыҡ ойошторорға, янғын һүндереү техникаһын төҙөк тоторға һәм тейешле күләмдә яғыулыҡ-майлау материалдары менән тәьмин итергә, юлдарҙы, шул иҫәптән һыу һүндереү өсөн файҙаланылған һыу ятҡылыҡтарына илткән урындарҙы таҙа тоторға.
  13. Хакимиәттең мәғариф бүлегенә, Баймаҡ ҡалаһы һәм районы буйынса дәүләт янғын хәүефһеҙлеген күҙәтеү бүлеге, Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының 15-се янғын һүндереү отряды начальниктарына бар дөйөм белем биреү учреждениеларында уҡытыусылар һәм тәрбиәселәр ярҙамында балаларҙың шуҡлығы арҡаһында сыҡҡан янғындарҙы профилактикалауға йүнәлтелгән янғын хәүефһеҙлеге буйынса комплекслы саралар үткәрергә.
  14. Район гәзиттәре, телевидение аша янғынға ҡаршы көрәш һәм утта һәләк булыусылар тематикаһы буйынса мәғлүмәт-профилактик мәҡәләләр, тапшырыуҙар менән сығыш яһарға.
  15. Ҡала һәм ауыл биләмәләре башлыҡтарына һәм “Баймаҡ” ҡулланыусылар йәмғиәтенә, “Арҡайым” сауҙа комплексына, “Баймаҡ” сауҙа-сервис комплексына, “Башавтотранс” ДУП-ының АТП филиалына, “Башавтотранс” ДУП-ының Баймаҡ автовокзалына, “Граф күле” балалар турбазаһына, “Талҡаҫ” шифаханаһы ДУП-ына муниципаль район хакимиәтенең йәштәр эштәре буйынса секторына фотовитриналар, щиттар, граждандарҙың йәйге ял итеү урындарына плакаттар элергә тәҡдим итергә.
  16. Был ҡарарҙың үтәлешен контролдә тотоуҙы хакимиәт башлығының төҙөлөш һәм торлаҡ-коммуналь хужалығы буйынса урынбаҫары К.П. Замотаевҡа йөкмәтергә.
И. Ситдыҡов,
муниципаль район хакимиәте башлығы.

Комментариев нет:

Отправить комментарий

Примечание. Отправлять комментарии могут только участники этого блога.